Тәжрибә — иң ҙур байлыҡ15.07.2015
Филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт белгесе Мәҙинә Хәмиҙуллинаның Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ижадына арналған яңы китап сығарыуы тураһында уҡып бик шатландым (“Башҡортостан”, 2015 йыл, 3 июнь). Ҙур шағирҙың минең архивта ла хаттары булғанға күрә, уларҙы ошо йыйынтыҡҡа индерергә теләгәнен белдереп, миңә лә мөрәжәғәт иткәйне. Әммә баш тартҡайным. Сәбәбе ябай. Университетты тамамлаған йылда мин Назар Нәжми ижады хаҡында диплом эше яҙғайным. Етәксем “Әҙәбиәт теорияһы”, “Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы” китаптарының авторы, һәр йәһәттән һоҡланғыс кеше Ким ағай Әхмәтйәнов булды.
“Шағир ижадына ҡарата бығаса әйтелмәгән ҡыҙыҡлы фекерҙәрең бар, шуларҙы үҫтереп-көсәйтеп ебәр, үҙеңсә асып, ҡайһы бер бүлектәрен берәй гәзиткә, журналға тәҡдим итеп ҡара”, – тип ҡанатландырып та ҡуйғайны. Теләк-тәҡдимен үтәргә тырыштым. Назар Нәжми ижады тураһында башҡорт, татар телдәрендә байтаҡ мәҡәлә баҫтырҙым. Урыҫ телендә сыҡҡандары ла булды.
Ә бына шағирҙың миңә ебәргән хаттарына урынын да, уңайын да таба алманым. Иң уңайһыҙланғаным: минең адресҡа ҡарата әйтелгән маҡтау һүҙҙәрен дөрөҫ аңламаҫтар кеүек тойолдо. Ә бит ғүмер, йылдарҙы ҡыҫҡартып, алға саба. Минһеҙ уны кем эшләр? Шағир рухы ла ғәфү итмәҫ. Мин уларға аңлатма бирмәй генә бер-бер артлы уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.
Риф ҡусты!
“Йыр-моң даръяһына күмеп” тигән мәҡәләңде уҡығас, шуны әйтке килә: һин шундай мәҡәләләрҙе юғары профессиональ уйланыу оҫталығы менән яҙаһың. Быны мин “Н. Нәжми” тигән исемде иҫкә алғаның өсөн яҙмайым (иҫкә алмауҙарға күнегеп барам инде), быға тиклем дә шундай мәҡәләләрең һәйбәт тәьҫир ҡалдырғайны.
Шулай ҙа ниндәйҙер һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүең тураһында әйткем килә. Йәйә эсендә фәлән-фәлән кешенең шиғыры, тип әйтеп китәһең. Талапсан түгелһең бит. Ҡустым! Уларҙың бөтәһе лә шиғыр түгел дәбаһа! Улар – һүҙҙәр теҙмәһе, музыкаһыҙ йәшәй алмаған һүҙҙәр!
Йәш йырсыларҙы “йәш быуын ижадсылары” тип әйтеүең менән дә килешеп бөткө килмәй. Ижадсы булыуҙың ауырлығын һин үҙ тиреңдә лә татыйһың бит.
Мәҡәләнең исеме. Даръя-йылға, һыу. Минеңсә, йылға күммәй, ә баҫа. “Һыу баҫа” тибеҙ түгелме һуң? Бәлки, йыр-моң даръяһында йөҙөү мөмкиндер.
Был ваҡлыҡтарҙа хаҡ та түгелмендер, уны минең ҡартлыҡ мыжыҡлығына ҡайтарып ҡалдыр. Ә асылда ундай мәҡәләләр йышыраҡ булһа икән.
Сәләм менән Назар Нәжми.
27.10.77. Дауахана.
***
Риф ҡусты!
Хаттағы фекерҙәрең өсөн рәхмәт. Минең хаҡта әҙерәк фәстереп ебәреү бар. “Совет Башҡортостаны”нда сыҡҡан мәҡәләм (Р. Ниғмәти хаҡында) тураһында Ғәлим Дәүләтов та хат яҙған. Ул да мине күккә күтәргән.
Ләкин һеҙ, егеттәр, икегеҙ ҙә әллә нисек, придавленныйһығыҙ. Үҙгәрергә ваҡыттыр, сөнки һеҙ ижадығыҙ менән бөтә шау-шыулы ҡоро ҡыуыҡтарҙан өҫтөн тораһығыҙ.
