Тап ошо өс бөйөк һүҙ билдәләй Урал Ҡолошовтың ижадын. Уны өлкәлә һәм Башҡортостанда ҡаурый ҡәләм оҫтаһы ғына түгел, рәссам булараҡ та беләләр. Сосновка районындағы Долгодеревенское ауылының сәнғәт мәктәбендә 25 йыл эшләгән Урал Фәләх улының уҡыусылары йыл һайын Силәбе өлкәһе һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулай. Урал Ҡолошов – өс китап авторы. Уның хикәйәләре һәм шиғырҙары шулай уҡ әҙип үҙе етәкләгән «У камина» тип аталған район яҙыусылары һәм шағирҙары берекмәһе хәстәрлегендәге һәм Аҡмулла исемендәге өлкә ижадсылары ойошмаһы әҙерләгән йыйынтыҡтарға ингән.
Милләттәшебеҙ район музейында билдәле башҡорт әҙибе Ғәлимов Сәләмдең экспозицияһын ойошторған. Әйткәндәй, Урал Фәләх улын танылған шағир менән туғанлыҡ ептәре бәйләй.
Әлеге йыл Урал Ҡолошов өсөн матур сараларға бай: ул мәҙәниәт өлкәһендә маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, күркәм юбилейын билдәләне һәм «Күңел йылыһы» тип аталған балалар китабын әҙерләне. Йыйынтыҡ ошо арала Өфө нәшриәттәренең береһендә донъя күрергә тейеш.
Форсаттан файҙаланып, яҡташыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ижади үрҙәр яуларға насип булһын уға!