Үҫештең тәүге баҫҡысы26.08.2015
“Йәйғор” республика балалар-үҫмерҙәр конкурсының дүртенсе йыл рәттән Борайҙа ойошторолоуы осраҡлы түгел: район етәкселеге йәш быуын күңелендә мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, “Йәйғор” балаларҙы бәләкәйҙән ҙур конкурстарға әҙерләүгә, һәләттәрен үҫтереүгә ныҡлы булышлыҡ итә. Тимәк, ижади үҫештең тәүге баҫҡысы ул.
Ике көн барған бәйге быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Сараны асыу һәм ябыу тантаналарын ҡабул иткән район мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлеп, эргәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырылғайны.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев билдәләүенсә, бындай конкурстарҙы һәр ерҙә үткәрергә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, бәләкәйҙән сәмләнеп үҫкән балалар тормошта үҙ урынын еңел таба, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә. Әлеге байрамда район хакимиәте башлығы Борис Нурисламовтың да ҡатнашыуы, уңыштар теләүе йәш быуын вәкилдәренә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Жюри ағзалары – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Сәғитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Илүзә Ҡапҡаева, “Ренессанс” бейеү ансамбленең художество етәксеһе Александр Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина – һәр сығышты ғәҙел баһаланы. Һөҙөмтәлә Ҡалтасы районының Красный Холм ауылынан “Холмичи” өлгөлө театры төп бүләкте яуланы. Беренсе урынды иһә Благовещенск ҡалаһынан “Солнышко” өлгөлө хореографик ансамбле менән Шишмә районынан Аделина Мөхәмәтйәнова бүлеште. Шулай уҡ Илештән Айбулат Ғиләжетдинов, Балтастан Тимур Әхмәҙуллин, Дүртөйлөнән “Грайм” бейеү дуэты, Борайҙан Әҙилә Хәлимова, Ағиҙел ҡалаһынан “Ноктюрн” йыр ансамбле һәм Инна Ирдубаева, Ишембайҙан “Премьер” төркөмө, Благоварҙан Азалия Ахунованың сығыштары юғары баһа алды.
Гала-концертта иһә балалар йырлап-бейеп кенә ҡалманы, ә музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын да күрһәтте.






Вернуться назад