Ҡитғаларҙы тоташтырҙы илһам ҡанаттары18.08.2015
Ҡитғаларҙы тоташтырҙы  илһам ҡанаттары “Әҙәби нағыш” марафоны республика буйлап сәфәрен дауам итә. Башҡортостандың утыҙлап төбәгендә булып, бына Ирәмәл тауы буйына ла барып етте. Яңыраҡ рухи эстафетаны Учалы һәм Белорет райондары ҡабул итте. Был күркәм сарала ҡатнашыу Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, прозаиктар Сабир Шәрипов, Салауат Вахитов, филология фәндәре докторҙары Зәйтүнә Шәрипова, Фәнил Күзбәков, шағирҙар Дамир Шәрәфетдинов, Гүзәл Ғәлиева, композитор Айрат Ғайсин, Милли әҙәбиәт музейынан Әлмира Шәрипова, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Гүзәл Көн­сыуаҡоваларҙың өлөшөнә төштө.

Был тиклем күп ҡунаҡтың килеүе – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ, тип ҡар­шыланы Учалы район хакимиәте баш­лы­ғы­ның социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Зөһрә Гордиенко. Ғәҙәттә, бүтән ерҙәрҙә төп саралар район үҙә­ген­дә үтә, ә беҙгә бында Ахун ауылын күрһә­тер­гә булғандар. Ундағы халыҡ та яҙыу­сы­ларҙы күҙмә-күҙ күреп ҡыуанһын әле, тиҙәрҙер.
Юлда барғанда, Зөһрә Мәүлитбай ҡы­ҙы төбәктең әҙәби мөхите хаҡында һөй­ләне. Баҡтиһәң, халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллинға Учалы ҡалаһында фатир биргәндәр икән. Тимәк, оло әҙипкә тыуған яғына ҡайтһа, яҡшы шарттарҙа йәшәү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, Учалы яҙыусылар ойошмаһы, “Ҡуңыр буға” ижади берлеге уңышлы эшләп килә.
Ҡитғаларҙы тоташтырҙы  илһам ҡанаттарыАхун – боронғо мишәр ауылы. Бөгөн уның яртыһын башҡорттар тәшкил итә. Яңыраҡ асылған бронза быуаты дәүе­рендәге менгирҙар комплексы менән дә билдәле ул. Ҡоролманың йәше – яҡынса дүрт мең йыл. Был обсерватория ҡояшты, айҙы күҙәтеү, йондоҙлоҡтарҙы, ҡояштың ҡалҡыу нөктәһен, көн менән төндөң тигеҙләнгәнен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланылған. Урындағы етәкселек әйтеүенсә, ундағы ҡомарт­ҡылар менән Ҡытай ҙа ҡыҙыҡһына икән. Тимәк, яҡын арала бында туристик маршрут асылыуы ихтимал.
Ауыл халҡы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова, актер Алмас Әмиров, Башҡортостандың элекке мөфтөйө Ғабдрахман Рәсүлев менән дә хаҡлы ғорурлана. Бында әҙәбиәткә, мәҙәниәткә битараф булмаған халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт йортондағы сараға кешеләрҙең эркелеп килеүе – рухиәт үҫешенә асыҡ дәлил.
Ҡитғаларҙы тоташтырҙы  илһам ҡанаттары– Рәсәйҙең бер өлкәһендә лә ошондай кимәлдәге саралар уҙғарылмай, – тине сәләмләү телмәрендә Спартак Ильясов. – Башҡортостан был йәһәттән ғорурлана ала. Ысынлап та, әҙәбиәтһеҙ тормошто күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Унһыҙ мәҙәниәт йорттары ла, театрҙар ҙа, филармониялар ҙа булмаҫ ине.
Учалы ере халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын байытҡан Ҡобағош, Мәхмүт, Ҡарас сәсәндәрҙең эҙен һаҡлай. Был рухи сылбырҙы Ғәзим Аллаяров, Нәжибәк Хафизов, Мөхәмәт Хәйҙәров, Рәмзилә Хисаметдинова, Сабит Суфиянов (Әбүс), Рәүеф Насиров, Вил Ғүмәров кеүек әҙиптәр дауам итте. Бөгөн дә илһамланып әҫәрҙәр тыуҙырған учалылар етерлек: халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, Мәүлит Ямалетдинов, Спартак Ильясов, Гүзәл Ғәлиева, Фәниҙә Исхаҡова, Фәнил Бүләков, Рәүеф Шаһиев, Эдгар Вилданов, Мөнир Иҡсанов...
Билдәле булыуынса, әҙәби марафон яңы исемдәрҙе асыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Шиғриәт, проза секциялары ултырышында байтаҡ авторҙарҙың әҫәрҙәре тикшерелде. Шуныһы һөйөнөслө: киләсәктә әҙәбиәтебеҙҙе байытаһы, киләсәктә яҡшы китаптары менән ҡыуандыраһы йәштәр байтаҡ. Атап әйткәндә, Айзирә Шәйхетдинова, Денис Ғилманов, Рәсилә Ғарипова, Миләүшә Сибәғәтуллина кеүек таланттарға әҙиптәр оло ышанысын белдерҙе.
