Башҡорттар, тыуған ере менән ғорурланып, шундай риүәйәтте йыш һөйләй. Имеш, бер заман Аллаһ бар халыҡтарға ер өләшергә булған. Бындай шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, һәммәһе кемуҙарҙан йүгергән. Тик нәҡ шул мәлдә башҡорттарға ҡунаҡтар килеп төшкән, ти. Уларҙы яңғыҙ ҡалдырып, ер артынан сығып китеп булмай! Йолаһына ярашлы ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, матур итеп һыйлап ҡайтарғандар. Шунан һуң ғына Хоҙайға биләмә һорап барғандар. Баҡтиһәң, башҡа халыҡтар бөтөн ерҙе таратып алып өлгөргән икән. “Һеҙ һуңланығыҙ, булған ерҙәрҙе таратып бөттөм”, — тигән, имеш, Аллаһ. “Беҙ өлгөрөр инек тә ул, ҡунаҡтар килгәйне...” – тип аҡланған башҡорттар. Был халыҡтың шул тиклем ҡунаҡсыллығына һоҡланып, Хоҙай: “Үҙемә тип кенә бер мөйөш ҡалдырғайным... шуны һеҙгә бирәм!” – тигән.Башҡортостандың күп райондарын йөрөп сыҡҡас, шундай уйға килдем: был риүәйәт кенә түгелдер! Хоҙайға тигән ерҙә беҙ йәшәйбеҙҙер. Шулай булмайса ни! Һәр төбәктәге кешеләрҙең ихласлығын, ҡунаҡсыллығын иҫәпкә алғанда, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
Әҙәби марафон уңайы менән Салауат, Ҡыйғы райондарына барғанда ошо уйҙар ниңәлер баштан сыҡманы. Гүзәл бит беҙҙең Башҡортостан! Әй, Йүрүҙән буйҙары ғына ни тора! Шуға ла милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың, ялҡынлы шағирҙарҙың – Рәми Ғариповтың, Рафаэль Сафиндың — нәҡ ошо яҡтарҙа тыуыуына ғәжәпләнәһе түгел.
Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған акцияның шарттарына ярашлы, танылған әҙиптәр төбәккә барып, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, кәңәшен әйтә, халыҡ менән осрашыуҙа ҡатнаша. Был юлы ошо изге ғәмәлде үтәү Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, шағир Риф Әхмәҙиев, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, прозаик Мөнир Ҡунафин, яҙыусы Флүр Ғәлимов кеүек танылған ижадсыларҙың иңенә төштө.
Салауат ерендә беҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров ҡаршы алды.
— Әҙәбиәт йылын лайыҡлы үткәрергә тырышабыҙ, — тине ул. — Һәр мәктәптә матур саралар, ижади бәйгеләр ойошторола. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылда беҙҙә бер китапхана ла ябылманы.
Быныһы, ысынлап та, һөйөнөслө хәбәр булды. Юғиһә төрлө һылтау менән ауылдарҙа китапхана ябылған осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Ҡулъяҙмалар тикшереүгә айырыуса етди иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, Люциә Һаҙыева, Ғәтиәт Садиҡов, Гөлнур Мөхәмәтшина, Нурия Ханова, Рәфҡәт Хәсәнов, Фларис Ғайсин, Вәҙиға Дәүләтшина кеүек урындағы ижадсыларҙың әҫәрҙәренә ентекле анализ яһалды, кәңәштәр ҙә бирелде. Киләсәктә был әҫәрҙәрҙе туплап, китап итеп баҫтырырға ла ниәтләй салауаттар.
— Заманында һеҙҙең райондаштарығыҙ Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Агиш Ғирфанов әҙәбиәтебеҙҙе байытты, — тине ғалим Риф Әхмәҙиев. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың юлын дауам итерҙәй яҡташтар күренмәй.
Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн урында ижади ойошманы тергеҙергә ҡарар иттеләр. Уны уҡытыусы-ветеран, әҙәбиәткә тоғро хеҙмәт иткән Фларис Ғайсин етәкләйәсәк. Ижад емештәре район гәзитендә даими сығып торасаҡ.
Салауат районына килгәс, Арҡауыл ауылына бармай буламы ни?! Рәми Ғариповтың йәнтөйәгенә аяҡ баҫыу – үҙе бер бәхет.
