Бөтөнөһөн дә үҙ эсенә алған18.08.2015
“Сибай” энциклопедияһы ҡаланың 60 йыллыҡ юбилейына ҡарата иң оло бүләктәрҙең береһе булды.


Быға тиклем Сибай тураһында байтаҡ китап сыҡты: ҡаланың 40 йыллығына – «Сибай: ҡыҫҡаса популяр тарихи-этнографик һәм социаль-иҡтисади очерктар”, ярты быуатлыҡ юбилейына – “Сибай: үткәндәр аша киләсәккә…” китаптары, тағы биш йылдан “Гүзәл миҙгелдәр” фотоальбомы донъя күрҙе. Артабан ошо һәм башҡа баҫмаларҙа теркәлгән таусылар ҡалаһы, уны төҙөгән һәм данын арттырған арҙаҡлы шәхестәр тураһында тарҡау мәғлүмәтте бергә туплау зарурлығы тыуҙы. Энциклопедия сығарыу идеяһын хакимиәт башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов ихлас хуплай һәм уны Сибайҙың 60 йыллығына бағышларға тәҡдим итә.
Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, ”Сибай” энцикло­пе­дия­һы мөхәр­ририәте сәркәтибе Рәсүл Байгилдин әйтеүенсә, алда торған бурыстың оло булыуын иҫәпкә алып, эш 2013 йылдың апре­лендә үк башланған. Баҫманың төплө, ғилми яҡтан нигеҙле, сифатлы башҡарылыуы мөһим булғанға күрә, ”Башҡорт энцик­лопедияһы” ғилми-нәшриәт комплек­сы менән килешеү төҙөлгән. Мате­риал­дар­ҙы тикшереү, тулыландырыу, мөхәррирләү һәм нә­шер итеү бурысын ғилми-нә­ш­риәт комплексы үҙ өҫтөнә алған. Мәҡәләләрҙе яҙырға урындағы ғалимдар, әүҙем йә­мә­ғәт­селәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, айырым кешеләр йәлеп ителгән. Ҡала гәзиттәре һәм телеви­дениеһы аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, уларҙың дәүләт, ҡала ал­дындағы ҡаҙаныштары булған туғандары, дуҫ-ише, таныш-белеше тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙыуын һорағандар.
Ғөмүмән, ҙур күләмле энцик­лопедияға 1760 мәҡәлә, 550 фотоһүрәт тупланған. Баҫ­маның дөйөм күләме – 560 бит.



Вернуться назад