Яҡтылыҡ йырсыһының тыуған яғында11.07.2015
Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар Милли әҙәби музей филиалы — Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейында булды.
Делегацияға яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, Әхмәт Ясауи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының вице-президенты, Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Ергобәк Ҡолбәк етәкселек итте. Ҡунаҡтарҙы яҙыусы, профессор, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев менән шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Гөлфиә Юнысова оҙатып йөрөнө.
– Ҡаҙағстан ҡунаҡтары мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса хатта бәхәсләшеп тә алдыҡ, — ти Аҡмулла музейы мөдире, яҙыусы Фәнис Янышев.
Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Миәкә районындағы изге Нарыҫтау шишмәһенә алып барҙылар.