Әҙиптәр халыҡ шағирының йорт-музейы менән ихлас танышып сыҡты, уның бюсына сәскә һалды. Шундағы бер иҫтәлекле яҙыуҙы ла уҡып ишеттерҙеләр ҡунаҡтарға. Уны Ҡәҙим Аралбаев бигерәк тә тулҡынланып тыңланы. 2002 йылдың 14 февралендә ошо музейҙы асыу тантанаһына килгән яҙыусылар теләктәрен яҙып ҡалдырған икән:
“Рәми Ғариповтың 70 йәше (йылы түгел, йәше!) тулыуға ашҡынып-ярһып, күңелдәребеҙ ташып-әрнеп килдек был еребеҙгә. Тағы ла килергә яҙһын. Халҡыбыҙҙың йыр-моңо Йүрүҙәндәй ағышлы, Ҡаратауҙай олпат булды, булыр, буласаҡ! Амин!” Яҙмаға билдәле шағирҙар Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов, Рәмиҙең ҡатыны Надежда ханым ҡул ҡуйған.
* * *
Юлыбыҙ Ҡыйғы яҡтарында дауам итте. Был төбәктә журналист булараҡ йыш булырға тура килә. Һәр сәфәрҙән һуң бер күренешкә һоҡланам: район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисовтың әҙәбиәтте шул тиклем яҡшы белеүе, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан һәр яңы әҫәрҙе уҡып барыуы уның мәҙәни кимәлен күрһәтә. Әлбиттә, бындай етәксе эшләгәндә, урында әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә ниндәй иғтибар бирелеүе хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер.
Районға килеп инеү менән Рафаэль Сафиндың фотоһы һәм шиғыры беркетелгән баннер күҙгә салынды.
— Быйыл райондың һәр ауылында шундай яҙмалар ҡуйҙыҡ, — тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Сафин. — Хәҙер Хәниф Кәрим, Риф Әхмәҙиев, Нажиә Игеҙйәнова, Радик Хәкимйән кеүек әҙиптәрҙең ҡанатлы һүҙҙәре төбәкте йәмләп тора.
Шағир Рафаэль Сафиндың тыуған ауылы Йыланлылағы үҙгәрештәр ҙә ҡыуандырҙы беҙҙе. Совет заманынан һуң ташландыҡ хәлдә ҡалған, ауылды ҡотһоҙлап торған мәҙәниәт усағы былтыр яңы һулыш алған. Хәҙер ул танымаҫлыҡ: халыҡ өсөн йылы, иркен клубы ла, китапханаһы ла бар. Һүҙ генә түгел, башҡарылған эштәр менән дә ҡыуандыра белә ҡыйғылар.
Әлбиттә, райондың тәбиғәт шарттары бигүк уңайлыларҙан түгел. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа төбәкте үҫтерерҙәй яңы хужалыҡтар асылыуы, эшҡыуарлыҡтың үҫеүе һөйөнөслө.
Хакимиәт башлығы Рафиҡ Харисов ҡунаҡтарҙы үҙенә генә хас ихласлыҡ менән ҡаршы алды.
— Яңыраҡ “Шоңҡар” журналында Ҡәҙим ағайҙың поэмаһын уҡығайным. Бик шәп! — тип һүҙ башланы ул. — Рәлис Ураҙғоловтың яңы китабын да уҡып кинәндем. Венер Исхаҡовтың юморескалары ла йәтеш килеп сыға.
Һүҙ араһында Рафиҡ Хафиз улы урындағы эштәр менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, яңыраҡ район үҙәгендә өр-яңы китапхана сафҡа ингән! Уның эргәһендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла асылған. “Афарин”дан башҡа нимә әйтәһең!
Ошо урында бер тарихи күренеш хаҡында һөйләп китеү артыҡ булмаҫ. Боронғо осорҙа Ҡытайҙа кемделер тәхеткә ултыртырҙан алда уға талаптар ҡуйғандар. Шуларҙың иң мөһиме – буласаҡ етәксе ҡытай әҙәбиәтен яҡшы белергә тейеш. Әгәр шул һынауҙы үтә икән – илдең дилбегәһен уға тапшыралар...
Ана шундай әҙәбиәткә яҡын, рухиәтте хәстәрләгән етәкселәр бөгөн күберәк булһын ине. Ни тиһәң дә, күп нәмә урындағы башлыҡтарҙың эшмәкәрлегенә бәйле.
Һүҙемде халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ошо һүҙҙәре менән тамамлайым:
“Кеше тойһон үҙен фәрештәләй,
Ҡулдарына китап алғанда!”
.