“Әҙәби нағыш” — Күмертауҙа!22.07.2015
“Әҙәби нағыш” — Күмертауҙа! Көйөргәҙе ере элек-электән туған халҡына, теленә, әҙәбиәтенә битараф булмаған талантлы шәхестәргә бай булған. Матур тәбиғәтле был ҡотло төбәк халҡыбыҙға башҡорттар араһынан сыҡҡан беренсе профессиональ йырсы, күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты, мәғрифәтсе Шәмсетдин Зәкиҙе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Баязит Бикбай һәм Рәшит Солтангәрәевте, күренекле прозаик һәм драматург Раил Байбулатовты, танылған драматург, халыҡ артисы Илшат Йомағоловты, шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙинаны биргән. Беҙҙең аранан киткән яҡташ яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ Хөрмәт Бикҡолов, Әлмирә Бикҡолова, Сабир Әбсәләмов, Марсель Искәндәр, Леонид Иванов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалған яугир-шағир Сабир Кинйәкәйҙең ижади ҡомартҡыларын да яратып уҡып, уларҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
Күп кенә күренекле яҡташ әҙиптәребеҙ бөгөн дә, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индереп, ижад менән янып йәшәй. Улар — прозаик Ғәлим Хисамов, шағирәләр Тамара Ғәниева, Людмила Шикина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Миңлегөл Хисамова, шағир Тимер Ниәтшин, шағир һәм прозаик Марс Нуриев.
Был төбәктә, үрҙә әйтеп үтеүемсә, ижадҡа ынтылған таланттар күп булһа ла, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бергә туплап, улар­ҙың ижад емештәрен уҡыусыларға еткерер өсөн матбуғат биттәрендә донъяға сығарыуҙы ойошторған әҙәби ойошма булманы. Шул сәбәпле күп кенә баш­лан­ғыс таланттар, үҙ күңелдәренә бикләнеп, оло әҙәбиәткә сыға алмай ҡала. Тиҙ генә ҡала төҙөп булмағандай, әҙәби ойош­маның эшен яйға һалыу ҙа еңел бирел­мәй, әҙерлек эштәре күп ваҡытты ала.
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның Күмертау ҡалаһында яҙыусылар ойошмаһын асыуҙағы ғәйәт ҙур эшен аҙ ғына ла кәметмәйенсә, шуны әйтер инем: әҙәби ойошманың юл башы бынан байтаҡ йылдар алдараҡ башланды. Быйыл яҙыусылар ойошмаһы 19 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә урындағы авторҙарҙың 62 китабы баҫылып сыҡты, шуларҙың 18-е — республиканың “Китап” нәшриәтендә. Ойошманың дүрт ағзаһы — Мөхәммәт Илбаев (2003 йыл), Закир Әҡбәров (2004 йыл), Сулпан Миңлебаева (2009 йыл), мин (2010 йыл) Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары итеп алындыҡ. Шағирҙар Андрей Свириденко, Владимир Кузин, Виктор Уразбаев, Мөхәррәм Бикбаев — “Күп милләтле Санкт-Петербург” Яҙыу­сылар союзы ағзалары. 2008—2013 йылдарҙа Закир Әҡбәров — Хәким Ғиләжев һәм Баязит Бикбай исемендәге, Нәсимә Йосопова, Сулпан Миңлебаева һәм мин Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаттары тигән юғары исемгә лайыҡ булдыҡ.
Шағирҙар Рима Ғәбдинова, Сулпан Миңлебаева, Нәсимә Йосопова, Фатима Ғәлиева, Татьяна Мәсәғүтова, Хәлиҙә Солтанғолова, Зиниә Байназарова, Людмила Чепик, Михаил Шаров, Алексей Уваровтар төрлө йылдарҙа Бәләбәй ҡа­ла­һында үткәрелгән “Илһам шиш­мә­ләре” шиғриәт фестивалендә ҡатнашып, лауреат һәм номинациялар буйынса еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шағирҙар Виктор Уразбаев, Андрей Свириденко, Нәсимә Йосопова Яҙыусылар союзы ағзалығына кандидат булып тора.

Кинйәғәли АБДУЛЛИН,
Күмертау ҡалаһы һәм
Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.



Ҡала вальсы

Башҡорт ерен биҙәп үҫә
Күмертауым – ғәзиз ҡалам.
Йәшел бәрхәт урамдарың,
Гүзәллеккә хайран ҡалам.

Күмертауым, нурлы ҡалам,
Нурлы ҡалам, йырлы ҡалам.
Күмертауым – йәшел баҡсам,
Йән шатлана һиңә баҡһам.

Ҡалам даны — вертолёттар
Зәңгәр күктә юлдар һала.
Йәшәй һиндә иң тырыштар,
Күмертауым – эшсән ҡалам.

Күкрәп йәшә, ғүмер тауым,
Күмертауым – йәшлек ҡалам.
Үҙгәрһә лә тышҡы йөҙөң,
Күңел йылың мәңге ҡала.

Рима АРЫҪЛАНОВА.


Вернуться назад