Ижадынан нур бөркөлә15.08.2015
Ижадынан  нур бөркөлә Өфөлә йәшәгән танылған ижадсы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәғиз Шәйхетдиновҡа яңыраҡ 60 йәш тулды.

Ул Бүздәк районындағы Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуып үҫә. Атаһы Ғәйнелғилем менән әсәһе Суфия апай күркәм тәрбиә бирә балаларына. Төрлө һәләттәрен үҫтерергә лә мөмкинлектәр тыуҙыралар. Вәғиз мәктәп йылдарында уҡ рәсем төшөрөү менән мауыға. Шуға күрә, ике уйлап тормай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә. 35 йыллыҡ ижад ғүмерендә төрлө ҡалаларҙа тиҫтәнән ашыу шәхси күргәҙмәһен ойоштора ул. Ә инде күмәк күргәҙмәләрҙә нисә тапҡыр ҡатнашҡанын үҙе лә хәтерләмәй хәҙер.
Ижадынан  нур бөркөләВәғиз Ғәйнелғилем улы — 1995 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы. 2012 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Күп яҡлы талант эйәһе рәсем сәнғәтенең барлыҡ жанрҙарында ла уңышлы эшләй. Элегерәк тәбиғәт күренештәрен, натюрморттарҙы төшөрөүгә өҫтөнлөк бирһә, һуңғы йылдарҙа иһә үҙен оҫта портрет яҙыусы итеп танытты Вәғиз әфәнде. “Ҡатмарлы ижад ул. Тәбиғәт күренешен йә булмаһа натюрмортты төшөргәндә еңелерәк, — ти рәссам. — Ә портрет яҙыу бөтөнләй башҡа халәткә ҡуя ижадсыны, сөнки кешенең холоҡ-фиғелен дә, күңел кисерештәрен дә тотоп ала белергә тейешһең. Үҙенсә бер бәйләнеш килеп тыуа уның менән”.
Ижадынан  нур бөркөләТәбиғәт күренештәрен йылдың төрлө миҙгелдәрендә төшөрөргә ярата талант эйәһе. Бының өсөн ул Башҡортостандың иҫ киткес матур төбәктәренә сәйәхәт итә. Рәсәй күләмендә күренекле рәссамдарҙың илдең төрлө төбәктәрендә ойошторолған ике-өс аҙналыҡ ижад сәфәрҙәрендә ҡатнашып, һәр береһенән тиҫтәләрсә картина өсөн эскиздар әҙерләп ҡайта ҡылҡәләм оҫтаһы. Вәғиз әфәнде бигерәк тә киндергә майлы буяу менән төшөрөргә ярата.
Иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: һәммә ижад эштәренән дә яҡтылыҡ, нур бөркөлөп тора. Уларҙы ҡарап, күңелеңә хисле бер ләззәт, рәхәтлек алаһың. Рәссамдың тағы ла бер өҫтөнлөгө – уның әҫәрҙәренең милли рухлы булыуы. Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар гүзәллегендә сағылыш таба уның әҫәрҙәрендә. Портреттарҙы ла ҡойоп ҡына ҡуя автор. Айырыуса өлкән йәштәге апай-ағайҙарҙы төшөрөргә ярата. “Йәштәр йәшлеге менән матур. Ә өлкәндәрҙең һәр йыйырсығында тормош миҙгелдәре, күп йыллыҡ хәтирәләр яҙылған”, — ти ул.




Вернуться назад