М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артистары Ирада Фазлаева, Руслан Хайсаров, Урал Әминевтең “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” пьесаһы буйынса ҡуйылған мюзиклда (режиссеры – Олег Ханов) уйнаған ролдәре өсөн Ш. Бабич исемендәге премияға тәҡдим ителеүен мин, әҫәрҙең авторы булараҡ, ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алдым. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни?! Актерҙарҙы ролдәргә беркеткән осор менән әлеге көнгә тиклемге арала күпме уйланыу, яныу, көйөү, уңыш өсөн шатланыу тойғолары ята! 2013 йылдың ноябрендәге премьеранан һуң спектакль әллә нисә тапҡыр уйналып, бихисап тамашасыны йыйыуға өлгәште. Былтыр йәй Ырымбурҙа үткән Волга буйы театрҙары фестивалендә “Ҡара юрға”ның еңеү яулауы, Ираданың ғәжәп матур шәл менән бүләкләнеүе, Мәскәүҙәге гастролдәрҙә лә тамашаның ҙур уңыш ҡаҙаныуы, Татарстандағы һоҡланғыс сығыш… Ғөмүмән, “Ҡара Юрға, Әбләй һәм Маҡтымһылыу” бәхетле яҙмышлы әҫәр булып сыҡты: республика Мәҙәниәт министрлығы тарафынан уҙғарылған конкурста төп призға лайыҡ булды, аҙаҡ Башҡортостан Президенты грантын яуланы. Эйе, хәҙер халыҡты ни менән булһа ла шаҡ ҡатырыу, телевизорҙан айырып, театр бинаһына атларға мәжбүр итеү еңел түгел. Етмәһә, эпос ҡарарға. Еңел-елпе комедияға халыҡ ихласыраҡ йөрөй бөгөн. Ә эпос әкиәт түгел.
“Ҡара юрға”ла аттарҙы дөйөм һәм даими ҡулға эйәләштереү дәүере һүрәтләнә. Маҡтымһылыу, эпостың һәм, әлбиттә, мюзиклдың төп героиняһы “Аҫау өйрәтеп менмәгән, болан тотоп ит еймәгән. Бөгөн тыуғандай бер байғош миңә уҙаҡ була алмаҫ” тигән белдереү яһай һәм үҙ принциптарына тотош әҫәр буйынса тоғро ҡала, бәхете өсөн көрәшә. Был образды сәхнәлә кәүҙәләндереүҙең еңел булмаҫын әҫәр өҫтөндә эшләгәндә үк төшөндөм. Беренсенән, актриса йырларға тейеш! Быға тиклем уның менән сәмләнеп алышҡа ташланған ир-егет аҙ булмаған. “Үҙемде өс төр алышта еңмәгән өсөн үҫтергән буйым юҡ”, — ти бит ул. Ниндәй алыш һуң улар? Ҡыҙ баланы көрәшкә сығарып булмай. Мәҫәлән, үҙенән ике тапҡырға бейек, өс тапҡыр ҡалын Тунышты (Ринат Баймырҙин) ул нисек еңһен? Әһә! Маҡтымһылыу йыраусы булырға тейеш. Был — бер. Икенсеһе — сәсәнлек. Өсөнсөһө — мәргәнлек. Һәм ошо сифаттарға эйә булыуын Ирада — Маҡтымһылыу – спектакль барышында тулыһынса иҫбатланы!
Ирада Фазлаева үҙе лә героиняһының сифаттарына эйә: йырҙар ижад итә, уларҙың һүҙҙәрен үҙе яҙа, йырлай, бейей. Рауза гөлөнөң таждары бер-бер артлы әкрен генә асылған кеүек, уның таланты ла көндән-көн сағыуыраҡ, баҙығыраҡ була бара. Эйе, ҡарап ултырыуы ғына рәхәт. Был образды тыуҙырыуҙың күпме көс талап иткәнен Ирада үҙе генә беләлер. Сәхнә буйлап елгән Ҡара юрға өҫтөндә йөрөү, уның менән аралашыу, аңлашыу актрисаға еңел бирелмәгәндер. Оҫталығы, нәзәкәтлеге, моңло тауышы, һығылмалылығы менән ул ролде юғарылыҡҡа күтәрҙе. Көнсығыш сибәрҙәренә тартым йөҙлө, нескә билле, һөлөктәй ҡыҙҙа тауҙы күсерерҙәй көс бар кеүек. Ҡеүәтенең сере — уның тырышлығында, бер минутын да бушҡа сарыф итмәйенсә, оҫталығын даими камиллаштырыуында.
