Ураҡ
“Урында инем:
СССР
Гербында булды урын!
Илде… ваттығыҙ…” — тип,
Ураҡ
Сарлаҡта ята ҡырын.
БәхетЯҡын! — Ғүмер буйы барам,
Тик еталмайым: ҡыҙыҡ!
Бәхет — офоҡ: ер менән күк
Тоташҡан шартлы һыҙыҡ…
***
Нефтһеҙ, газһыҙ илдәр ҙә
Байыйҙар! —
Баштар ҡата:
Ас-яланғас ҡалырбыҙ бер,
Нефтһеҙ, газһыҙ илдәргә
Нефть, газ һата-һата…
***
“Яңы осор”,
Һиндә бигерәк
Күберәк йәшәлеп китте:
Советтар төҙөгән йорттар
Иҫкереп-туҙып бөттө.
БайҙарҘур һарайҙар һала улар,
Тик… ниҙер тоя улар:
Һарайҙарын әйләндереп,
Ҡоймалар ҡоя улар.
Ярлылар үстәрен шулай,
Әйтерһең, тыя улар…
“Ҡышҡы һарай”ҙың булғанын
Онотоп ҡуя улар…
***
Ер туп-тулы кеше —
Күрәсәктәр…
Беләсәктәр:
Хәсрәт — шуларҙа…
Ниңә “ер” һуң?
Һәм “кешеләр” — ниңә?!
Осрашырбыҙ… нейтраль һыуҙарҙа!
***
Ҡояш булып ҡына сыға алмай,
Йәшен булып ҡына йәшнәмәй:
Ниңә икән кеше тик бер йәшәй?
Ниңә икән ике йәшәмәй?
Ҡояш булһа — сыҡмаҫ, йәшен булһа —
Атыр ине хатта йәшнәмәй:
Ярай әле кеше тик бер йәшәй!
Ярай әле ике йәшәмәй!
Үҙемә Тейешһеҙ һүҙҙәр яҙаһың:
Ярҙам да итмәҫ Алла…
Бәлки, Алла ла, ултырып,
Уйланыр, тимен: аңла!..
Һәр заманда 1
…Хәйерсе булһаң —
Усыңа
Хәйер һалыусылар бар…
2
…Байый башлаһаң —
Һәр ваҡыт
Аяҡ салыусылар бар…
3
…Байыһаң —
Бар байлығыңды
Тартып алыусылар бар…
***
Йәшәү — ауыр көн дә яңы
Законға ярамайса:
Йүгерер инем үткәнгә,
Артҡа ла ҡарамайса…
***
…Көтәсәк — етәсәк:
Үлем генә беҙҙе “был донъя”нан
“Тегеһе”нә алып китәсәк…
***
“Араҡыға ҡаршы көрәш!” —
Думасылар телендә…
…Эх, бер генә йыл эсмәһәк…
Ярты ғына йыл эсмәһәк,
Илемдә ниҙәр булыр һуң?
Ниҙәр булмаҫ илемдә?!
***
“Кеше ашаусылар булған…” —
Тыңлап, юлдашым тына. —
“Хәҙер ҙә барҙар, — тим, —
Хәҙер
Ашайҙар башын ғына”…
***
Ете миллиард кеше һыйған ергә
Йөҙәрләгән батша һыялмай:
Һуғыш…
Һуғыш…
Һуғыш…
Һуғыш…
Һуғыш —
Ете миллиард кеше
Йөҙәрләгән
Батшаларҙы Ерҙә тыялмай?!
***
Ерҙә — бер кем белмәй,
Күктә
Бер Хоҙай ғына белә:
Үләһе килеп үлгән дә
Үләһе килмәй үлә…