“Әҙәби нағыш” – Бөрйәндә!19.08.2015
Йәмле Бөрйән тәбиғәте ҡосағында тыуған кешенең моңһоҙ булыуы мөмкин түгел. Бындағы һәр ағастан, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән, хатта үлән ҡыяғынан моң ағыла. Шуға ла Әхмәт Сөләймәнов, Самат Ғәбиҙуллин, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитов, Айһылыу Ғарифуллина кеүек шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана бөрйәндәр.

ИЛЕМӘ

Башҡортостан, тауҙарыңа менеп
Хайран ҡалып ҡарап торамын.
Ошо матурлыҡҡа хозурланып,
Хыялымда һәйкәл ҡорамын.

Ағастарың йәмгә төрөнгәндәр,
Йәйрәп ята йәшел туғайың.
Урман-тауҙар йырлап ебәрерҙәй,
Яңғыраһа моңло ҡурайың.

Кешеләрҙең йөҙө йылмайыулы,
Әйтерһең дә, йәйғор балҡышы.
Килер йылдарҙа ла яҡты булһын,
Аяҙ булһын илем яҙмышы.

БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Тамырҙарҙа башҡорт ҡаны аға,
Ғәзиз телем һеңгән аңыма.
Рух киңлеге, күңел бөтөнлөгө
Өҫтәй минең тыуыр таңыма.

Башҡорт теле – халҡым хазинаһы,
Изге аманаты, үлемһеҙ.
Был тормошта тел ҡәҙере көслө,
Йәшәй алмай милләтем телһеҙ.

Ата-бабаларым һаҡлап ҡалған,
Ҡурсалаған уны борондан.
Уралымдың батыр уландары
Дошмандарҙың барын ҡырғандар.

Был тел миңә бик күп нәмә бирә:
Сихри моңон, көсөн, ҡеүәтен.
Яңғырата төҫлө бар донъяға
Кешелектең аҡыл ҡеүәһен.

Әҙәм балаһына – үҙ ғүмере,
Ә ғүмерҙәргә тел бик ҡиммәт.
Халҡымдың бер үткер ҡоралы ул,
Шунда сағылалыр бар хикмәт.
Һөйгәндәй мин атай-әсәйемде,
Һөйәм шулай ғәзиз телемде.
Ырыҫ-бәхет нурын сәсеп, мәңге
Йәшәтһен ул тыуған илемде!

Айгиз БУРАНҒОЛОВ.


БӨРЙӘН ҠЫҘЫ

Таш ҡаялар сыңлап китә төҫлө,
Күңелемдә хистәр тирбәлә.
Сит ерҙәрҙә, башҡа өлкәләрҙә
“Һин бит Бөрйән ҡыҙы”, тиһәләр.

Бөрйән бит ул айырым ил кеүек,
Айырылып тора халҡы ла.
Ихлас, дәртле, алсаҡ, ғорур ҙа ул,
Кәрәк саҡта һыу ҙа, ялҡын да.

Ғорурланып шулай яуап бирәм:
Мөғжизәле ерем – ул Бөрйән.
Тыуған яғым һәр бер ул-ҡыҙына
Һүнмәҫ ялҡын, һәләт, дәрт биргән.

Бөрйән ҡыҙы, ниндәй ғорур исем!
Әйткән саҡта ошо исемде,
Йөрәгемдә бөтмәҫ моң ағыла,
Йырға ҡушып һөйләй хисемде.


ТЫУҒАН
АУЫЛЫМ


Мәғрур тауҙар итәгендә
Тыуған ауылым – Ҡыпсаҡ.
Ҡайҙа ғына йөрөhәм дә,
Күңелемә тынғы тапмай,
Һағынып ҡайтам hәр саҡ.

Йәмле Үҙән буйҙарында
Моңон hуҙа hандуғас.
Күңелдәрҙә шатлыҡ урғый,
Тыуған яғым киңлектәре
Гөл-сәскәгә күмелгәс.

Йәшел шәлле ҡайындарым
Тирбәлә иҫкән елгә.
Ғорур баҫҡан ҡарағайҙар,
Геүләп осҡан бал ҡорттары
Йәм бирә тирә-йүнгә.

Күккә ашҡан тауҙарымды
Төйәк иткән бөркөттәр.
Ауылымды данға күмә
Һәр эштә лә уңған, өлгөр,
Көслө рухлы кешеләр.

Нурзилә УСМАНОВА.


Вернуться назад