Бәрәкәтле Күгәрсен ерендә күренекле дәүләт эшмәкәре, тел белгесе Шәһит Хоҙайбирҙин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, халыҡ шағиры Александр Филиппов, әҙиптәр Шакир Янбаев, Әлфинур Вахитова, Марсель Ғафуров, Ишбулды Вәлитов, Хәбир Дауытов, Бәхтийәр Хәлитов, Венер һәм Рәмил Йәнбәковтар, Сәрүәр Сурина, Әхтәм Ихсан тыуған. Бөгөн дә төбәктә йәштәр илһамланып ижад итә. Әйҙәгеҙ, уларҙың ижад емештәренә күҙ һалайыҡ.Тормош юлы
Тормош юлы шыма ғына түгел,
Соҡорҙары була, түңгәге...
Бөтәһе лә һәйбәт барғанда ла,
Аяҡ сала берәй имгәге.
Ауырлыҡтар бары һынау өсөн,
Һәммәһе лә тора үҙеңдән.
Тирең аҡһын, ҡаның тамһын, әйҙә,
Йәшең күренмәһен күҙеңдән.
Тормош – көрәш,
Башың тура тотоп,
Сигенмәйсә генә алға бар.
Төн еткәстен, шыңшый-шыңшый йәнә
Яланырҙар әле яралар.
Барыһы ла ваҡытлыса ғына,
Ғазабы ла бәлә, иреше.
Ә уларҙан өҫтөн була алһаң,
Меҫкен түгелһең һин,
Һин – кеше!
Хәким АЛСЫНБАЕВ.
Кәкүк
Һаҡау ғына кәкүк оялаған
Өй янында яңғыҙ тирәккә.
Иртә таңдан миңә зарын һөйләй
Һағыш ҡына өҫтәп йөрәккә.
Күҙ йәшенә сәсәп көрмәлгәнме
Телгенәһе зарлы ҡошсоҡтоң?
Кемдәр өсөн генә уттар йотоп,
Кемдәр генә тиеп осондоң?
Эсең тулы һағыш булһа-булһын,
Тынып торсо, кәкүк, моңланма.
Шомландырып килгән был яҙҙарҙың
Наҙҙарына берүк алданма.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
* * *
Барлыҡ юлдар илтә, тиҙәр, Римгә,
Был һүҙ менән һис тә килешмәм:
Барлыҡ юлдар илтә тыуған йортҡа!
Көтә мине унда атам, әсәм.
Унда һәр саҡ яна яҡты усаҡ,
Унда һәр саҡ иң тәмле сәйҙәр.
Көтһөн беҙҙе имен тыуған йорттар,
Иҫән булһын атай-әсәйҙәр!
Фәнүзә ӘБСӘЛӘМОВА.
Күгәрсен
Зәңгәр күктә гөлдөр-гөлдөр
Эй, талпына күгәрсен.
Моң ағыла сылтыр-сылтыр,
Йырым һиңә – Күгәрсен.
Тыуған ерем күге буйлап
Иңлә, әйҙә, күгәрсен.
Алһыу таңлы, аяҙ күкле
Тыуған яғым – Күгәрсен.
Ҡеүәт алып ос һин күктә,
Тыуған илдә, күгәрсен.
Хеҙмәт һөйгән халҡын данлар
Тыуған төйәк – Күгәрсен.
Ос һин күктән сәләм биреп,
Ҡанат ҡағып, күгәрсен.
Саф йөрәктән моң урғылыр,
Йырҙар иле – Күгәрсен.
Тыныслыҡ теләй ғаләмгә
Гөлдөр-гөлдөр күгәрсен.
Мәңге гөрләр ғәзиз илем,
Йәнтөйәгем – Күгәрсен.
Ғәзиз ерем – Күгәрсен!
Альбина ГРИГОРЬЕВА.