Бар хәстәрем, бар хәсрәтем –
Бала өсөн.
Хеҙмәтем дә, хөрмәтем дә –
Бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр –
Бала өсөн.
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн –
Бала өсөн.
Утҡа, һыуға уҡталыуым –
Бала өсөн.
Сығыр юлдан туҡталыуым –
Бала өсөн.
Таңдан әүәл ҡайнар аш та –
Бала өсөн.
Тәгәрәгән ҡайнар йәш тә –
Бала өсөн.
Төндәр тыуһа, көндәр көтәм
Бала өсөн.
Күңелемдә йырҙар йөрөтәм
Бала өсөн.
Иртә-кисен йөрәк хисем –
Бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм –
Бала өсөн.
Янам-түҙәм, көйәм-һүнәм
Бала өсөн.
Ғорур башты түбән эйәм
Бала өсөн!
Бик күптәр белә, был шиғырҙың авторы – өлкән быуын шағирәһе Фәниә Чанышева. Ул – минең өләсәйҙәремдең тиҫтере, шуға ихтирамым икеләтә артҡандай. Улар бит аслыҡты, һуғыш йылдарын кисергән быуын.
Яңыраҡ Фәниә апай “Еллар аша, юллар аша” тип аталған китабын ҡулына алып ҡыуанған. Тиражы ҙур булмаһа ла, Әҙәбиәт йылында әҙибә был баҫма менән үҙенә генә түгел, барлыҡ шиғриәт һөйөүселәргә, уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға ҙур бүләк эшләгән. Өс телдә нәшер ителгән йыйынтыҡта шағирәнең ижады хаҡында яҙылған мәҡәләләр, уның менән әңгәмәләр, хәтирәләр, шиғырҙары тупланған. Яҙмаларҙың авторҙары – беҙҙең замандаш яҙыусыларыбыҙ Ғайса Хөсәйенов, Абдулхаҡ Игебаев, Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова, Мөкәрәмә Садиҡова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Әлфиә Әйүпова, Фәниә Ғәбиҙуллина... Ҡайһы бер мәҡәләне яҙғандар мәңгелеккә күскән инде. Әйтәйек, Яныбай Хамматовтың, Кәтибә Кинйәбулатованың, Розалина Нуруллинаның яҡты фекерҙәрен бик ҡәҙерләп һаҡлай шағирә. Заманында Фәниә Чанышева үҙе бик күп ҡәләмдәштәре хаҡында мәҡәлә яҙған. Йыйынтыҡ әҙибәнең шәхси архивындағы фотолар менән дә байытылған.
“Ниндәй генә жанрҙа, ниндәй яҙмаһында ғына булмаһын, Фәниә Чанышева һәр саҡ үҙе, саф һәм ихлас күңелле шәхес һәм әҙибә булып ҡала. Был дуҫлыҡ, туғанлыҡ, хеҙмәттәшлеккә мин үҙем дә шаһитмын”, – тип яҙа Ғайса Хөсәйенов хәтирәләренең береһендә. Йылдар, юлдар аша һалынған рухи күперҙәрен был баҫма менән тағы ла нығытып ҡуя әҙибә.