Сәфәребеҙҙең икенсе көнөндә Белорет районына юлландыҡ. Иҙел башы халҡы әҙиптәрҙе Европа һәм Азия ҡушылған ерҙә ҡаршы алды.
– Әҙәбиәт илдәрҙе генә түгел, ҡитға­ларҙы ла тоташтыра, шуға һеҙҙе ошо урында көтөп алдыҡ, – тип сәләмләне район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев.
Былтыр мәҙәни марафон уҙғарыл­ғанда, белореттар йыл эмблемаһын Ирәмәл тауына күтәргәйне. Быйыл да байрамды үҙенсәлекле итеп ойоштороуҙарына һоҡланып ҡуйҙыҡ.
Ҡитғаларҙы тоташтырҙы  илһам ҡанаттары– Заманында Башҡортостандан биш сәнғәт әһеле “СССР-ҙың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, шуларҙың өсәүһе – Белорет районынан! – тип ғорурлыҡ менән һөйләне район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова. – Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Яныбай Хамматов, Мөхөтдин Тажи, Сабир Шәрипов, Роза Аҡкучукова, Ғәли Хәмзин кеүек шәхестәрҙең яҡташтары булыу беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Белоретта уҙған көн дә мәҙәни сара­ларға бай булды. Район китапханаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиев төбәктәге ижади эшмәкәрлек хаҡында һөйләне. Әйт­кәндәй, бындағы китапханалар сел­тәре – республикабыҙҙа иң яҡшылар иҫәбендә.
Заманында завод булараҡ барлыҡҡа килгән ҡалаға байтаҡ билдәле кешеләр килеп киткән. Бөйөк урыҫ шағиры Александр Пушкин да батша хөкүмәте ҡушыуы буйынса завод тураһында мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында Белорет ерендә булған, тиҙәр. Был хаҡта уның яҙмаларында ла телгә алына. Ҡунаҡтар Александр Пушкиндың бюсына сәскәләр һалғас, төп сара Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында дауам итте.
Белоретта башлап яҙыусылар өс төркөмгә бүленде: урыҫ телендә ижад итеүселәр, башҡорт прозаһы һәм шиғ­риәте. Башҡорт шиғриәте секцияһында ете автор ҡулъяҙмаларын тәҡдим иткән. Улар араһында 5-се класс уҡыусылары ла, студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа бар ине. Өфөнән килгән шағирҙар Фәнил Күзбәков, Гүзәл Ғәлиева, Гүзәл Ситдиҡова, Мәүлит Ямалетдинов, Дамир Шәрәфетдинов, Белореттан Зөһрә Үтәғолова, Зөлфирә Сөләймәновалар, һәр ҡулъяҙмаға ентекле анализ яһап, етди баһалар бирҙе. Асылда бындағы һөйләшеүҙе Яҙыусылар союзындағы шиғриәт секцияһының күсмә ултырышы тип тә баһалап булыр ине.
Урындағы «Урал» гәзитендә элек сығып килгән айырым әҙәби битте тергеҙеп, унда редакцияға килгән шиғырҙарға баһаламалар баҫтырып торорға тигән тәҡдим индерелде. Ул саҡта һәр кем үҙенең яҙғаны ни өсөн гәзиттә донъя күрмәгәнен, артабан нисек эшләргә кәрәклеген белеп торасаҡ. Рәсимә Сәлихованың шиғырҙарын «Китап» нәшриәтенең ”Йәштәр тауышы” серияһына тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарҙы әҙиптәр. Ә Фәйрүзә Кинйәбаева, Мөнирә Сәлимйәноваларға ижад емештәрен айырым китап итеп сығарыу өсөн нәшриәткә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелде. Нәркәс Йомағужина, Лира Хәйруллиналарҙың шиғырҙары ла ыңғай баһа алды. Башҡорт телендә ижад итеүселәр Иҙел башында байтаҡ булыу сәбәпле, Инйәр зона­һындағы авторҙарҙы айырым йыйып тикшерергә булдылар.
Урыҫ телендә яҙышыусылар исемлеге ҙур ине. Уларҙы тикшереүсе Дмитрий Масленников, Салауат Вахитов, Зәйтүнә Шәрипова матур табыштарға юлыҡҡан. Бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен “Бельские просторы” журналында сығарырға килеш­кәндәр.
“Әҙәби нағыш” марафоны менән республикабыҙҙың байтаҡ райондарында булырға тура килә. Шундай сәфәрҙәрҙән һуң халҡыбыҙҙың ни тиклем дәртле, талантлы, сәсән телле икәненә инанаһың. Ошо мөһим сараларҙан әҙәби тормо­шобоҙҙоң яңы һулыш аласағына тамсы ла шик юҡ.


Вернуться назад