Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы?01.08.2015
Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы? Ошо көндәрҙә республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуҙы билдәләй. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы “Башҡортостан” гәзите Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә әҙәбиәтебеҙ классигының ижадына арналған викторина әҙерләне. Һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуаптар биргән тәүге өс кешене бүләктәр көтә. Яуаптарҙы редакцияға 17 авгусҡа тиклем ебәрергә кәрәк.


l М. Ғафуриҙың тыуған ауылы?
l Әҙиптең тәүге шиғыры нисек атала?
l М. Ғафури 1919—1928 йылдарҙа нин­дәй гәзиттәрҙең редакцияһында эшләгән?
l “Нур” тигән шиғырын кемгә бағышлап яҙған?
l М. Ғафуриҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүсе ниндәй ғалимдарҙы белә­һегеҙ?
l Әҙиптең “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса эшләнгән балеттың авторҙары кем?
l М. Ғафуриҙың ниндәй псевдонимдарын беләһегеҙ?
l М. Ғафуриға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем ҡасан бирелә?
l Яҙыусының автобиографик повесы нисек атала?
l М. Ғафури Өфөлә Ғ. Туҡай менән ҡасан осраша? Уға арналған шиғыры нисек атала? “Ғ. Туҡай – Өфөлә” тигән иҫтәлеге тәү тап­ҡыр ҡайҙа баҫыла?
l Шағир һүҙҙәренә ижад ителгән ниндәй опера бар? Уның авторҙары кем? Был опера ҡасан сәхнәгә ҡуйылған?
l М. Ғафуриҙың беренсе шиғырҙар йыйынтығы нисек атала, ҡасан һәм ҡайҙа баҫылған?
l М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса эшләнгән спектакль сценарийының автор­ҙары кем? Был әҫәр ҡасан сәхнәгә ҡуйыла?
l “Шәриғәт ҡорбандары” картинаһының авторы кем?
l М. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” дра­маһы беренсе тапҡыр ҡасан һәм ҡайҙа сәхнәгә ҡуйылған?
l Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡасан, ниндәй уңай менән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән һәм уға М. Ғафури исеме бирелгән?
l М. Ғафуриҙың йорт-музейҙары һәм уға һәйкәлдәр ҡайҙа бар?
l Әҙиптең ҡәбере ҡайҙа?
l Шағир ҡатынының исеме кем?
l “М. Ғафури — ХХI быуат” Мәҙәниәт фонды етәксеһе кем?


Вернуться назад