Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәшәгән әҙәбиәт һөйөүселәр ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ниһайәт, “Әҙәби нағыш” марафоны был яҡтарға ла килеп етте. Урал аръяғы – таланттар төйәге, әйтерһең дә, мәғрур Ирәндек тауҙары ниндәйҙер илаһи һәм сихри көс менән уларҙы үҙенә йыя ла, ҡанат нығытҡан балаларын ояһынан осорған ҡош кеүек, талпынырға фатиха бирә. Тап ошо төбәктә башҡорт шиғриәте шоңҡарҙары Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Буранбай Исҡужин үҙ юлын тапты, танылған яҙыусылар Аҫылғужа Баһуманов, Таңсулпан Ғарипова, Наил Ғәйетбаев, Зөһрә Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева йәшәп һәм эшләп китте. Уларҙың юлын бөгөн лайыҡлы рәүештә яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов, драматург Әминә Яхина, шағирәләр Айгөл Ишемғужина, Фирүзә Алсынбаева һәм башҡалар лайыҡлы дауам итә.
Хәйбулла, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында өс көн буйына барған рух байрамы үҙенсәлеге, матурлығы, күңел йылыһы менән хәтерҙә уйылып ҡалды.Сал ҡылғанлы
Хәйбулла ерендәБашҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге делегацияны хәйбуллалар район сигендә үк икмәк-тоҙ, шифалы ҡымыҙ һәм яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Яҡташтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, яҙыусы һәм шағирә Гөлнур Яҡупова, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тарихты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Айгөл Буранғолова, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов иңенә районда ҡәләм тирбәтеүсе 52 кешенең ҡулъяҙмаһын баһалау, уларға үҙ кәңәшен еткереү, оҫталыҡ дәресен күрһәтеү бурысы һалынды. Башҡорт һәм урыҫ телендә ижад итеүселәрҙең иң олоһо Бөртөкбикә Ғәлинаға 86 йәш булһа, иң кесеһе Ғәзим Фәйзуллин V класта уҡый.
“Хәйбулланың көмөш ынйылары” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә башлап ҡәләм тирбәтеүселәр, китапханасылар, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев үҙ сығышында әҙәби марафондың маҡсатын билдәләп үтте, тәҡдим ителгән ҡулъяҙмаларға дөйөм баһа бирҙе, урыҫ телендә ижад итеүселәрҙең һәр береһенә шәхсән туҡталып, кәңәштәрен еткерҙе.
— Баш ҡаланың әҙәби мөхитенән йыраҡ урынлашҡан Хәйбулла ерендә ижад итеүселәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Ҡулъяҙмалар араһында беҙ эҙләгән табыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Линиза Шакированың тормошсан хикәйәләрен, Фәриғә Күсәкованың өлгөргән шиғырҙарын бөгөндән үк китап итеп баҫтырырға мөмкин, — тине Наил Әсҡәт улы. – Киләсәктә был авторҙарҙы Союзға алыу мәсьәләһен уйларбыҙ.
Ҡәҙим Аралбаев менән Фәрзәнә Аҡбулатова яҡташтарына кәңәштәрен еткерҙе, шулай уҡ хәйбуллалар “Ҡатындар” әҫәренең авторы Гөлнур Яҡупованың сығышын йылы ҡабул итте.
Районда ҡасандыр эшләп килгән әҙәби түңәрәктең юҡҡа сығыуын, йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бергә туплар, кәңәшләшер урындың булмауын иҫәпкә алып, йәш яҙыусыларға ижади яҡтан ярҙам итеү маҡсатында, яңы асылған әҙәби түңәрәктең етәксеһе итеп Хөснулла Акилов һайланды. Тимәк, киләсәктә сал ҡылғанлы далалар иркенлеген сағылдырған, йәмле Һаҡмарға дан йырлаған, йомарт һәм изге Хәйбулла халҡының яңы образдарын тыуҙырған өр-яңы әҫәрҙәр яҙыласаҡ әле.
Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында “Ижад тамырҙары — тыуған ерҙә” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә шағир Ҡадир Әлибаевтың һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Ирек Атанов яҙған “Хәйбулла” гимны менән асылды. Уны йырсы Рәсимә Динисламова башҡарҙы. Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ сығышында, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторолған марафондың йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн оло мәктәп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, райондаштарын әүҙем яҙышырға, ижад менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
— Беҙҙең төбәктә элек-электән һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ халыҡ йәшәгән. Хәйбуллалар күренекле шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаев, яҙыусылар Ғәзим Шафиҡов, Фәрзәнә Аҡбулатовалар менән хаҡлы ғорурлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа районда йәштәрҙең әҙәбиәткә килмәүе борсой. Башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә, хәйбуллалар ваҡытлы матбуғат биттәрендә аҙ күренә, исемдәре ишетелмәй. Бөгөнгө сара күңелдәрендә ижад осҡондары йөрөткәндәрҙе ҡабындырып, тағы ла илһамландырып ебәрер тигән теләктәмен. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һәр башланғысты хупларға, ярҙам итергә әҙербеҙ. Хөрмәтле ҡәләм оҫталары, әүҙемерәк булығыҙ, дәртләнеп ижад итегеҙ, һеҙҙән яңы китаптар көтөп ҡалабыҙ, — тине Раил Хажморат улы.
Тау колледжындағы осрашыу дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Кисәнең иң тулҡынландырғыс минуттары яҡынлашты: “Әҙәби нағыш” марафоны эстафетаһын Күгәрсен районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина Раил Ибраһимовҡа тапшырҙы.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында дүрт моделле һәм бер район китапханаһы эшләй. Китапханалар селтәре директоры Аксана Сынбулатова етәкселегендәге коллектив үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Сал ҡылғанлы, киң далалы Хәйбулла еренән илһам һәм дәрт алған яҙыусылар артабанғы сәфәрен Баймаҡ тарафында дауам итте.
Баймаҡ — таланттарға бай яҡБаймаҡтар, һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡтарҙы үҙҙәренә генә хас ихласлыҡ менән ҡаршыланы. Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина етәкселегендәге төркөм “Әҙәби нағыш” эстафетаһын лайыҡлы ҡаршыланы, һүҙ ҡөҙрәтенең бәҫен белеп, яҙыусы баһаһын күтәрҙе, йәш ижадсыларға илһам өҫтәне. Район китапханаһы янында башланған рух байрамында Наил Ғәйетбаев, Мирас Иҙелбаев, Гөлнур Яҡупова һәм Айгөл Буранғолова ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы районда 15 йыл уңышлы эшләп килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад түңәрәге ағзалары, ағинәйҙәр, район ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡаршыланы.
Бөйөк Шәйехзада Бабич яҙғанса, “аҫты – алтын, өҫтө — шиғыр” булған төбәктә ижад итмәгән, ҡәләм тирбәтмәгән кешене осратыуы ҡыйын. Бында шағир һәм яҙыусылар берәмләп түгел, күмәкләп тыуа. Әҙәбиәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә икешәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты үҫтергән данлы Күсей, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары үҙе ни тора! Шуғалыр ҙа Баймаҡ ҡәләм оҫталарының тикшереүгә ҡуйған ҡулъяҙмаларының һаны йөҙҙән артып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла сарала ҡатнашманы һәм Өфөнән килгән яҙыусылар ҙа һәр ҡулъяҙмаға ҡарата һүҙен әйтә алманы. Әммә, уларҙың араһынан иң-иңдәре һайланып, өмөтлө күренгәндәре иләктән иләнеп, һайлап алынды. Бигерәк тә баймаҡтарҙың ижадын ентекле тикшереп, кәңәшен биргән Гөлнур Яҡупованың, Мирас Иҙелбаевтың, Наил Ғәйетбаевтың һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Ижадтарына ҡарата яҙыусы һүҙен ишетеү күптәргә оҫталыҡ майҙаны, әҙәбиәт дәресе булғандыр.
— Әлбиттә, баймаҡтарҙың дәррәү һәм дәртле ижад итеүендә районда уңышлы эшләп килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның роле ҙур. Район гәзитендәге әҙәби бит, үҙнәшер юлы менән сығарылған китаптар ҙа ҡәләм тирбәтеүселәргә ҡанат ҡуя, илһамландыра. Шуныһы ҡыуаныслы: Баймаҡ районы китапханаһынан яҙыусылар бер ваҡытта ла өҙөлмәй, бында яҙыусы – китап уҡыусы араһында йылы бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә лә матур йолаға әүерелгән традиция дауам итһен, бәйләнештәр өҙөлмәһен, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев.
