Тауҙар28.08.2015
Тауҙар кешеләр шикелле –
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.

Түбәләргә болот ҡунһа,
Тиҙ китергә ҡунмай:
Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,
Тиҙ ирергә туңмай.

Иҫкән саҡта елдәр унда
Иҫә зәһәрерәк,
Ҡаяларҙы онтап,
Йәшен
Уйнай хәтәрерәк.

Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ
Баштарынан ашҡан, –
Кем ҡояш менән һин дә мин
Шул тауҙарҙан башҡа?

Кешеләр тауҙар шикелле –
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.

Мин дәрәжәне әйтмәйем –
Ул мәңгелек түгел.
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.

Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай,
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.

Заманының дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.

Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен.
Зарланма. Зарлана күрмә,
Юғары кешем!

1964 йыл.




Вернуться назад