Үткән ғүмерБөрө сағы япраҡтарҙың –
Яралыр ҙа мәле еткән.
Һыуға әйләнгән боҙҙар ҙа –
Яҙ яҙлығын иткән күптән.
Ямғырланған, йәйғорланған,
Баш осонда бүтән күктәр!
Сәскәлектәр, йәшеллектәр!
Йәй йәйлеген иткән күптән.
Сағыуланған, балҡышланған –
Көҙҙөң йәйе ғәжәп икән!
Сыуаҡланған болотло көн –
Көҙ көҙлөгөн иткән күптән.
Дым тигәнең, быу тигәнең
Ҡар сәскәһе генә микән?
Боҙға әйләнгән һыуҙар ҙа –
Ҡыш ҡышлығын иткән күптән.
Ирегән боҙ, туңған һыуҙар
Минең йөрәк аша үткән.
Алмашынды миҙгелдәрем –
Ғүмер ғүмерлеген иткән.
Еңеү көнөндәге уйҙарҮләндәрҙән һорама һин,
Нисек ағас булырға, тип.
Өйрәт, тимә ҡошсоҡтарға,
Бүре булып олорға, тип.
Теләнсенән һорама һин,
Нисек хәлле булырға, тип.
Яңғыҙаҡтан һорама һин,
Нисек оя ҡорорға, тип.
Яуҙа булмаған кешенән,
Һуғыш ни, тип һорама һин.
Матурлама дөрөҫлөктө,
Ялғанлыҡты ҡорама һин.
Яуҙың тамуҡ икәнлеген
Иҫән ҡалған яугир белер.
Аллаһына, тәҡдиренә
Мең-мең рәхмәт яуғыр, тиер.
Эй, Хоҙайым, күпме тағы
Ут арҡылы үтер бәндәң?
Хаҡтыр, ахыры, ысын, ахыры:
Йәннәткә юл йәһәннәмдән...
Дан хаҡыЯугир халыҡ булыу еңел түгел!
Ике бурыс үтәй илһаҡлар:
Бер яҡтан, ул ерен-һыуын һаҡлай,
Әҙәмдәшен һуя, бер яҡтан.
Дейеүҙәрҙән түгел, кешеләрҙән
Тауҙар өйөп ҡуя тураҡлап.
Һуғыштар бит – булмай үлтерешһеҙ!
Һуғыштар бит һәр саҡ фажиғә.
Сара һайламайҙар яу ҡырында!
Яу ҡырында – ҡаты ҡағиҙә.
Ҡорбандарһыҙ булмай яуҙа еңеп!
Яуҙа еңеү – ҡанлы мөғжизә.
Яулап алған ғәзиз Еңеү көнө –
Ҡанлы байрам, йәшле тантана!
Үтә ҡиммәт хаҡы! Тик ҡан ҡойош
Яугир бурысынан аҡлана.
Ятҡа ҡалдырмаған үҙ Уралын!
Башҡорт даны шуға һаҡлана.
ҮҙлекЕңелеүсе булғас, бар еңеүсе.
Һәр бер яуҙың була үҙ батыры.
Һәр һуғыштың була үҙ ҡорбаны,
Һәр бер шәһитлектең – үҙ асылы.
Һәр ғүмерҙең үҙенең бағланышы.
Һәр маҡсаттың үҙенең арналышы.
Һәр нәмәнең тик бер уйланышы,
Берәү була юлдың һайланышы.
Үҙ таратыусыһы бар ялғандың.
Үҙ мәлғүне булған яуызлыҡ бар.
Һәр бер фирғәүендең – үҙ Мусаһы!
Үҙ кешегә һәр саҡ зарурлыҡ бар.
Үҙ яраны, үҙ ҡуштаны, үҙ вәзире
Үҙ хакимы һәр бер йәмғиәттә.
Үҙ сиселеш һәр бер мәсьәләлә!
