Глобалләштереү, бар кешелекте бер исем аҫтына ҡыуыу хаҡындағы “йәшерен” фекер бөгөн икһеҙ-сикһеҙ Интернет сиктәрендә лә асыҡтан-асыҡ күтәрелә, ҡыҙыу бәхәстәр ҙә уята. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡайҙа барһаҡ та, кемдәр генә беҙгә килһә лә, иң беренсе милли һыҙаттарҙы эҙләйбеҙ, аҫабалыҡ сағылыштарын күрһәтергә ашығабыҙ. Эске аңыбыҙҙа, йөрәгегеҙҙең иң түрендә ятҡан уйҙар, кисерештәр, ҡаныбыҙҙы ҡайнатҡан тамырҙарҙағы хәтер ҡәҙерле беҙгә.Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары алдынан “Ете ҡыҙ” көйлө фонтаны асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Скульптор, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хабибрахманов башҡорт халыҡ легендаһын һынлы сәнғәттә сағылдырырға ынтылған. Моделдәр булараҡ Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары сығыш яһаған был композиция халыҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған бер кемде лә, моғайын, битараф ҡалдырмаҫ.
Нимәһе менән иғтибарҙы йәлеп итә һуң был әҫәр? Бынан бер нисә йыл элек кенә Өфөлә милли йөҙҙө сағылдырған һәйкәлдәр юҡлығы тураһында оран һала торғайныҡ әле. Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа, халыҡ шағиры Мостай Кәримгә, халыҡ композиторы Заһир Исмәғилевкә һынлы сәнғәт әҫәрҙәре ҡалҡты мәркәзебеҙҙә. Уларҙы сәнғәт белгесе күҙлегенән анализларға йыйынмайым, әммә улар баш ҡаланың ғына түгел, Башҡортостан тормошонда ҙур ваҡиға булды. Шәхестәр халҡының рухи, сәнғәти потенциалы хаҡында һөйләй. Һәйкәл ҡуйырлыҡ аҫыл заттарыбыҙ бик күп беҙҙең, шуға күрә киләсәктә был эш дауам итер тигән яҡты теләктә ҡалайыҡ.
“Ете ҡыҙ” композицияһы – С. Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл кеүек үк, милләтебеҙҙең рухи азатлығына, сафлығына дан йырлаған әҫәр. Асылған көндә үк барып күрҙем данлыҡлы ҡыҙҙарҙы. Халыҡ шул тиклем күп йыйылғайны, әйтерһең, боронғо тарих, милли асыл нурына ҡойонорға килгән. Диуарҙағы видеотаблола Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары ошо уҡ бейеүҙе башҡара, башҡорт халыҡ көйҙәре күңелгә һарыла – әлбиттә, былар барыһы ла тәьҫир итмәй булмай! Фонтан бейеп торғас, ҡыҙҙар ҙа хәрәкәт иткән кеүек тойғо ҡала был күренешкә баҡҡандан һуң. Беҙ халҡыбыҙҙың яҡты үткәне, саф тарихы, ҡаһарман рухы хаҡындағы яҡшы һүҙгә һыуһағанбыҙ. Һәр саҡ башын баҫып, ихтилалдар һайын эҙәрлекләүҙәргә дусар булған милләтебеҙ тураһындағы матур фекерҙәрҙе хатта тыныс ҡына ҡабул итә лә алмайбыҙ. Күҙҙәргә йәш эркелә, күңел тула. Ә бит тиңдәр араһында тиң булып йәшәр рухи ҡеүәтебеҙ, данлы-ҡанлы тарихыбыҙ, иманлы үткәнебеҙ бар. Шағир Ирек Кинйәбулатовтың:
Эй, ете ҡыҙ! Бөгөн Өфөмдөң һеҙ
Бер биҙәге булып балҡтығыҙ.
Ер ҡайғыһы булып батҡайнығыҙ,
Ер шатлығы булып ҡалҡтығыҙ,
– тигән юлдары ла ошо хаҡта!
Эйе, һәйкәл хаҡында төрлө фекер әйтеүселәр булыр. Имеш, ниңә улай, ниңә тегеләй түгел? Ниңә унда, ни өсөн улар һәм башҡа урынлы-урынһыҙ һорауҙар. Әммә баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡты алып барыр тағы бер урын артты. Ул аҫаба халыҡтың тарихын һөйләп тора, башҡорт ҡыҙҙарын милли асылыбыҙ тураһында иҫкәртә. Һәр кем үҙенсә ҡабул итһен был сәнғәт әҫәрен, һәр кем нимә күрергә теләй, шуны тоҫмаллар. Ләкин халҡыбыҙ тарихын инҡар итә алмаҫ.