Тауҙар кеүек уйсан...25.07.2015
Тауҙар кеүек уйсан... Күмертау тиһәк, биттәре күмер туҙанына буялып, кейемдәре һорғолт төҫкә ингән күмер сығарыусы шахтерҙар күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек күренеш шулайыраҡ ине: ҡар аҡ төҫтә ем-ем килеп күҙҙе сағылдырмай, көрән булып ята торғайны. Ә хәҙер…

Ҡала шундай таҙарған, гүзәл­ләнгән, урамдары, баҡсалары гөл-сәскәгә, йәшеллеккә күмелгән, хатта кешеләре лә йәшәреберәк, сибәр­ләнеберәк киткән һымаҡ. Беҙ, төркөм етәксеһе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, әҙәби консультант Леонид Соколов, шағирә Любовь Колоколова, журналист Светлана Ғафурова, республика­быҙҙың Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапхананың үҫмерҙәр бүлегенән Инна Соколова, Әҙәбиәт музейынан йәш шағирә Олеся Әхмәтрәхимова һәм мин, яҙыусылар идараһы эргәһенән юлға сығырға йыйынғанда, күктең йөҙө сирылып, иларға торған сабый шикелле, һөмһөрөн ҡойоп ҡалды. Юл таҫмаһы буйлап үҫкән ҡайындар беҙгә ҡаршы шәберәк йүгергән һайын, ямғыр тамсылары ла, быларҙы ҡамсылап ҡалайым тигән төҫлө, көсәйә башланы.
Күмертауға килеп ингәндә, күк йөҙө үҙенең бит сирыштарын яҙып, йылмайып ебәрҙе, әйтерһең, Аллаһ Тәғәлә, беҙҙең изге ниәт менән йөрөүебеҙгә шатланып, фатихаһын бирҙе.
Ҡалаға яҡынлашҡанда, беҙҙең машинаға бер һылыу ҡыҙ инеп, ҡаланың тарихын бәйән итте, ә уның һөйләгәндәрен ошо ерлектә тыуып үҫкән яҙыусы Ғәлим Хисамов ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр менән тулыландыра барҙы. Ә бер аҙҙан беҙгә Ейәнсура район хаки­миәтенең мәҙәниәт бүлеге етәк­сеһе Айҙар Мөхәмәтйәнов менән үҙәк китапхана директоры Нәзирә Кәримова ҡушылды. Хужалар – ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бү­леге начальнигы Татьяна Лиха­чева, үҙәк китапхана директоры, ҡоролтай башҡарма комитеты етәксеһе Әлфиә Шәмиғолова, урын­дағы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Кинйәғәли Абдуллин, фольк­лор түңәрәге ағзалары – икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡар­шылағас, урамдар буйлап йөрө­төп, ҡаланың уңыштары менән та­ныштырҙылар, иҫтәлекле урын­дарҙы күрһәттеләр. Маҡсатыбыҙ ҡала китапханаларының да эшен күреү ине. Балалар өсөн моделле китапханала мәҙәниәткә, әҙә­биәт­кә ҡарата ихтирам, иғтибар тәр­би­ә­ләү ишек төбөнән үк башлана. Һәр нәмә зауыҡ менән би­ҙәлгән. Кәштәләр бе­реһе­нән-береһе са­ғы­уыраҡ китаптарҙан һығылып тора.
Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәләре лә төрлө мауыҡтырғыс уйынсыҡ-китаптар менән тулыландырылған, ҡала­ның үҙендә яһалған уңайлы мебель менән йыһазландырылған. Бында балалар йыш буламы, тип ҡыҙыҡһындыҡ.
– Көнөнә 30-40 баланан кәм булғаны юҡ, бигерәк тә йәй көн­дәрендә сит тарафтарҙан олатай-өләсәйҙәре менән киләләр, хатта эш көнө тамамланһа ла, уларҙы ҡайтарып та булмай. Уҡыусылар һаны көндән-көн арта, – тине китапхана мөдире ғорурлыҡ менән.
Был шатлыҡлы хәбәр беҙҙе лә дәрт­ләндереп ебәрҙе, тимәк, тыуа­саҡ әҫәрҙәрҙе, нәшер ите­ләсәк китаптарҙы киләсәк быуын ҡулына тотоп уҡыр йәки Интернет селтәре аша ла танышыр тигән өмөттә тыуған яҡты өйрәнеү музейына йүнәлдек. Быуаттар төп­көлөнә төшөп, затлы экспонаттар, Күмертау ҡалаһына тәүге нигеҙ һалыусылар тарихы менән та­нышҡас, үҙәк китапханала маҡса­тыбыҙҙың төп өлөшөнә күстек.