— Бөгөн беҙ аҫылташтар эҙләп, уларҙы уҡыусыға күрһәтеү, яңы исемдәр табыу маҡсатында килдек. Шөкөр, байтаҡ нағыштарға осраныҡ, уларҙы бер аҙ ялтыратҡанда, ынйы-гәүһәрҙәй балҡыясаҡтар әле. Шуныһы ҡыуаныслы: ижад итеүселәрҙең күбеһе – минең уҡыусыларым, ҡасандыр “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге ағзалары. Тимәк, улар күңелендәге ҡуҙ һүнмәгән, киреһенсә, балҡып янған ғына, — тине Мирас Иҙелбаев.
Баймаҡ районынан Гөлсинә Мырҙина, Зилә Ғәйетҡолова, Әлфирә Бикташева, Римма Мырҙина, Таңһылыу Вәлиеваларҙың ҡулъяҙмалары иң яҡшы тип табылды, шулай уҡ Илмира Кейекҡужина, Гүзәл Иҫәнгилдинаның хикәйәләре ыңғай баһаланды.
Халыҡ менән тулы район мәҙәниәт һарайындағы кисә сағыу кейенгән балаларҙың китап тотоп бейеүе менән асылды. Артабан алып барыусылар тамашасыларҙы башҡорт әҙәбиәтенә билдәле шағир һәм яҙыусылар бүләк иткән ауылдар менән таныштырҙы. Райондың әҙәбиәт картаһы тап тыуған ауылым Күсей менән башланыуы күңелемдә ғорурлыҡ хисе уятты, ауылдашым йәш йырсы Әлфир Замановтың Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә яҙылған “Атай йорто”н башҡарыуы тыуған яғыма алып ҡайтҡандай булды.
Баймаҡтар маһайырға ярата, тиҙәр. Маһайыр эштәре, ғорурланыр кешеләре бар икән, ниңә маҡтанмаҫҡа әле?! Ысынлап та, бында рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған, уны ҡәҙерләгән һәм хөрмәт иткән кешеләр йәшәй. Сәхнәнән Рәйес Түләктең “Оран” шиғыры бар милләтебеҙгә оран булып яңғырағанда, бейеүселәрҙең ойоҫҡота баҫып бейеүен ҡарағас, йырсыларҙың күңел түренә үтеп инерлек моңдарын тыңлағанда нисек итеп үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисермәйһең инде?! Бындай хис-тойғолар тик Баймаҡ ерендә, Рәйес Түләк яҙғанса, “Был – Баймаҡ йөмһүриәте, был – Баймаҡ ҡағанаты!”нда ғына булалыр.
Булмышында мәғрур Ирәндек тауының ҡабатланмаҫ күркәмлеге балҡыған, ҡанында илһөйәрлек, телһөйәрлек ҡайнарлығы урғылған район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов һәр саҡ яҙыусылар менән булған осрашыуҙарҙа теләп ҡатнаша. Был юлы ла, эштең ҡыҙыу мәле булыуға ҡарамаҫтан, Илшат Хәмит улы ситтә ҡалманы.
— Баймаҡ — таланттарға бай яҡ. Бөгөнгө эшлекле осрашыуҙарығыҙ һөҙөмтәһе булып тағы ла йәш таланттар үҫеп сығыр, яңы исемдәр табылыр, — тип ҡунаҡтарға Баймаҡ районының энциклопедияһын, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” исемле шиғырҙар китабын бүләк итте.
Артабан Хәйбулла районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Шәкүр Дәүләтшин “Әҙәби нағыш” эстафетаһының символын — Йылъяҙма-китапты баймаҡтарға тапшырҙы.
Киләсәктә данлы Баймаҡ ере әҙәбиәт күгендә яңынан-яңы баҙыҡ йондоҙҙар менән тулыланыр, тигән изге теләктәр менән яҙыусылар Сибайға юлланды.
Рухи һыбайлы СибайИке көн буйына тиҫтәләрсә саҡрым юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡулъяҙма тикшереп, осрашыуҙарҙан бер аҙ арып-талһалар ҙа, Сибайға яҙыусылар ашҡынып килде. Тиҙҙән күркәм юбилейын ҡаршыларға йыйынған ҡаланы һәр кем күрергә, яҡындан танышырға теләне, буғай. Хәйер, Наил Ғәйетбаев өсөн Сибай тыуып үҫкән изге бишек булһа, Мирас Иҙелбаев тап ошо ҡалала үҙенең тәүге хеҙмәт юлын башлаған. Ғафури районы ҡыҙы Гөлнур Яҡупованың да ҡаланы тәүге күреүе түгел, “Арҡайым” ҡаласығына барғанда, үтеп барышлай булһа ла Сибайға туҡталып, уға арнап шиғыр ҙа сығарып өлгөргән. Ә Айгөл Буранғолова Сибай педагогия колледжында белем алған. Ижады менән күңелдәрен арбаған серле Сирбай атлы уҙаманды күрергә теләктәре ҙур ине яҙыусыларҙың.
Ниһайәт, Фәнис Сирбаевтың да тауышын ишеттеләр. Хәтеремдә, бынан бер нисә йыл элек Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында эшләгән йылдарымда уҡ уны Яҙыусылар союзына алырға тигән ҡарар сығарып, рекомендация ебәргәйнек. Дөйөм йыйынтыҡта ике тапҡыр шиғырҙары баҫылған Фәнис Сирбаев, әле ир уртаһына етһә лә, һаман йәш шағир булып йөрөй. Хәйер, уны күптәр үҙенсәлекле шағир тип кенә түгел, танылған йырсы тип тә белә. Уның һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлетов яҙған йырҙарҙы радио тулҡындары аша йыш ишетергә мөмкин. Шулай ҙа яҙыусыларҙың Фәнис Сирбаевҡа бирер кәңәштәре бар ине.
— Үтә ашығып ижад итәһең. Бер ултырып яҙаһың да яҙғаныңа кире әйләнеп ҡайтмайһың. Ҡайһы бер шиғырҙарың башватҡыс кеүек булып китә, уҡыйһың да, нимә тип әйтергә теләне әле, тип уйланып ултыраһың, — тине Наил Ғәйетбаев.
Гөлнур Яҡупова “өлгөргән, ысын шағир ҡулъяҙмаһы менән танышыуы” хаҡында белдерҙе.
Сибайҙың балҡышы тип танылған Фәнис Сирбаевтың шиғырҙарын тулыһынса ҡарап, бер аҙ эшкәртеп, китап итеп баҫтырырға кәрәк тигән тәҡдимдәр әйтелде.
Төбәк яҙыусылар ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителгән ун ҡулъяҙма тикшерелде, һәр береһе ижадына ҡарата яҙыусы апай-ағайҙарынан фәһемле кәңәштәр алды, баһаһын ишетте.
Ут күршеләре баймаҡтарҙан “Әҙәби нағыш” марафонын ҡабул итеп, хужалар Әҙәбиәт йылына арналған “Тылсымлы ҡәләмдәр” тип исемләнгән сара ойошторҙо. Кисәлә Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының шиғри күстәнәсе, Шамил Күсәмышев етәкселегендәге ҡурайсылар, “Миләш” халыҡ вокаль ансамбленең сығыштары, Гөлсинә Ҡоҙашева, Арыҫлан Солтановтың моңло йырҙары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Һуңғы һүҙ урынынаӨс көн буйына барған әҙәби марафон үҙ маҡсатына иреште: яңы исемдәр асты, табыштарға юлыҡты. Иң ҡыҙыу бесән мәле булыуға ҡарамаҫтан, әҙип һүҙенә һыуһаған халыҡ эркелеп байрамға ашыҡты, автографтар алды. Интернет заманында йәшәйбеҙ, күптәр китап уҡымай, ваҡытлы матбуғатты алдырмай, тиһәк тә, халыҡтың рухы һынмаған, уны һаҡларға тырыша. Шағир һүҙе яңғыраған осрашыуҙар һәр кемдең күңелендә йылы тойғолар уятты, ҡәләм тирбәтеүселәрҙе яңы ижади үрҙәргә әйҙәне.