Гәзит килә - ҡыуаныс килә!24.02.2012
Ғүмерем буйы балаларға белем бирҙем. Эшемдә өлгәшкән уңыштарҙа “Башҡортостан”дың өлөшө ҙур. Гәзитте алдырып уҡымаған кеше ысын мәғәнәhендә уҡытыусы була алмайҙыр тип уйлайым.
Ғәлимә ҒӘЛИЕВА.
Илеш районы,
Үрге Йәркәй ауылы.


* * *
“Башҡортостан”ды ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Уның аша республика, донъя яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Айырыуса “Көн hайын ошо урында” рубрикаhы аҫтында сыҡҡан яҙмалар оҡшай.
Тәлғәт ХәЙБУЛЛИН.
Мәләүез районы,
Смаҡ ауылы.


* * *
Ҡырҡ йылдан ашыу мәктәптә эшләгәс, “Башҡортостан”ды алдырмай ҡалманым. Һуңғы ваҡытта йөкмәткеһенең байыуы, уҡымлы, ҡыҙыҡлы булыуы ҡыуандыра.
М. МУЛЛАГИЛДИН.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.


* * *
Беҙ икебеҙ ҙә hикhән йәшкә етеп киләбеҙ, ә шулай ҙа “Башҡортостан”дан айырылыуҙы күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, сөнки унда фәhемле мәҡәләләр, әҫәрҙәр баҫылып тора, республика тормошо, башҡорт донъяhы hүрәтләнә.
Хазина hәм Бәҙретдин
ЛАТИПОВТАР.
Әбйәлил районы,
Таштимер ауылы.


* * *
Яратҡан гәзитебеҙҙе бына 60 йылдан ашыу көн дә көтөп алабыҙ. Ул тоғро кәңәшсе, ярҙамсы, ауыр ваҡыттарҙа күңелде күтәреүсе шаян дуҫ та.
Мөнирә СӘҒИТОВА.
Күгәрсен районы,
Санъяп ауылы.


* * *
Мин хәреф таный башлағанда уҡ “Башҡортостан” гәзите беҙгә килә ине. Унан hуң байтаҡ ғүмер үтте. Уҡытыусы, класс етәксеhе, директор урынбаҫары булып эшләгән йылдарҙа уның файҙаhы күп тейҙе. Хәҙер хаҡлы ялда булhам да, яратҡан гәзитемдән айырылғаным юҡ.
Гөлсинә РАМАҘАНОВА.
Баймаҡ районы,
Әхмәр ауылы.


* * *
Ни сәбәптәндер былтыр “Башҡортостан”hыҙ ҡалғайным, эй, ҡыйын булды. Шуға ла әлеге йылға алдан уҡып яҙылып ҡуйҙым. Гәзит шәп сыға!
Рим ҒӘЛИәХМәТОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ҡырмыҫҡалы ауылы.


Вернуться назад