Тиҫтәнән ашыу ҡулъяҙманы ен­текләп уҡып, прозаик Ғәлим Хисамов, Яҙыусылар союзының рус әҙәбиәте буйынса өлкән әҙәби консультанты Леонид Соколов, журналист Светлана Ғафурова, шағир Тимер Ниәтшин ҡулъяҙма авторҙарына иң кәрәкле тәнҡит һүҙҙәрен, тәҡдимдәрен, фәһемле фе­керҙәрен әйтте. Ижад уты ме­нән яныу­сылар араһынан биге­рәк тә Шамил Хәбибуллин, Ра­ма­ҙан Ша­һи­әхмәтов, Галина Горбунова, Андрей Евтушенко (барыһы ла рус телендә ижад итеүселәр), баш­ҡортса яҙышҡандарҙан Рим­ма Арыҫланованың ижады ҙур өмөт уята. Арҙаҡлы урыҫ шағи­рының аҙашы Андрей Евтушенко тикшереүгә әҙер ҡулъяҙма тапшырған булған. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә:
Тауҙар кеүек уйсан,
Таңдар кеүек алсаҡ,
Сабый кеүек ихлас,
Ер шикелле ябай,
Икмәк кеүек бөйөк,
Аҡһаҡалдай зирәк,
Әсә кеүек һиҙгер,
Иҫәр кеүек иҫәүән,
Ҡыҙ кеүек оялсан,
Батыр кеүек ҡыйыу,
Көн һымаҡ яҡты,
Төн һымаҡ серле,
Ел кеүек тынғыһыҙ.
Шағирҙарға ғына хас ошо сифаттар булһа, ижад иткән йәш­тәр­ҙән, моғайын, Баязит Бик­­­байҙар, Рәшит Солтан­гә­рәев­тәр, Тамара Ғәниевалар, Зө­бәр­жәт Йәнбирҙиналар, Закир Әҡ­бә­ровтар асҡан инештәр ҡоро­маҫ, киреһенсә, яңынан-яңы көс менән урғылып торор тигән фекерҙә ҡалдым мин.
Ҡала хакимиәте тырышлығы менән булдырылған “Әҙәби матрица – Күмертау вариантында” проекты беҙҙе ифрат та шат­лан­дырҙы. Урам рекламалары, бан­нер­ҙар, туҡталыш урындарын, яҡ­тыр­тыу сараларын, хатта эс­кәмйәләрҙе әҙәбиәтте, ши­ғриәтте пропагандалауға, рухиәт­кә ылыҡ­тырыуға, китапҡа ҡарата иғтибар тыуҙырыуға ҡоролған һүрәттәр, фотоһүрәттәр, шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың фәһемле фекер­ҙәре менән биҙәгәндәр.
Күмертауҙар ҡала уртаһында иҫ китмәле бер мөйөш бул­дыр­ған. Был урында ун йыл эл­гәре халыҡ шағирыбыҙ Мәжит Ға­фу­риға ҡуйылған һәйкәл, уны уратып алған сүп-сар, таҙар­тылмаған ҡыуаҡлыҡтар хөкөм һө­рә ине, ә хәҙер гүзәл һындар ме­нән би­ҙәл­гән фонтан урғыла, әҙәбиәтебеҙ аҡһа­ҡалының һәйкә­ле яңыр­тылған, күҙ яуын алып тор­ған сәскәләр үҫә. Хатта уратып алған электр бағаналарына ла китап тотҡан балаларҙың фотоһү­рәттәре ҡуйылған.
Ейәнсура районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ай­ҙар Мө­хә­мәтйәнов әҙәби эстафетаны Кү­мертау ҡалаһы хакимиәте баш­лығының социаль мәсьә­лә­ләр буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина ҡулына тап ошонда тапшырҙы. Урын­дағы ша­ғир­ҙарҙың һүҙҙәренә ижад ител­гән йырҙар, шиғри шәл­кем­дәр, кү­ңелдәрҙе дәртлән­дереп яңғы­раған ҡурай моңо бер кемде лә ғәмһеҙ ҡалдырманы.
Рауил Бикбаев бер әңгә­мә­һендә әҙәбиәт ха­ҡында “Ҡара­шы­быҙ киләсәккә тө­бәлгән, ыша­ныслы йәштәребеҙ бар икән, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө”, – тип әйткәйне. Ысынлап та, әҙә­би­әткә йәштәрҙе ылыҡтырыуға күп көс һалған Күмертау ҡалаһы ха­кимиәтенә, үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шә­миғоловаға, ты­рыш ки­­тап­ханасыларға, урын­дағы яҙыу­сылар ойошмаһына, фольклор түңәрәктәре етәксе­ләренә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерге килә.




Вернуться назад