Яңы уңыштар һөйөндөрҙө28.08.2015
Ошо көндәрҙә Өфөләге “Родина” кинотеатрында “Башҡортостан” киностудияһының 25 йыллығына һәм Рәсәй киноһы көнөнә арналған фильмдар күрһәтелде.
Тамашасылар иғтибарына быйыл төшөрөлгән өс анимация, бер документаль һәм өс уйын фильмы тәҡдим ителде. Режиссер Рим Шәрәфетдиновтың — “Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?”, “Супер 8”, Айгөл Байрамғолованың “Урал менән Шүлгән мажаралары” йәнһүрәттәре күптәрҙең күңеленә хуш килде.
Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” документаль фильмы ҡатмарлы яҙмыш хаҡында һөйләй. Таңсулпан Бураҡаева иһә “Ике күрше” фильмында Ырымбурға юлланған ике ҡарт хаҡында бәйән итә. Режиссер Айнур Асҡаров та үҙенең “Пилорама” фильмын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Фильм ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә арналған. Руслан Юлтаевтың “Өс ҡат” тарихи фильмы һуғыш йылдарындағы башҡорт ауылы тормошон сағылдыра.
“Башҡортостан” киностудияһының яңы фильмдарын “Родина” кинотеатрында, шулай уҡ республика кинотеатрҙарында башҡа көндәрҙә лә ҡарарға мөмкин.