Ете тирмәле “Ватан”да05.08.2015
Ете тирмәле “Ватан”да Теләктәр тормошҡа аша бит, йәмәғәт. Ҡасан ғына әле башҡорттарҙың тарихын, Башҡортостан халыҡтары менән таныштырған этномайҙансыҡтар, туристик маршруттар хаҡында гәзит биттәрен тултырып яҙа торғайныҡ. Бына, ниһайәт, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары алдынан Башҡортостан Президенты грантына Өфө амфитеатрында “Ватан” этно­ауылы асылды. Проект авторы – рәссам, дизайнер Илдар Нурисламов.
Ағиҙел буйында Салауат һәйкәле эргәһендә урынлашҡан милли ауыл ҡалабыҙҙың иң йәмле урындарының береһенә әйләнде. “Ватан” ете тирмәнән тора. Беренсеһендә Милли музейҙан алынған ҡомартҡылар нигеҙендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше күрһәтелгән. Икенсе тирмә ҡымыҙ бешеү, кейеҙ һуғыу, ағас һырлау кеүек халыҡ кәсептәре менән таныштырһа, өсөнсөһөндә ҡунаҡтар башҡорт еренең ҡаҙылма байлыҡтары донъяһына сәйәхәт ҡыла: ҡара алтын, баҡыр, алтын, көмөш һәм башҡа аҫылташтар. Дүртенсе тирмә халыҡты Башҡортостан тәбиғәте менән таныштыра, ошонда уҡ милли ризыҡ­тарыбыҙ балдан һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итергә була. Бишенсе йорт сит төбәк, ил ҡунаҡтары өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы булмаҡсы: унда республикала йәшәгән күп һанлы милләттәр хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. Алтынсы тирмәлә Ваҡыт толпарына атланып, уҙған быуаттарҙағы кейемдәрҙе кейеп ҡарарға, фотоға төшөрөргә була. Ә инде етенсе тирмә – ул киләсәктәге Өфө. Илле, йөҙ йылдан һуң баш ҡалабыҙ ниндәй булырын күҙ алдына килтерергә теләһәгеҙ, ошондағы һүрәт­тәргә, мәғлүмәттәргә иғтибар итегеҙ!
Ете тирмәле “Ватан”даРеспубликала халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәндә, халыҡ ижады оҫталары, ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, йырсылар ҡунаҡтарҙы милли моңдар донъяһына әйҙәне. “Ватан” әле лә көн һайын халыҡты үҙенең ете тирмәле донъяһына саҡыра. Сентябрҙең уртаһына тиклем ишектәре асыҡ. Әгәр халыҡтың күңеленә ятһа, был милли ауылдан йыл әйләнәһенә ҡунаҡтар өҙөлмәҫ, тип өмөт итәйек.
Яңыраҡ Башҡортостан яҙыусылары “Ватан” этноауылында мәркәзебеҙ ҡунаҡтарына, барса халыҡҡа шиғырҙар уҡыны. Өфө ҡалаһы хакимиәте “Башҡортостан” гәзите менән берлектә ойошторған был сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары – Рауил Бикбаев тамашасыларға “Бер һүҙ” шиғыры, Факиһа Туғыҙбаева “Башҡортостан” шиғыры аша йөрәк ауазын еткерҙе. С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов халыҡ-ара кимәлдәге сараға – ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арналған яҙмаһын тәҡдим итте. Әлфиә Әсәҙуллинаның “Телем”, Тамара Ғәниеваның “Имән ҡала”, Рәмил Йәнбәктең тыуған илгә, Гөлфиә Юнысованың Башҡортостанға арнал­ған шиғырҙарын тамаша ҡылыусылар дәррәү алҡыштарға күмде. Ул арала халыҡ-ара конкурстар лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ ҡылдарын сиртә-сиртә тарих төпкөлдәрен бай­ҡаны, ә уның улы Азамат “Бөрйән егеттәре” бейеүе менән күңелдәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Ямғыр тамсылары менән бергә тамашасылар ҙа тыпырланы. Урыҫ шағиры Леонид Соколов юмористик шиғырҙары менән ҡунаҡтарҙы көлдөрөп тә алды. Байрамды йәнле алып барған Сергей Янаки үҙенең әҫәрен генә уҡып ҡалманы, ә башҡорт шағирәһе Гүзәл Ситдиҡованың “Сәйнүк” шиғырының тәр­жемәһен дә яңғыратты. Әйткәндәй, С. Янаки юғары профессионал булараҡ, бик күп башҡорт әҙип­тәренең поэтик яҙмаларын урыҫ теленә сәнғәт әҫәре булырлыҡ итеп тәржемәләй. Афарин әҙәбиәтсегә!
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллина Башҡортостан халҡына яҡты киләсәк юраған шиғырҙары менән сағыу байрамды тамамланы. Уларҙың һүҙенә ҡеүәт өҫтәгәндәй, мәркәзебеҙ күгенән һеңдереп кенә ямғыр яуҙы. Һүҙҙең ҡөҙрәте көслө – яҡты теләктәр бәрәкәт булып ҡайтһын ғәзиз Башҡортостаныбыҙға!






Вернуться назад