Баш ҡала мәктәптәре башҡорт матбуғатына битараф тигән фекерҙең дөрөҫлөккә тура килмәүен Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары йәнә бер дәлилләне. Улар тотош коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды.
Шулай ҙа гимназия уҡытыусылары менән осрашыуға барғас күңел бер аҙ ҡырылды. Баҡтиһәң, улар инде өс йыл башҡа мәктәп бинаһында уҡытырға мәжбүр. Әле мәктәптең үҙ бинаһына капиталь ремонт яһайҙар. Уны яңынан һалалар тиһәң дә хата булмаҫ, сөнки реконструкция ниәтендә башланған ремонт нигеҙенән алып тигәндәй яңыртыуға әйләнеп киткән. Ә гимназия уҡыусылары Димдәге 113-сө мәктәптә өйҙәш булараҡ белем алырға мәжбүр. Әлбиттә, был күп кенә уңайһыҙлыҡтар, мәшәҡәт тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, улар уҡытыу һәм тәрбиә эшен лайыҡлы алып бара.
— Педагогтарыбыҙ тырыша. Ремонт тағы күпмегә һуҙылыр инде, шулай ҙа быйыл көҙ яңы уҡыу йылын үҙебеҙҙең бинала ҡаршы алырға йыйынабыҙ, — тине мәктәп директоры Дамир Әхмәтйәнов.
Бинаның төп өлөшө төҙөлөп бөткән. Инфраструктура ла тулыһынса әҙер. Хәҙер ашхана, спорт һәм тамаша залдарында эште тамамлайһы ҡалған.
Гимназияла 40-лаған уҡытыусы 500-гә яҡын балаға белем бирә. Коллектив йылдан-йыл йәшәрә, эшкә килергә теләүселәр ҙә етерлек, ти директор. 2005 йылда улар гимназия статусын алған. Ғөмүмән, унда башҡорт телен төплө өйрәнеү бурысы ҡуйылған. Уҡыусылар бер ниндәй ҙә техник ауырлыҡтарға ҡарамай тырышып уҡый, йәмәғәт тормошонда ла әүҙемдәр, төрлө түңәрәктә шөғөлләнә, олимпиадаларҙа ҡатнаша.
Осрашыу мәлендә уҡытыусылар менән республика матбуғаты һәм беҙҙең гәзит тураһында ла һөйләшеү булды. Улар һуңғы арала “Башҡортостан”дың үҙгәреүен, йөкмәткеһенең байыуын, темаларҙың төрләнеүен билдәләне. Күптәре баҫмабыҙҙы дәрестәрендә һәм класс сәғәттәрендә лә файҙалана икән. Уҡытыусыларҙың күберәк мәғариф, тәрбиә, әҙәбиәт, тарих темаларына мәҡәләләр күрергә теләүе тәбиғи. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙан торған коллектив хужабикәләргә кәңәштәр, тормоштан ғибрәтле хәлдәр, төрлө һорауҙарға яуаптар ҙа күберәк булһын ине, тигән теләген белдерҙе. Уҡытыусылар гәзитте үҙҙәре генә алдырып ҡалмай, райондарҙа йәшәүсе туған-тыумасаһын да “Башҡортостан”ға яҙҙырып ҡыуандырҙы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.