ӘСӘЙЕМДЕҢ КӘҢӘШТӘРЕ29.08.2015
Әсәйемдең вафатына күпме заман...
Әммә әйткән кәңәштәре ынйы тамам:
Күңелемдә балҡып тора әле һаман!
...Таратырға ине һеҙгә шуны самам...
«Юҡҡа бәхәс ҡорорға тип ярһып торма,
Юл ауыр тип, аҙымыңды кире борма;
Аяҡтарың тартмай икән – юлға сыҡма,
Тәгәрәгән тәгәрмәскә таяҡ тыҡма.
Үҙ йөгөңдө үҙең илт – сит иңгә һалма,
Кемдер һинән кәңәш көтһә, телһеҙ ҡалма;
Бушҡа килгән хәрәм һыйҙы тамсы йотма,
Бер ҙә юҡҡа ҡулдарыңа ҡамсы тотма.
Дуҫтарыңдың дуҫтарына иҫәп ҡорма,
Дошманыңдың бошҡанына ауыҙ йырма;
Ярҙам ҡулы һуҙ бәндәгә – ярҙан этмә,
Кемдәрҙеңдер көмөшөнән өлөш көтмә.
Һөмһөҙләнеп һәр саҡырған ергә барма,
Асығауыҙ алдында ла борсаҡ ярма;
Һинән өлкән бар тәҡдирҙә түргә уҙма,
Буйың етмәҫ нәфис йәргә нәфсе һуҙма.
Тонсоп ятҡан үле күлдә балыҡ һөҙмә,
Көткәндәрҙең өмөттәрен берүк өҙмә;
Кәрәктәрең бар сағында ситкә китмә –
Төйәгеңде таяныстан мәхрүм итмә.
Бурыс – иман: ваҡытында түлә, тотма,
Асыуыңды сығара тор – эскә йотма;
Күңелеңде изгелектән мәңге һүрмә:
Ата-баба аманатын боҙа күрмә!»
...Әсәйемдең киткәненә күпме заман,
Ә ынйылар әүәлгесә балҡый һаман...
Һулышымдың аҡтыҡҡыһын алғанғаса
Һәр кәңәшкә тоғро ҡалыу – минең самам!
1990.