Йырсы бәйгегә саҡыра21.08.2015
Йырсы  бәйгегә саҡыра Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙәбиәт йылы айҡанлы танылған йырсы, Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” гәзите менән берлектә уҡыусыларыбыҙ араһында “Уйлан, Кеше!” тигән конкурс иғлан итә.


Ижади бәйгенең шарттары түбәндәгесә:
“Башҡортостан” гәзитенең һәр һанында Радик Динәхмәтов нәшер иткән “Кеше...” китабынан бер шиғыр баҫыласаҡ. Барлығы 32 әҫәр. Һеҙ уларҙың бөтәһен дә йыйып, киҫеп алынған төп нөсхәһен һәм үҙегеҙ яҙған бер шиғырҙы (тема сикләнмәй), шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа (50600 индексына) яҙылыу тураһында квитанцияның күсермәһен 15 октябргә тиклем редакцияға ебәрегеҙ.
Конкурсҡа 28 октябрҙә сәғәт 2-лә Матбуғат йортоноң тамаша залында (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) йомғаҡ яһаласаҡ. Ошонда уҡ Радик Динәхмәтов һеҙҙең өсөн бер сәғәтлек концерт менән сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә. Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға – тәүге шиғыр.

Шәйехзада Бабич

Һин алдама

Һүҙҙәреңдең барыһы ялған,
береһе ысын һүҙ түгел,
Һиндә юҡ ысын һүҙ менән ап-асыҡ йөҙ,
төҙ күңел.
Алдаһаң да күп кешене, булманы бит
файҙаһы,
Тәүсиә итәм* һиңә мин:
«Инде ысын һүҙле бул!»

Алма ат** «алдаҡсы» тип, кәкрене турыла,
алдама!
Тиҙ тайырһың алдаһаң,
алдау юлы бик боҙло юл.

Ал исем «ысын һүҙле» тип, бер ҙә ҡурҡма,
ысынды әйт,
Сөм-ҡара, ап-аҡты айырырға тура һүҙ –
көҙгө ул.

Ҡалһын исемең мәңгегә, ысын һүҙ менән
ал атаҡ!
Ҡыҫҡаһы: ғәйрәтле бул, ысын һүҙле бул! Был – изге юл.

*Тәүсиә итәм – кәңәш итеп әйтәм.
**Ат – исем.


Вернуться назад