Әле йәшәйбеҙ икән!21.07.2015
Әле йәшәйбеҙ икән! Башҡортостан яҙыусыларының Дим буйындағы Аҡлан ауылында йәшәп ятҡанда, Алкинға әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға саҡырҙылар. Әлбиттә, бер һүҙһеҙ риза булдым. Беҙ бит ошо ауыл Советына ҡарайбыҙ, йомош-юлға шунда йөрөйбөҙ, халҡы менән таныш-белеш булып бөткәнбеҙ.


Алкиндағы китапхана менән таныш­ҡас, күңелемдә рәхәтлек тойғоһо тыуҙы. Ул әүәл­ге колхоз идараһы биләгән иркен бинала урынлашҡан.
– Хакимиәт башлығы Сәлиғәскәр Фуат улы, ошо бинаға күсергә булғас (был йортта хәҙер ауыл хакимиәте, почта ла урын­лаш­ҡан), иң тәүҙә китапхананы йы­һазлан­дырҙы, — ти мөдир Рәмзиә Золотарева.
Ә китапхана заманса: китаптар тәртип менән кәштәләргә урынлаштырылған, уҡыусы үҙенә кәрәген бик тиҙ таба ала. Китаптар күргәҙмә кәштәләрҙә лә урын алған. Уҡыу залы ла иркен генә. Унда әҙә­биәт тураһындағы мәғлүмәтте күрһәтеү өсөн ҙур ғына экран да ҡуйылған. Китапхана юҡтан ғына “моделле” тигән исемде йөрөтмәй.
Ҡунаҡҡа килгән өлкән йәштәгеләр ме­нән бергә уҡыусы балалар ҙа сәй табыны әҙерләнгән өҫтәлдәр янына ултырышты. Берҙәм ғаиләлә осрашыу һымаҡ тәьҫир ҡалдыра ине был. Ауыл хакимиәте баш­лығы Сәлиғәскәр Моратовтың осра­шыу­ҙы асып ебәреүе был тәьҫоратты тағы ла көсәйтә төштө. Осрашыуға күршеләге Келәш ауылы китапханасыһы Гөлсинә Ямалетдинова менән Горный ауылынан Садәт Мөфтәхова ла саҡы­рыл­ғайны. Гөлсинә осрашыуға килгәндәрҙе минең ижад менән таныштырғас, әҙәбиәт тура­һында һөйләшеү башланып китте. Кеше­ләрҙә матур әҙәбиәткә иғтибар һәм их­тыяж бөтмәүен күреп ҡыуандым.
Әлбиттә, бында китап­ха­на­сының үҙ эшен нисек баш­ҡарыуы ҙур әһәмиәткә эйә­лер. Рәмзиә Золотареваның үҙ эшен яратып, башкөллө бирелеп баш­ҡарыуы китап һөйөүселәр күңелен китап йортона әйҙәп тороуы бәхәсһеҙ. Хатта миндә: “Ошондай китапханасылар барҙа йәшәйбеҙ икән әле”, — тигән уй тыуҙы.
Әлбиттә, әҙәбиәтте киң ҡолас менән пропагандалауҙы алып барыу өсөн шарттар ҙа кәрәк. Алкин ауыл хакимиәтенең был тәңгәлдә ихлас эш алып барыуы маҡтауға лайыҡ.
Был осрашыуҙан мин оло ҡыуаныс һәм кинәнес тойғоһо менән ҡайттым.

Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.


Вернуться назад