“Сыңрау торна” талантлыларҙы йыя21.07.2015
Ҡурған өлкәһенең боронғо башҡорт ауылында – Сафакүлдә “Сыңрау торна” исемле өлкә мәҙәниәт фестивале асылды.
Сараны үткәреү урыны итеп был төбәк юҡҡа һайланмаған: унда башҡорт йолалары, мәҙәни төрлөлөк, тел байлығы һаҡланған, район тарихи урындарға, ҡомартҡыларға бай.
Беренсе фестиваль 2004 йылда Баҡай ауылында үткәрелгәйне. Сара тәүҙә районда ғына уҙғарылһа, һуңынан район-ара кимәлгә сыҡты.
Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Үҙешмәкәр коллективтар, шулай уҡ Әлмән, Шумиха, Щучан, Сафакүл райондарынан, Ҡурған ҡалаһынан айырым талант эйәләре йыр-моң байрамында үҙ һәләтен күрһәтә, башҡорт бейеүҙәрен, халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтар башҡара. Сарала һынлы сәнғәт, милли аш-һыу күргәҙмәләре эшләй, көрәш, йәрминкә ойошторола.