Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр
Бер аҙым – етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым!.. Үтергә
Рәми булырға кәрәк.
Остаздарым! Һүҙегеҙгә
Ауаздаш минең йөрәк.
Ҡанымда – һеҙҙең аманат,
Әйтәмен, етә йөрьәт.
Төңөлтмәк булыпмы, тормош
Утҡа, һыуға ла һалды.
Тик йөрәк һәр саҡ Бабичлы,
Рәмиле юлда ҡалды.
Остаздарым! Ҡай бер исем
Әйтелһә лә тәүҙәрәк,
Милли фиҙалыҡта әммә
Һеҙ миңә ҡәҙерлерәк.
Һүҙ ҡеүәһе генә түгел,
Һүҙҙең ҡеүәте һеҙҙә.
Рухыбыҙ шоңҡарҙары һеҙ
Мәңгелек күгебеҙҙә.
Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр
Бер аҙым – етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым!.. Үтелә
Шиғырҙа типһә йөрәк.Сәфәрҙәге сәхифәләрҙе тәфсирләр алдынан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, атаҡлы шағир Хәсән Назарҙың “Рухыбыҙ шоңҡарҙары” тигән шиғырын килтереүем юҡҡа түгел. Аҡһаҡалыбыҙҙың фәһемле шиғри һүҙе ҡулына ҡәләм тотоп, әҙәбиәт “ғәскәре”нең сафына яңы баҫҡан йәштәргә лә, өлкәндәргә лә “Әҙәби ант” булырлыҡ.
“Әҙәби нағыш” марафоны, Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу төбәген урап, Ейәнсура районына аяҡ баҫты. Бәрәкәтле үҫәргән ерендә тыуып үҫкән шағирҙар Хәсән Назар менән “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың бүлек мөдире Людмила Михиенконы, республиканың Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Светлана Низаметдинованы ейәнсуралар икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршыланы. Башҡорт ҡунаҡсыллығын тойоп, кәйефе күтәрелгән рухиәт илселәрен хакимиәт башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин ҡабул итте. Район етәксеһе төбәктең иҡтисади һәм мәҙәни хәле тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләне, борсоған мәсьәләләргә туҡталды, республикабыҙҙың ғорурлығы булған талант эйәһе Хәсән Назарға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем юлларға ниәтләүҙәрен әйтте. Һай, афарин, шиғри һүҙ менән халҡыбыҙҙың йәнен имләгән уҙаманыбыҙ был юғары исемгә күптән лайыҡ, әлбиттә!
Әҙәбиәт байрамының төп маҡсаты буйынса, төбәктәге ижади көстәрҙең ҡулъяҙмаларын тикшереү башланды.
– Илнур Мусиндың “Вахтовик” шиғырын тыңлағас, бәйет оҫталары иҫкә төштө, – тине Хәсән Назар. – Борон кешеләр үҙҙәренең тормошон бәйеткә һалған, һин дә ошо рухты дауам итәһең. Әҙәбиәт – ул яҙмышты яҙыу. Илнурҙа ошо сифат бар.
Азамат Юлдашбаев та егеткә файҙалы кәңәштәрен бирҙе:
– Шиғырҙың ике төрлөһө була: сәхнәнеке һәм яңғыҙ ҡалып уҡый торғандары. Уларҙы кемгә, ни өсөн яҙғанды күҙ уңында тоторға кәрәк. Шулай бул, былай ит, тигәндәй, аҡыл һатыуға ҡоролмаһын. Аҡмулланың нәсихәттәренән һуң аҡыл өйрәтеү кәрәкме? Һеҙ йәш. Уҡыусыға тойғоларығыҙ, кисерештәрегеҙ ҡыҙыҡ. Төндә уятып, күҙеңә текләгән тойғолар кәрәк. Үҙ йөҙөң һәм һүҙең булһын.
Әлбиттә, бындай кәңәштәр бер Илнурға ғына түгел, ҡулъяҙмаларын тикшереүгә ҡуйған Гөлнәфис менән Гөлфинә Ҡансуриналарға, Азалия Сәйфуллинаға, Зифа Ишмырҙинаға һәм башҡаларға ҡарата ла әйтелде. Ә бына 12 йәшлек Ғайсар Ҡансуриндың шиғырҙарын Хәсән Назар юғары баһаланы. Ағайҙары әйткәнсә, тырышһа, үҙенсәлекле моңон әҙәбиәт һөйөүселәр ишетәсәк әле. Уға уңыштар теләп, Хәсән Назар китаптарын бүләк итте.
Район мәҙәниәт һарайындағы осрашыу дәртле “Шәкерттәр” бейеүе менән асылды. Мәләүез районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәев Ейәнсура районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев менән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәновҡа әҙәби эстафетаны тапшырғандан һуң, сәхнәгә төбәктең һәләт эйәләре сыҡты. Йыл башында урындағы китапхана селтәре “Минең ауылым – уҡыу майҙаны” тигән әҙәби марафон иғлан иткән. Һәр ауыл китапханаһы таланттар аса, әҙәби байрам ойоштора. Район үҙәгендәге әлеге сара ла уның дауамы булды. Әҙәбиәт байрамында ҡатнашҡандарҙың барыһын да сәхнәгә сығарыу мөмкин түгел, әлбиттә, шуға күрә йәштәргә иғтибар йүнәлтелгән. Ә инде ижадсыларҙың барыһын да район әҙәби марафонының гала-концертында тәбрикләү күҙ уңында тотола. Был эштәрҙең башында китапхана мөдире, алсаҡ һәм һөйкөмлө Нәзирә ханым Кәримова тора. Хәйер, уның башҡарған эштәре тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, Нәзирә апай – Ейәнсураның йөҙөк ҡашы.
Ҡыҙыу бесән мәле булыуға ҡарамаҫтан, сараға күпләп йыйылған халыҡ йәш ижадсыларҙың сығышын кинәнеп тыңланы, ихлас алҡыштарға күмде. Төбәк йырсыларының моңо йәнде наҙланы, бейеүселәренең өҙҙөрә баҫыуы йөрәкте елкендерҙе.
Ҡунаҡтар сафына милләт яҙмышы өсөн янып йәшәгән Ейәнсура ҡыҙы, яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаева менән “Йәшлек” гәзитенең хәбәрсеһе, йәш шағирә Гөлнур Ҡыуатова ҡушылды. “Ал елкән” ял лагерында үткән осрашыуҙа Мәрйәм апайҙың тел яҙмышы тураһында һөйләгән фәһемле әңгәмәһен йотлоғоп тыңланылар, Хәсән Назар әсә тураһында ике шиғырын бүләк итте, Азамат Юлдашбаевтың балалар телендә аралашыуы, тын йылға өҫтөнән иҫкән елдәй, сараға йән өрөп ебәрҙе.
Афарин, ейәнсуралар, байрамығыҙ күркәм булды, күңелгә нур тулды!