Ҡара юрғаны иһә Руслан Хайсаров башҡарҙы. Шәп уйнаны! Әйткәндәй, театрҙа Руслан Хайсаров булмаһа, был мюзикл ҡуйылыр инеме икән? Ысынлап та, был роль – иң ҡатмарлыһы. Пьеса өҫтөндә оҙаҡ – ике йыл дауамында – эшләүемдең дә төп сәбәбе ошо образ булды. Ым, ишара, хәрәкәт, ҡараш... Руслан булдырҙы! Хатта Ҡара юрғаның өнһөҙ зат икәне иҫкә лә төшмәй мюзиклды ҡарағанда. Грация. Көс. Ғәйрәт. Толпарҙан тыуып ҡалған зат юғарылығы! Хатта хужаһы язалаған ваҡытта ла ул, үпкәләп, түбән төшмәй. Ғорур ҡала. Юрғаның ырыҫлы зат булыуын тамашасы күңеленә тамсы ла сайпылтмай еткерҙе Руслан. Уның был хеҙмәте олоғара маҡтауға лайыҡ. Ирмен тигән ирҙең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти мәҡәл. Һәләтле Руслан әле халҡыбыҙҙы әллә күпме онотолмаҫ образдар тыуҙырып ҡыуандырыр!
Өсөнсө актерыбыҙ – Урал Әминев, Ирада Фазлаева кеүек үк, щепкинсы. Башта уҡ әйтеп ҡуяйым: Мәсем хан роленә Алмас Әмиров менән йәнәш уны күреү мине ғәжәпләндерҙе. Әлбиттә, режиссер актерҙарҙы үтәнән-үтә күрә, уныһына шик юҡ, шулай ҙа... Ирада Фазлаева – Уралдың йәштәше, һабаҡташы. Ә бында егет Маҡтымһылыуҙың атаһын уйнай. Ғәжәп: ысынбарлыҡтағы йәштәшлек бөтөнләй һиҙелмәне! Георгий Товстоноговтың “Спектаклдә һикһән йәшлек ҡартты уйнар өсөн ҡырҡ йәшлек актерҙың энергияһы кәрәк” тигән һүҙҙәре бар. Был – нәҡ шул осраҡ. Мәсемдең ҡатмарлы кисерештәрен бөтөн тулылығында асыуға өлгәште Урал. Әйткәндәй, ул Рудольф Нуриев образын ифрат уңышлы уйнағаны өсөн дә Ш. Бабич премияһына тәҡдим ителгәйне бит. Ниңәлер бирмәнеләр. Уйлап ҡараһаң, Бөрйән районында тыуып үҫеп, бер ниндәй сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнмәйенсә, ҙур һығылмалылыҡ, актерлыҡ оҫталығы талап ителгән был образды тыуҙырыу — үҙе мөғжизә бит! Уралға эске йыйнаҡлыҡ, үҙ-үҙенә аяуһыҙ талапсанлыҡ хас.
Артистарҙың өсөһө лә тренажер залында даими шөғөлләнә. Йогаға йөрөйҙәр. Театрҙың балетмейстеры Сулпан Асҡарова: “Улар менән эшләү еңел”, — ти. Щепкинсылар менән бергә уртаҡ өйөрмәлә өйөрөлгән Руслан Хайсаров та, ана, нисек бейей хәҙер!
Мәҡәләмә һуңғы нөктәне ҡуйғанға ҡәҙәр театрҙың художество етәксеһе Олег Хановҡа шылтыратып, етәксе һәм спектаклдең режиссеры булараҡ, өс йәш артист тураһында фекерен белергә булдым. “Әгәр уларға шундай ролдәрҙе ышанып тапшырғанмын икән — шул минең фекер, – тине Олег Закир улы. – Ғөмүмән, бик ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итергә һәләтле актерҙар улар”.
Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә уҡып, белем, тәжрибә туплап, йәшлеккә генә хас дәрт-дарман менән туған халҡына, башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт иткән йәштәребеҙ тиҫтә йыл дауамында бихисап яңы образдар тыуҙырҙы. Ә инде “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы менән театрыбыҙҙың данын күрше һәм сит өлкәләр, улай ғына ла түгел, донъя тамашасыһына еткерҙеләр. Үҙҙәрен уҡырға ебәргән республикалары алдында һынауҙы улар юғары баһаға тапшырҙы. Инде эш беҙҙән тора. Таланттарҙы ваҡытында күрә белеү, баһалау һәр ҡайһыбыҙҙан ҙур егетлек талап итә. Миңә ҡалһа, йәштәребеҙҙең Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡанатланып ижад итеүе ерҙе йәшәртә, гөлгә күмә торған май ямғыры ләйсән кеүек. Тейешле ваҡытта тейешле баһаны алып, артабан да күкрәп-йәшнәп, театрыбыҙҙы данлап-ҙурлап эшләргә һәм йәшәргә насип булһын үҙҙәренә! Сәнғәтебеҙҙең киләсәге — улар иңендә.
Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.