Ижад – сихри ҡөҙрәт07.08.2015
Ижад – сихри ҡөҙрәт Магнитогорск ҡалаһында ике авторҙың – “Урал ынйылары” әҙәби ойошмаһының иң йәш, иң әүҙем ағзаһы, Магнитогорск эске эштәр бүлеге участковыйы Мәргән Хөсәйеновтың “Облако надежды” һәм Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты студенты Эльмира Әхмәҙинаның “Тыуған яҡ биҙәктәре” исемле шиғырҙар китабының исем туйы булды.
Сарала “Ҡуңыр буға” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағир, прозаик Мәүлит Ямалетдин, шағирә Зөлфирә Ҡарағужина, Әбйәлил районының “Йәй­ғор“ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәҙис Ниғмәтуллин, шағирәләр Зөһрә Кашапова, Фәнүзә Биктимерова, Айһы­лыу Хәсәнова, “Урал ынйылары” ағзалары Сәриә Һаҡмарова, Гөлсөм Хисмәтова, Азамат Усманов, Абҙаҡ ауылынан тренер-уҡытыусы Салауат Дауытов, башҡорт теле уҡытыусыһы Әминур Дауытова, Яңы Балапан ауылынан Нәсимә Йәғәфәрова, Динара Ялмырҙина, “Нур” исемле клуб мөдире Римма Таштимерова ҡатнашты.
– Был байрам беҙгә икеләтә ҡәҙерле, – тине “Урал ынйылары”ның етәксеһе Файза Мәғәсүмова. – Әҙәбиәт йылында ике авторҙың китабына ҡарата әйтелгән һүҙҙәр уларҙың иңенә ҡанат ҡуйыр, ижадҡа дәртләндерер.
Магнитогорск ҡалаһының китапхана етәксеһе Э. Потапова һәм әҙәби ойош­ма исеменән Ф. Мәғәсүмова китап сыға­рыусы ике авторға ҡотлау хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ойошма­ның иң әүҙем ағзалары Гөлсөм Хисмә­това, Сәриә Һаҡмарова, Әминур Дауы­това, Салауат Дауытов, Азамат Усманов, Динара Ялмырҙина ҡотлау хаттары менән бүләкләнде.
Мәүлит Ямалетдин, Мәргән менән Эльмираға изге теләктәрен еткереп, үҙе­нең “Һайланма әҫәрҙәр”ен, энциклопедия һәм “Яҡты эҙҙәр” исемле шиғыр һәм прозанан торған йыйынтыҡ бүләк итте.
Ижад – сихри ҡөҙрәт. Күңелендә һүн­мәҫ дәрте, ижад ҡомары булған һәр кем байрамда китап авторҙарына уңыш­тар теләне, матур сараны ойош­тороуға ярҙам иткән Башҡортостандың Көн­сығыш иҡтисады юридик академияһы хеҙмәткәре Мәфрүзә Хөсәйеноваға рәхмәтен еткерҙе.
Шағир, композитор, журналист Азамат Усманов Мәргәндең шиғырына яҙ­ған йырын башҡарғас, зал тағы йән­ләнеп китте. VI класс уҡыусыһы Динара Ялмырҙинаның милли кейемдә башҡарған бейеүҙәре лә күңелдәргә хуш килде. Байрамды бик йәнле итеп алып барған Файза Мәғәсүмова Эльмира менән Мәргәндең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Әҙәбиәт йылына арналған матур сара “Урал ынйылары” яҙыусылар ойошмаһының сираттағы ултырышы менән тамамланды.





Вернуться назад