Теге сер. Башта 1951 йылдың 7-се һанын, мин әйткәнсә, ҡара. Унан һуң серҙе асырмын. Ҡыҙыҡһынһаң, әлбиттә, тик һин уйлағанса түгел.
Мин ул кешенең шиғырҙары тураһында һөйләштем. Улар кире фекерҙәләр, ә мин шиғырҙарын уҡыр өсөн, унан уға хат яҙыр өсөн өйгә алып ҡайттым.
Ярай, хуш!
Назар Нәжми.
16.02.84.
***
Риф ҡусты!
Һин беләһең дә икән. Гәзиттә әйттеләр. Эш былай булды. Мөхәррир бүлмәһендә ултырғанда мин: “Рустар актив. Исаев менән Шиляровский поэмалары баҫылғайны, яҙып та сыҡтылар. Ә мин бына бер йылда өс поэма яҙҙым, ләм-мим...” – тинем. Мөхәррир: “Давай яҙайыҡ. Кем?” — тине. Һинең исемде әйттем, сөнки көҙөн телевидениела буласаҡ тапшырыуға һин яҙғанһың икән. Бөгөн икенсе бер мәсьәлә менән мөхәрриргә шылтыраттым, ә ул һине иҫкә алды. “Егеттең тауышы-тыны сыҡмай” тип ҡуйҙы. Был хатымды мин ашыҡтырыу ниәте менән түгел, мәсьәләнең нисек һиңә килеп ҡағылғаны тураһында әйтмәксе булам. Мәскәүҙән кәңәшмәнән ҡайтҡас, Рамаҙанов миңә: “Һинең поэмаларҙы сәйәсәт итә алмаҫ, тип иҫкә алдым”, — тип әйтә. Мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Ул поэмалар, бәлки, сәйәсиҙер, ләкин иҫкә алыу ғына бер нимә тураһында һөйләмәй. Ә шулай ҙа 65 йәштә өс поэма яҙыу үҙе ни тураһында ла һөйләйҙер. Үҙем иһә “Ағым”ды өҫтөнөрәк ҡуям. Уның фәлсәфәһе тәрәнерәк.
Әгәр ҙә яҙа ҡалһаң, Хоҙай ярҙам бирһен, бергәләп ҡарап сығыу ҙа икебеҙ өсөн дә буш булмаҫ ине.
Сәләм менән Назар ағайың.
25.07.84.
***
Риф ҡустым!
Шәриф Бикҡол Пицундаға “Совет Башҡортостаны” гәзитен алып килде, унда һинең һүрәтте күрҙем, Н. Мусиндың мәҡәләһен уҡып сыҡтым. Йә Хоҙай, һиңә лә илле йәш! Беҙ ҡартаймай, кем ҡартайһын!
Илле йәшлек юбилейҙың теләһә кемгә килеүе мөмкин. Һуңғы бер-ике йыл эсендә шулай булды ла, әммә уларҙың береһенә лә ҡотлау ебәрмәнем — күңелем тартманы, ҡулым барманы, ә бына һиңә илле йәш тулыу көнөн һуңлап белеүем өсөн ғәфү ит.
М. Кәрим бер интервьюһында минең хаҡта “люблю и ценю” тигәйне. Мин уның баһалауына мохтаж булмаған шикелле, һин дә минең баһалауға мохтаж түгелһең, әммә миңә 70 йәш тулғанда, һинең яҙыуыңды теләнем һәм бик уңдым, сөнки һинең поэзия тураһында фекер йөрөтөүең маңлайҙан түгел, ә йөрәктән — ысын шағирҙарса. Был сифат, шағирлыҡ кеүек үк, тегенән, Хоҙайҙан, килә, һәм шуның өсөн дә һинең бөтөн булмышың, ижадың миңә бик яҡын. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Теләгем берәү генә: һине 60 йәшең менән ҡотлай алһам ине, ә хәҙергә “башҡортсалап” әйткәндә, “Так держать!”
Бөтә йөрәктән Назар Нәжми. 22.09.89.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташым Ноғман ағай Мусин яҙғанса, мәҙәниәтебеҙҙең, бигерәк тә әҙәбиәтебеҙҙең серҙәр һандығы гел асыла, байый торһон. Ижадтың серҙәре лә төпһөҙ, ҡағыныр ҡанаттары сикһеҙлеккә тоташа. Сөнки тәжрибә – иң ҙур байлыҡ.