З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған “Изге күңелдән — китап” акцияһы дауам итә. Был сараның маҡсаты – милли әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Унда дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, ғөмүмән, теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала. Күпмегәлер һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә бүләк итә ала.Тантаналы сараны З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов асты. Баш мөхәррир урынбаҫары Олия Әнәс ҡыҙы акцияның уңышлы дауам итеүе хаҡында һөйләп, эстафетаны Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапхана директоры Айгөл Әминеваға тапшырҙы.
Был китапхана “Китап” нәшриәте менән байтаҡ йылдар инде хеҙмәттәшлек итә, унда баҫылған бик күп баҫмаларҙы мөмкинлектәре сикләнгән йәки тома һуҡырҙар өсөн Брайль системаһы буйынса нәшерләй. Ошо акция сиктәрендә А. Әминева 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусыларына тыуған яҡты өйрәнеү өсөн бик кәрәкле “Минең Уралым мең йылдар аша” тигән аудио-китап бүләк итте.
– Ишетмәгән, күреү һәләте булмаған бер кеше лә яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең уҡырға, әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә хаҡы бар. Китап беҙҙе ҡанатландыра ла, сафландыра ла, йәшәү дәрте лә бирә, шуның өсөн тауыш яҙҙырыу студияһында тыуған яңынан-яңы баҫмаларҙы уҡыусыларыбыҙға ваҡытында тәҡдим итеп торабыҙ, – тине махсус китапхана директоры.
Мәктәп-интернат директор урынбаҫарҙары Гүзәл Мырҙагилдина һәм Айгөл Килмөхәмәтова был бүләктәрҙе ихлас күңелдән ҡабул итеп, ҡасандыр Салауат Низаметдиновты тәрбиәләгән уҡыу йортона, ундағы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Республикабыҙҙың Милли симфоник оркестры директоры, күренекле скрипкасы Алексей Воронин Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған фотоальбомды һәм тағы ла бер нисә ҡиммәтле китапты А. Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортона тапшырҙы.
Был акциянан, әлбиттә, башҡорт шағирҙары ситтә ҡалғаны юҡ. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов та, үҙ нәүбәтендә, “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан тиҫтәгә яҡын китапты һатып алып 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусыларына бүләк итте.
Йәштәргә, уҡыусы балаларға, күп балалы ғаиләләргә йүнәлтелгән был акцияны эстафета буйынса республиканың Дуҫлыҡ йорто директоры Азат Ибраһимов һәм “Сәнғәт әһелдәре” фонды етәксеһе Әлмира Соломинова ҡабул итте. Күренекле журналист һәм юморист-шағир Марсель Сәлимов киләһе марафонда ҡатнашырға теләген белдерҙе.
Акция дауам итә, әйҙәгеҙ, дуҫтар, уға берҙәм ҡушылайыҡ!