“Әҙәби нағыш” – Әбйәлилдә!18.08.2015
Район үҙәгендә эшләп килгән “Йәйғор” (етәксеһе — Зөлфирә Ҡарағужина) әҙәби берекмәһендә 30-ға яҡын ағза иҫәпләнә. Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзалары, ауылда йәшәп ижад итеүселәр Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Иҙрис Ноғоманов кеүектәрҙең булыуы – оло мәртәбә. Әбйәлил ере әҙәбиәтебеҙгә Рамаҙан Өмөтбаев, Зиннур Нурғәлин, Шакир Бикҡолов, Ким Әхмәтйәнов, Ҡол-Дәүләт кеүек шәхестәрҙе биргән.

Ете шәмем

Урал буйҡайҙары ете шәмдер,
Суҡлы-суҡлы ете тәлгәштер.
Алыҫ юлдан арып, илгә ҡайтҡан
Ир ҡулына ҡунған тәгәстер.
Һин: “Шишмәлер”, — тинең һөйөүемде,
Мин: “Миләштер”, — тинем, шатланып.
Икеһен дә берҙәй яҡын күрҙем,
Икеһе лә килде сафланып.
Ете шәмем минең – ете юлым,
Береһе – аҡ, береһе – ҡаранан,
Йәшел, зәңгәр, ҡайнар ҡан төҫлөһө –
Батыр тәнендәге яранан.
Ете шәмем минең – ете юрау –
Һис етемәк итмәҫ йөрәкте.
Ете юлдан ҡайтҡан йән һөйгәнде
Көтөргә лә ул бит өйрәтте.

Зөһрә КАШАПОВА.


Көслөләр иламай, тиҙәр...
Көслө заттар иламай ул, тиҙәр,
Юҡ, юҡ, дөрөҫ түгел был һүҙҙәр.
Эстән генә янып-көйә улар,
Ҡоро килеш ҡала тик күҙҙәр.

Эстән генә һыҡтай, күҙ йәштәрен
Йәшерә лә күңел төбөнә.
Иламайса тыйылып ҡала белгәс,
Көслө булып улар күренә.

Тик төндәрен, кеше күрмәгәндә
Күҙ йәшенә ирек бирәләр.
Көслө заттар иламай ул, тиҙәр,
Илай улар.
Илай беләләр.

Әлфиә АБДРАФИҠОВА.


Башҡорт теле

Башҡорт теле – туған телем,
Һөйәм уны ғүмер буйы.
Ниндәй эшкә тотонһам да,
Тик башҡортса тыуа уйым.
Башҡорт ҡыҙы булған өсөн
Ошо телдә фекерем дә.
Балаларға белем бирәм,
Был тел – минең һөнәрем дә.
Башҡорт теле – бөйөк тел, тип,
Ғүмер баҡый ғорурланам.
Телен һөйөп, минең кеүек
Ғорурланһа ине балам.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА.


Ҡышҡы төндәр
ҡыҫҡа, тиһең...


Ҡышҡы төндәр ҡыҫҡа, тиһең,
Тик минең өсөн оҙон.
Яҡты ай, сағыу йондоҙҙар
Иретмәй күңел боҙон...
Ҡышҡы төндө ҡыҫҡа тиһең,
Һинең өсөн ҡыҫҡалыр.
Һүнгән өмөттәрҙе өрөп,
Яндырыуым бушҡалыр.
Ҡышҡы төндө ҡыҫҡа, тиһең.
...Атмай ҙа таңы, атмай!
Төн ҡыҫҡа бәхетлеләргә –
Аңланым, керпек ҡаҡмай...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.


Карап

Ағай эшләне карап,
Торҙом һоҡланып ҡарап.
Йырғанаҡта йөҙҙөрөүгә
Ҡалды ул миңә ярап.

Йөҙөп китте, юҡ булды,
Эштәрем инде харап.
Яһармы икән ағайым
Миңә яңынан карап?

Лилиә СОЛТАНОВА.


Көҙ – рәссам

Көҙгө япраҡтар, өҙөлөп,
Һуҡмаҡтарға ҡойола.
Уларҙың сағыу төҫтәре
Йәйғор төҫлө тойола.
Шул йәйғорҙо кисеп үтәм,
Ҡыштырлап ҡала улар.
Көҙ-рәссам һис йәлләмәгән
Көҙгә сағыу буяуҙар.

Динара ҒӘЛЛӘМОВА.


Вернуться назад