Әсенеү26.08.2015


Ай-вай Сажиҙә,
Ағым һыуҙа, баҫма өҫтөндә
Керҙәр сайҡай һай ерҙә…
(Татар халыҡ йыры)




Бер-беребеҙгә ниндәй бәғерһеҙ беҙ,
Хатта ҡанһыҙ – кемдән өйрәндек?
Уҫаллыҡҡа, әҙәпһеҙлектәргә
Ниндәй иләк аша иләндек?
Ата-баба ғүмер юлымы был –
Беҙ ниндәй һуң, ниндәй юл алдыҡ?
Айырылдыҡ ерҙән, йолаларҙан,
Үҙебеҙҙән үҙебеҙ юғалдыҡ.
Беҙ өйрәндек, эйе, һүгенергә –
Кемдән өйрәнеүҙәр көн кеүек.
Өйрәндек беҙ эсеп һуғышырға,
Эшләмәҫкә тирләп, бил бөгөп.
Алла ла юҡ хәҙер, мулла ла юҡ –
Милләт һәм тел, йыр, моң буталды.
Үҙ арбаңда башҡа йырҙы йырлау
Тыйылманы, хатта хупланды.
Ҡайҙа булды ололарҙы – оло,
Кеселәрҙе кесе итеүҙәр?
Ҡайҙан килде ата-улды,
Инә ҡыҙҙы
белмәүҙәргә барып етеүҙәр?
Аҙаштылар күңел һуҡмаҡтары,
Ябырылғас йәнгә көллөһө.
Күңел ятмағанды үҙ итеп бит
Йәшәнек беҙ, әҙәм көлкөһө.
Көлкө генәме һуң? Фажиғә был!..
Беҙҙең башҡа төшкән фажиғә.
Заман керен сайҡап булһа икән,
Сайҡағандай керен Сажиҙә.

1990


Вернуться назад