Үҙ фәлсәфә һәр бер тәғлимәттә!
Үҙ аҡланмыш һәр бер ғәйеплелә.
Һәр фетнәнең – үҙенең болғанышы.
Һәр замандың үҙенең тарихы бар.
Һәр тулҡындың – үҙенең тулғанышы.
Үҙ йөҙө бар һәр бер халыҡтың да,
Йәшертенме, әллә аҫтыртынмы.
Үҙ ҡоралы – бөйөк үҙ ҡурайы
Танылыулы иткән башҡортомдо.
Батырҙары уның – үҙ улдары,
Ҡорбандары уның – үҙ улдары.
Түккән ҡаны, даны үҙенеке!
Ошо хаҡта минең йән моңдарым.
Аңлы кешеКейек кеше, йәнлек кеше
Аңлы кеше булған бар саҡ.
Баш януар ул – баш ҡорт булған,
Ҡаҙан аҫҡан, яҡҡан усаҡ.
Туҫтаҡ алған бер ҡулына,
Бер ҡулына суҡмар алған.
Аңлы булырҙан да алда
Саҡма сағып, ут сығарған.
Төрән яһап, ер эшкәрткән,
Ҡорал иткән таш, һөйәкте.
Үҙ булмышын үҙгәрткәндә,
Үҙгәрткән ул тәбиғәтте.
Башта башаҡ ҡына йыйған,
Шунан ерҙе баҫыу иткән.
Баҫыу-баҫыу уңыш алған!
Ерҙе ожмах итеп бөткән.
Эйәләткән ҡулға малды:
Ваҡыт еткән – һунар бөткән.
Кеше үҙе үҫтергәнде
Өҫтәлендә ризыҡ иткән.
Аңлы кешегә әйләнгән
Кейек кеше, йәнлек кеше.
Барлыҡ донъяны үҙгәрткән
Шул кешенең үҙгәреше.
Бушҡа китмәгән һис кенә
Шул кешенең түккән көсө.
Үҫтергән бар донъябыҙҙы
Аңыбыҙҙың тиҙләнеше.
Аңлы булған мәлдән алып
Алдыбыҙҙа юҡ кәртәбеҙ.
Донъя беҙҙе үҙгәртә алмай,
Беҙ донъяны үҙгәртәбеҙ!
ТулылыҡКүнәк тулмай, һыу түгелмәй.
Тулыр өсөн ваҡыт кәрәк.
Тулыр өсөн иләк түгел,
Тишек булмаҫ һауыт кәрәк.
Тишекләнгән, иләкләнгән
Аңды ҡай саҡ ямау кәрәк.
Артта ҡалмай, алға китмәй,
Ваҡытҡа бит ярау кәрәк.
Аң тулышмай, кеше бешмәй.
Кемгә кәрәк йәшел емеш?
Тейеш кеше өлгөрөргә,
Өҙөлмәҫкә сеп-сей килеш!
Бына тағы уйҙарыма
Уйҙарымды ялғауымдыр,
Күпме кәрәк, шунса тапҡыр
Күнәгемде ямауымдыр...
Хәҡиҡәт ҡояшыБер хәҡиҡәт беҙҙе яҡтырта,
Барлыҡ дәүер, барлыҡ заманды:
Донъя яҡты йәне яҡтыға,
Йәне ҡараңғыға ҡараңғы!
Бер хәҡиҡәт беҙгә өйрәтә
Айырырға яҡшы-яманды.
Йәшенерлек урын ҡалдырмай,
Үтә күрендерә ялғанды.
Шикләнерлек урын ҡалдырмай,
Төртөп күрһәтә ул шаҡшыға.
Донъя матур йәне матурға,
Донъя яҡшы йәне яҡшыға!
Йөрәк ҡылын сиртмәй, тирбәтмәй
Йәне ҡараларҙың илашы.
Күңелемдә тора яҡтырып
Хәҡиҡәттең яҡты ҡояшы.