***
Тәңре тарафынан яратылған
Барлыҡ донъя,
Тиңһеҙ ер йәме.
Ниңә бик йыш күңел аҙғынлығы
Иблис ҡоло итә әҙәмде?
Дан артынан, мал артынан ҡыуып,
Ҡай бер бәндә ерләй намыҫын.
Күрмәй ул донъяның матурлығын,
Күрмәй болоттарҙың ағышын.
Күккә ашып торған йортта йәшәй,
Сит илдәргә китеп типтерә.
Кемдер һөт-икмәккә тилмергәндә,
Иномаркаларҙа елдерә.
Тик выжданы уны ғазапламай,
Иблис юлы уға бик йәтеш.
Өҫтө-башы ҡыйып ҡарағыһыҙ,
Тик күңеле генә имәнес!
Халҡы тырыш, тоғро хеҙмәт менән
Биҙәп йәшәгәндә ил-көнөн,
Еңел йәшәй ошо әре ҡорттар
Һурып хеҙмәтсәндең елеген.
Ләкин юлы упҡындарға илтә
Иманһыҙҙы, нәфсе ҡолдарын.
Яҙмыш бер мәл яҡты нурға сорнай
Ер йәмләгән ҡыҙ һәм улдарын.
Һөйөү йәшәй!
Шаңдаҡтарҙың уты һүнә бара,
Сәстәремә ҡырау һарылған.
Мине әсир иткән яҙ гөлдәре
Күптән кипкән, күптән һулыған.
Татлы бер төш кенә булып ҡалды
Яҙ йәшене, яҙҙар ләйсәне.
Уйҙарымды ҡамай көҙ һалҡыны,
Ҡулдарымда һағыш сәйләне.
Һандуғастар яҙғы сәләмеңде
Шат моңдарға ҡушҡан булһалар,
Көҙгө таңда инде исемеңде
Һағыштарға сорнай торналар.
Торналар бер ҡайтыр,
Бары ҡайтмаҫ
Уртаҡ шатлыҡ яҙҙар күгенән.
Гәлсәр шишмә төҫлө һөйөүебеҙ
Һағыш сүлдәренә күмелгән.
Ләкин күңелебеҙ күлдәрендә
Йәшәй һөйөү — мәңге ул тере.
Һөйөү юлын өҙгән бәндәләрҙең
Был тарафҡа үтмәй мәкере.
Һөйөүебеҙ Йыһандарға ашһа,
Сыңлай йондоҙҙарҙың моң-сазы
Мәкер ауын упҡындарға атып,
Ҡаршы ала Йыһан ҡосағы.
Мәкер упҡындарҙа борғолана,
Шаша, һаҙлыҡтарҙы эркелтеп,
Күктәр күкрәгендә йондоҙ булып
Һөйөү йәшәй, һөйөү — мәңгелек!
Зәңгәрсуҡ
Әсәйем Нәғимә Хажиеваның яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.
Урман гөлдәренең араһында
Табып булмай һине, зәңгәрсуҡ.
Әсәй төҫө булып ҡалғанғамы,
Һинән башҡа йәнгә йәмдәр юҡ.
Ул бит — ҡый үләне, тиһәләр ҙә,
Миңә шундай яҡын зәңгәрсуҡ.
Бала сағым илдәренән балҡый
Әллә йондоҙ, әллә зәңгәр ут.
Хәтеремдә, иген баҫыуында
Көлөп баға ине зәңгәрсуҡ.
Ал таңдарҙа зәңгәр тажын биҙәп,
Ҡаймалана ине саф ысыҡ.
Үҙе әллә етем үҫкәнгәме,
Һөйҙө әсәй ошо сәскәне.
Күрә инем сәскә-гөл орлоғон
Үҙ ҡулдары менән сәскәнен.
Әсәй күптән баҡый донъяларҙа,
Уны иҫләмәгән мәлдәр юҡ.
Баҡсаһында ҡалды иҫтәлеккә
Зәңгәр утрау булып зәңгәрсуҡ.
Бала сағым иле — гөлдәр иле,
Гөл-сәскәһеҙ ерҙә йәмдәр юҡ.
Ул илдәрҙән әсәй менән йәнәш
Көлөп баға миңә зәңгәрсуҡ.
Һинең моңоң
Мәшһүр композиторыбыҙ Хөсәйен
Әхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә.
Һинең моңоң яҙғы бер нур булып
Килеп керҙе минең донъяма,
Шунан башлап хыял офоҡтарым
Яҡты ҡояш менән нурлана.
Һинең моңоң саҡма сатҡыһындай
Ҡабынды ла минең күңелдә,
Йәшен уты булып балҡыр өсөн,
Ғүмерлеккә ҡалды күгеңдә.
Һинең моңоң көҙ һиллеге менән
Ҡағылды ла минең көнөмә,
Үткән юлдарыма ғүмер буйы
Алтын япраҡ булып түгелә.
Һинең моңоң — буран арғымағы,
Эҙҙәрендә — ынйы, зөбәржәт.
Моңоң буранына сорналыуы
Үҙе — бәхет, үҙе — бер йәннәт!
Миҙгелдәргә миҙгел ялғанғанда,
Йөрәктәрҙә һөйөү ҡалғанда,
Йәйге күкрәү, аҡ бурандар булып,
Һинең моңоң йәшәр һаман да!
Дим буйында
Дим өҫтөндә ҡара түмәр тиһәм,
Ул да булһа Ҡара Тимер икән...
Р. ҒАРИПОВ.
Дим һыуында Ҡара Тимер1
Йөҙөргә ҡурҡа.
“Дим сөңгөлө өйрөлтә лә
Йәһәт, ти, йота!”
Һеңлем иһә, һыуһылыуҙай,
Димде биш урай.
Сәстәре, ҡара болоттай,
Тулҡында уйнай.
Мыҫҡыллап, ул көлә беҙҙән:
“Шағирҙар — шәптәр!
Ярҙың ҡомон суҡыйһығыҙ,
Тауыҡ, әтәстәр!”
Рәми ағай ҡулын һелтәй:
“Булмаҫ, ти, беҙҙән.
Шулай ҙа бер шәп эш ҡалһын
Ҡара Тимерҙән!
Килтер әле, Тимер батыр,
Ҡымыҙ мискәһен!
Исмаһам, әйтерлек булһын:
— Эшкә ингәнһең!
...Аҡ мискәне ҡосаҡлаған
Ҡап-ҡара Тимер.
Ә йөҙөндә тәүәккәллек, —
Аҫауҙы еңер!
–––––––––––––––
1 Ҡара Тимер — шағир Тимер Йосопов.