Голландиянан килтерелгән рәсемдәр05.08.2015
Голландиянан килтерелгән рәсемдәр Өфөнөң «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә Сулпан Билалованың «Таш йыйыусылар» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды.

Сулпан Билалова — билдәле башҡорт рәссамы, хәҙер Мәс­кәүҙә йәшәй. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағ­заһы, Шәйехзада Ба­бич исемендәге дәү­ләт республика йәштәр премияһы лауреаты.
— Беҙ барыбыҙ ҙа тәбиғәт балалары, таштар иһә беҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөй, — ти рәссам. — Күргәҙмәнең исеменә тәрән мәғәнә һалынған: минең өсөн таштар йыйыу мәле етте, был эштәрҙең барыһының да ошо коллекцияға тупланыуы осраҡлы түгел.
Өфөләге күргәҙмәгә ҡуйылған ижади эштәрҙең яртыһы Башҡортостанда төшөрөлгән. Автор гүзәл бала саҡ донъяһын үҙенсәлекле биҙәктәр менән һүрәтләй. Улар араһында «Иҫке ҡоҙоҡ», «Таш йыйыусы», «Әсәй бишеге» — «Атай бишеге», «Ҡояш аҫтындағы батшалыҡ», «Тауыҡ», «Дегәнәк» картиналары бар. Баш ҡала тамашасыһына тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән был рәсемдәр ижадсының Голландиялағы шәхси студияһында төшөрөлөп, музыка, әҙәбиәт, тәбиғәт күренештәренән алынған тәьҫораттарға бағышланған.
Күргәҙмәне асыуҙа рәссамдар, сәнғәт белгестәре, шулай уҡ Норвегиялағы арт-галерея директоры Юстинус Ван Нистелроой ҡатнашты. Ул картиналарҙы Голландиянан Башҡортостанға килтереүҙе ойошторорға ярҙам иткән.
Сулпан Билалованың күргәҙмәһе 31 авгусҡа тиклем эшләй.


Вернуться назад