ШОС һәм БРИКС саммиттары башланыр алдынан Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән бергә Башҡортостандың Милли музейына сәйәхәт ҡылып, унда “Үҙәк Евразияның традицион мәҙәниәте: Ебәк юлының мираҫы” тип аталған күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашты. Сарала Үҙәк Азия халыҡтарының мәҙәниәтен сағылдырған 400-ҙән ашыу экспонат (Рәсәйҙең этнография музейы фондынан), “Өфө-2” ҡаласығынан табылған арт-объекттар менән таныштырҙылар. Ебәк юлының төньяҡҡа таралған тармаҡтарының береһе булған боронғо Өфө ҡаласығы. Шуны иҫбатлаған ҡомартҡылар һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Бөйөк Ебәк юлы – донъя тарихындағы үҙенсәлекле күренеш, – тине Владимир Ростиславович. – Сауҙа һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек аша ундан ашыу дәүләт Азия менән Европаны бәйләп торған. Ул юл Ҡытай диңгеҙҙәренән башланып, Һиндостанды иңләп, тотош Үҙәк Азия аша үткән. Бөгөн беҙгә Көньяҡ Уралға килеп еткән каруан хәрәкәттәре лә ҡыҙыҡлы. Юҡҡа ғына был күргәҙмәне асыуҙы тап ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән көндәргә тап килтермәнек – ҡасандыр беҙҙең ата-бабалар булдырған бәйләнештәрҙе дауам итәбеҙ, тергеҙәбеҙ.
Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин ҡунаҡтарҙы хәрби тарихты сағылдырған экспонаттар менән дә таныштырырға онотманы. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры, данлыҡлы Башҡорт кавалерия дивизияһынан 78 яугирҙең Советтар Союзы Геройы булғанын ишеткәс, хатта ғәжәпләнеп ҡалды: “Мин хәрби тарих менән бик ҡыҙыҡһынам, әммә башҡорт дивизияһының батырҙар һаны буйынса рекордсы икәнен белмәй инем! 1812 йылда Елисей яланында сабып йөрөгән башҡорт атлыларының вариҫтары булыу бына нимә ул!” Шәп әйтте бит! Халҡыбыҙ тураһында маҡтау һүҙе ишетеү менән йөҙҙәр яҡтырып китте. Артабан министр Хәрби Дан музейына юлланды.
Икенсе көндә Владимир Мединский М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “XX быуаттың тәүге ярты йыллығындағы урыҫ сәнғәтендә Көнсығыш образы” күргәҙмәһен асты. Дәүләт “Росизо” музей-күргәҙмә үҙәге, Третьяков галереяһы, “Мәржәни” ғилми-мәҙәни программаларҙы ҡеүәтләү һәм үҫтереү фонды, Көнсығыш халыҡтары сәнғәте дәүләт, А. Радищев исемендәге Һарытау дәүләт художество музейҙары менән берлектә тупланған картиналарға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Әйткәндәй, рәссамдарҙың күбеһе серле Шәреҡ илдәрендә булмаған, әммә үҙҙәренең хыялындағы, уйындағы күренештәрҙе ҡылҡәләм аша киндергә, ҡағыҙға һалған – С. Юдин, П. Беньков, А. Волков, Н. Карахан һүрәттәрендә Көнсығыштың тәбиғәте, кешеләре сағылған.
Күргәҙмәләр залында башҡорт рәссамдарының эштәре лә тәҡдим ителгәйне. Ә. Лотфуллин, А. Бурзянцев, А. Тюлькин, Б. Домашников, М. Назаров һәм башҡа оҫталарҙың картинаһы янынан һоҡланмайса үтеү мөмкин түгел. Шундай яҡын, үҙ мөхит һүрәтләнә уларҙа. Ҡылҡәләм маһирҙарының халҡыбыҙға, тыуған яғына мөнәсәбәте, милли асыл – барыһы ла бар был рәсемдәрҙә. В. Мединский музейҙың эшмәкәрлеген дә, һүрәттәрҙе лә юғары баһаланы. Һүрәттәр фонды ла уның иғтибарын яулаған.
– Киләсәктә “Росизо” барлыҡ күргәҙмәләр һәм музейҙар системаһын үҙ ҡарамағына алыр тигән уйҙабыҙ, шуға күрә төрлө халыҡтарҙың йәшәйешен, төбәктәрҙең тәбиғәтен сағылдырған саралар йышыраҡ үткәрелер. Ә был күргәҙмәнең бөгөнгө донъяуи сара менән тап килеүе юҡҡа түгел – мәҙәни күпер аша бер-беребеҙҙе танып беләбеҙ, – тине ул һорауҙарға яуап биргәндә.
Әйткәндәй, “Мәржәни” ғилми-мәҙәни программаларҙы ҡеүәтләү һәм үҫтереү фонды президенты беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты. Рөстәм Сөләймәновтың тамырҙары – Башҡортостандың Кушнаренко районынан. Фонд был сара уңайынан махсус йыйынтыҡ сығарған. Киләсәктә лә ул республика ижадсылары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.
Владимир МЕДИНСКИЙ, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры:— БРИКС илдәре араһындағы хеҙмәттәшлек иҡтисади бәйләнештәр менән сикләнмәй. Һәр милләттең асылын милли ҡиммәттәр билдәләй, шуға эшлекле форматтың тап ошо өлкәгә лә ҡағылыуын дөрөҫ аңларға кәрәк. Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, ошо көндәрҙә күп йүнәлештәрҙе күҙ уңында тотҡан хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйылды.
БРИКС илдәренең һәр ҡайһыһы милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ынтыла. Бөгөнгө документтар был йәһәттән ышаныслы аҙым булыр тип ышанам. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ төрлө булһа ла, мәҙәниәттә, сәнғәттә беҙгә тәржемәсе кәрәкмәй. Әйткәндәй, барығыҙға ла саммит уңайынан Өфөлә барған күргәҙмәләрҙе ҡарарға кәңәш итәм.