Шундай бер мәрәкә йөрөй: имеш, бер йырсынан ауылдашы былай тип һорай икән: “Һаман да йырлап ҡына йөрөйһөңмө, эшкә кермәнеңме әле?”Башҡортостандың “ата” сатиригы Мар. Сәлим менән юлдарыбыҙ “сәкәшкәндә” һорап ҡуйҙым:
– Һаман да кеше көлдөрәһегеҙме?
– Барон Мюнхгаузен әйтмешләй, “көлөгөҙ, көлөп йәшәгеҙ, әфәнделәр, сөнки бөтә яуызлыҡтар ҙа етди йөҙ менән башҡарыла”. Бына, кешеләргә көлкө таратырға сыҡтым. Ҡана, һиңә лә бирәйем әле, – тип “көлкө” портфеленән китап тартып сығарҙы. – Мә, ҡустым, көлөп йәшә, ләкин кеше көлдөрмә...
Китапҡа ҡаҙалдым. “Заманына күрә көлкөһө” тип атала. Тышлығы ла көлөп тора бит. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте балҡытып сығара белә шул китаптарҙы! Тәүге биттәге шиғыр юлдарын уҡып, рәхәтләнеп көлөп ебәрәһең:
Һәр замандың – үҙ ялғаны,
Хәҡиҡәте һәм хикмәте...
Дөрөҫ әйткән беҙҙең халыҡ –
Фекер аныҡ:
– Урманына күрә – төлкөһө,
Заманына күрә – көлкөһө.
Ҡуй, артабан һөйләп, көлкөнөң тәмен ебәрмәйем әле. Сергей Михалков, Николай Гоголь, Алеко һәм башҡа... һәм башҡа премиялар лауреаты, сатира оҫтаһы Мар. Сәлимдең китабын ҡулығыҙға алып, үҙегеҙ рәхәтләнеп көлөгөҙ. Берегеҙ ҙә битараф ҡалмаҫ. Йыйынтыҡҡа сатирик хикәйәләр, фельетондар, юморескалар, шиғырҙар тупланған. Көлөгөҙ, дуҫтар, көлөп йәшәгеҙ!