“Ватан” этнопаркы асылды14.07.2015
“Ватан” этнопаркы асылды ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған көндәрҙә Өфө амфитеатрында “Ватан” этник паркы асылды.

Сағыу биҙәлгән ете тирмәлә сит ил ҡунаҡтары башҡорттарҙың милли йолалары, мәҙәниәте, шулай уҡ республиканың ҡаҙаныштары менән танышты. Проект ике йыл эшләнде һәм республика Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылды. Был эштең маҡсаты — Башҡортостандың мәҙәни ҡеүәтен күрһәтеү.
Беренсе тирмәлә башҡорттарҙың көнкү­ре­шендә ҡулланылған йорт кәрәк-ярағы ҡу­йыл­һа, икенсеһендә халыҡ кәсептәре са­ғыл­дырылған: кейеҙ баҫыу, ағасҡа һырлап яһалған биҙәктәр, ҡымыҙ бешеү. Өсөнсө тир­мә­лә республикабыҙҙың ер аҫты бай­лыҡ­тары: нефть, алтын, йәшмә, баҡыр, аҫыл таш­тар хаҡында мәғлүмәт бирелә. Дүртенсе тирмә тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте хаҡында һөйләй. Бында бал менән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға мөмкин. Бишенсе тирмә Баш­ҡорт­останда татыу йәшәгән күп милләтле халыҡ менән таныштыра. Алтынсы тирмәлә милли кейемдәрҙе кейеп ҡарарға, йола байрамдарында ҡатнашырға, фотоға төшөргә мөмкин булһа, етенсеһендә ҡунаҡтарға Өфөнөң архитектур киләсәге күрһәтелә.



Вернуться назад