Маҡар ауылы эргәһендәге Ауҙаҡан яланы олоһон да, кесеһен дә “Ҡарға бутҡаһы”на йыйҙы. Байрамға Өфөнән, төрлө райондарҙан да байтаҡ ҡунаҡ килде.
Ауыл үҙенең егәрле кешеләре менән көслө. Был тарафтарҙа ла ундайҙар аҙ түгел. Байрамдың тәүге өлөшөндә матур ғаиләләр, уңған хужалар тәбрикләнде. Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Рәхимов, яҡташтарын сәләмләгәндән һуң, сәхнә түренә алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары — Гөлдәр һәм Фаяз Ғазалиевтар, Мәрйәм һәм Әнүәр Йәғәфәровтар саҡырылды. Йәғәфәровтар байтаҡ йылдар урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ғазалиевтар иһә уҡытыусы ғаиләһе булараҡ билдәле. Сарала шулай уҡ ауылдың уңған ғаиләләре лә билдәләнде. Зәлифә менән Илшат Тимербулатовтарҙың йорто иң өлгөлөһө, төҙөгө тип баһаланды. Кәбирә Хисмәтуллина менән Әмир Әминевтәр ғаиләһе “Иң өлгөлө баҡса” номинацияһында еңде.
Бәләкәй ауылдарҙа ла тырыштар етерлек. Һәргәйҙән Гөлсөм менән Салауат Вәлитовтарҙы өлгөлө ихата хужалары булараҡ ҡотланылар.
Ауылдың йәме, ҡото – ул сабыйҙар. Яңы йән тыуа икән, тимәк, ауылда тормош һүнмәй. Өсөнсө балалары тыуған Гөлназ менән Айнур Баймөхәмәтовтар, икенсе балалары донъяға килгән Регина һәм Фәнил Мөхәмәтҡоловтар кеүек йәш, матур ғаиләләр тәбрикләнде.
Маҡарҙарҙы байрам менән Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин ҡотланы. Ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү йәһәтенән дә был сараның әһәмиәтле булыуын билдәләне. Быйыл райондың 85 йыллығы уңайынан хакимиәт башлығы ҡунаҡтарға күптән түгел донъя күргән район энциклопедияһын тапшырҙы.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның да яҡташтарына әйтер һүҙе күп ине. Ул байрамға йыйылыусыларҙы республикала алып барылған ағинәйҙәр эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Эскелек, буйҙаҡлыҡ кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә ололарҙың ролен билдәләп үтте. Тыуған ауылды күтәрерҙәй шәхестәр тәрбиәләйек тигән теләк тә белдерҙе ул. Әйткәндәй, был төбәк халҡы үҙенең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары менән ғорурлана ала. Бағыусы булараҡ та улар әлеге байрамды уҙғарыуға күп көс һалған. Бынан тыш, район хакимиәте лә ныҡлы ярҙам күрһәткән.
Шулай уҡ сарала Ишембай районының төп ағинәйе һайланды. Районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес Мәрйәм Солтанова ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. “Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеген ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәне, онотола барған йолаларҙы тергеҙеүҙә, ауыл тормошона йән өрөүҙәге фиҙакәрлеге, халыҡ араһында алып барған тәрбиәүи һабаҡтары өсөн Мәрйәм Солтановаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Сығыштар урындағы сәнғәт оҫталарының йыр-бейеүе менән аралашып барҙы. “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын да ҡыҙыҡлы итеп сәхнәләштерҙеләр. Балалар был йола тураһында күпте белеп ҡайтҡандыр.
Маҡарҙа тыуып үҫеп, аҙаҡ ситкә йәшәргә сығып киткәндәр ҙә йыйылғайны байрамға. Ауылдаштар, дуҫтар менән күрешеү урынына ла әүерелде был сара. Маҡар ҡыҙы, әлеге ваҡытта Сорғотта йәшәгән Гөлнара Дәүләтшинаны ла ошонда осраттыҡ. Хәҙер инде 20 йыл ситтә булһа ла, тыуған ауыл уны һәр ваҡыт үҙенә тарта икән.
– «Ҡарға бутҡаһы» хаҡында әсәйем хәбәр иткәйне, ашҡынып ҡайтып төштөм. Бик матур әҙерләнгәндәр. Күп дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп һөйләштем, – тине ул.
Ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итте. Йыр-моң һөйгәндәр сәхнә тирәһендә булды, бер майҙанда көрәштә көс һынаштылар, икенсе урында көйәнтә менән һыу ташып етеҙлектәрен күрһәттеләр. Ауылдаштарҙы күрештергән, бергә туплаған, йолаларыбыҙҙы күтәргән ошондай байрамдар еребеҙгә бәрәкәт, ҡот килтерһен.