Икеләтә байрам11.07.2015
Икеләтә байрам Бәхетле кешенең ҡунағы бергә тигәндәй, июль башында кушнаренколар бер юлы ике ҙур байрамды — тыуған райондары ойошторолоуҙың 85 йыллығын һәм һабантуй үткәрҙе. Төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу ғүмер иткән төбәк халҡы әлеге байрамдарҙы күркәм хеҙмәт һөҙөмтәләре менән ҡаршыланы.


Байрамда Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республика Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, биология фәндәре докторы, про­фес­сор Вәкил Ширәев кеүек ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе. Район хакимиәте баш­лы­ғы Алмас Йосопов ауыл эш­сән­дәрен хеҙмәт байрамы ме­нән ихлас ҡотлап, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне.
Район биләмәһе аша Өфө – Мәс­кәү федераль юлының үтеүе иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Башҡаларҙан айырмалы, Кушнаренко виноград үҫтереүсе төбәк булараҡ билдәле.
Райондың Өфөгә яҡын ятыуы ла отошло. Әйткәндәй, быйылғы беренсе квартал һөҙөмтәләренән кү­ренеүенсә, ауыл хужалығы бу­йын­са Кушнаренко II урынға сыҡҡан.
Әҙәбиәт йылында яҡташ әҙә­би­әт һәм сәнғәт әһелдәрен дә иҫкә алдылар. Башҡорт һәм татар әҙә­биәтенә хеҙмәт иткән Хәсән Мохтар, Рәдиф Ғаташ, Әф­ғән Ғиззәтов, Әзһәр Кәшфуллин, Карам Бакиров, Марис Нәзиров, Нәжибә Әминева һәм башҡа әҙип­тәрҙе биргән был төбәк. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова, Әҡлимә Садиҡова, Федор Крашенинников, Мөхәмәт Шәмсетдинов, профессор Миләүшә Мортазина, рәссам Мөхәмәт Арыҫланов һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре менән район халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташтары Фазылйән Әхмәлетдинов, Абдулла Вәлиев, Сәлих Вәлиев, Иван Князев, Валентин Паширов, Нәзим Яҡупов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шә­риф Солтановты ла хөрмәт менән иҫкә алалар.
Һабантуйға кушнаренколарҙың шатлығын уртаҡлашырға Тажик­стан Президентының өлкән кәңәш­сеһе Зөфәр Сәйетзада етәк­селе­гендә Дүшәнбе ҡалаһы деле­га­цияһы килгәйне.
– Башҡортостан үҙенең тәбиғә­те, ҡунаҡсыллығы, асыҡ йөҙлө, киң күңелле кешеләре менән һоҡлан­дырҙы, — тине оло ҡунаҡ.
Философия фәндәре кандидаты Зөфәр Сәйетзада — 70-кә яҡын китап авторы. Шуларҙың береһе — тажик мигранттары өсөн яҙылған 208 битлек «История России» уҡыу ҡулланмаһы.
Был көндә Зөфәр әфәнденең Тажикстанда бергә уҡыған курсташын — Ҡарасайылға мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, ауылдың имам-хатибы Йәғәфәр Фәйезовты ла осратыуы шатлыҡлы ваҡиға булды.
Тантанала сәсеү батырҙарына ҡарата йылы һүҙҙәр әйтелде, улар­ға сәхнә түрендә маҡтау ҡағыҙ­ҙа­ры, ҡиммәтле бүләктәр тап­шырылды.
Һабантуйҙа күңелле ял өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғайны: халыҡ башта хеҙмәт алдынғылары, техника парадын, артабан бай­рам­дың йөҙөк ҡашы булған ат сабыштарын ҡараны, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Ә йыр-моң һөйөүселәр өсөн үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары матур концерт әҙерләгәйне.





Вернуться назад