Баш, муйын11.08.2015
Ир – баш, ир – хужа, ти мәҡәл,
Ҡатын ни, бары – муйын.
Ҡабырғанан әүәләнгәс,
Муйын булыуы ҡыйын.
Ҡайҙа теләй – шунда бора,
Йәнәһе, башты муйын.
Ә һуң күҙҙәр ҡайҙа ҡарай –
Шуны белмәүе ҡыйын.
Ярай, башта аҡыл булһа,
Буш баштар, гүйә, суйын.
Шундай баштарҙы күтәреп,
Сейләнә елкә, муйын.
Донъя йөгөн тартҡан саҡта,
Ҡамыт та кейә муйын.
Ә дан тажын баш кейә бит –
Ғәҙеллек ҡайҙа? Ҡыйын...
Көс еткеһеҙ ҡамыттарҙы
Баштар үҙҙәре кейһен.
Ә “муйын”дар муйынына
Тик затлы сылбыр элһен.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.

Баймаҡ районы.


Яңғыҙаҡ

Күктәргә күтәреп алып,
Үҙеңде маҡтанылар.
Исемеңде көйгә һалып,
Һиңә дан йырланылар.

Һәр ерҙә һиңә – ихтирам,
Һин хәҙер бөйөгөрәк.
Яҡын дуҫтар аҫта ҡалды,
Һин хәҙер бейегерәк.

Данлауҙарға түҙә алмай,
Күккә сөйөлдө танау.
Һиңә хәҙер буй етмәҫлек,
Әйтерһең дә, бейек тау.

Күршеңде лә танымайһың,
Әллә һиндә юҡ күңел?
Күптәнге таныштарың да
Һиңә хәҙер тиң түгел.

Йән дуҫтарҙы юғалтҡанға
Үкенмәҫһеңме аҙаҡ?
Бейектәргә менгән һайын
Һин бит унда яңғыҙаҡ...

Римма МЫРҘИНА.

Баймаҡ районы.


Йәшел яулыҡ

Әсәйемдең төҫө – йәшел яулыҡ,
Ҡомартҡыһы итеп һаҡлайым.
Шул яулыҡтан затлы һәм ҡәҙерле
Башҡа нимә бар һуң, тапмайым.

Әсәкәйем төҫө – йәшел яулыҡ,
Яулыҡ ҡына түгел аманат.
Һинең кеүек була алмам, ләкин
Исемеңә төшмәҫ яманат.

Ғүмер тигән һикәлтәле юлдың
Етеп барам инде аҡшамына,
Ашығамын Ҡөрьән ашына тип,
Йәшел яулыҡ бәйләп башыма.

Фәриғә КҮСӘКОВА.

Хәйбулла районы.


Йылмай

Йылмай, йылы майым,
Яҙылһын йөҙөң, яҙым.
Тик һин, һин генә бит
Йәнгә килешер наҙым.

Йылмай, йылы майым,
Яҙылһын йөҙөң, яҙым.
Тик һин, һин генә бит
Тәнгә килешер наҙым.

Фәнис СИРБАЕВ.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад