“Бала саҡ күҙҙәре” менән баға Миңлегөл07.08.2015
“Бала саҡ күҙҙәре” менән баға Миңлегөл Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең йәш ижадсыларҙы дәртләндереп, китаптарын баҫып сығарыуы күркәм йолаға әүерелде. Быйыл да бер нисә авторҙың кескәй йыйынтығын уҡып ҡыуандыҡ. Шуларҙың береһе – Миңлегөл Тайсина.


Күңелендә Хоҙай нурын йөрөткән ҡыҙҙың шиғырҙары мәктәптә уҡыған сағында уҡ Ғафури районының “Табын” гәзитендә баҫыла торғайны. Аҙаҡ ул Башҡорт дәүләт университетында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөп илһам ҡанаттарын нығытты, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле “Аҡбуҙат” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй.
Миңлегөл Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре-2000” шиғриәт фестивалендә “Мин – лирик” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.
Уның “Бала саҡ күҙҙәре” тип аталған тәүге китабына ингән шиғырҙары тыуған яҡ матурлығы, кеше күңеле, мөхәббәт тойғолары кеүек мәңгелек темалар менән һуғарылған. Китапта әсәлек, балаға ҡарата сикһеҙ һөйөү хистәренә ҙур урын бирелгән. Был ҡоро һүҙ түгел: Миңлегөл – дүрт бала әсәһе! Бәғзеләр заман ауырлығына һылтанып, ары һуғылып, бире төртөлөп йөрөгәндә, шағирәнең өс ҡыҙ менән бер ул үҫтереүе – үҙе батырлыҡ!
Ғөмүмән, Миңлегөл Тайсинаның донъяға эскерһеҙ бала саҡ күҙҙәре менән бағып, ихлас яҙылған шиғырҙары уҡыусы күңелен нурландырыр.


Вернуться назад