“Бурандан микән яҙмышың, асылың микән буран...”21.02.2012
“Бурандан микән яҙмышың, асылың микән буран...”Үҙең яҡындан белгән кеше хаҡында яҙыуы еңел түгел: нимәне хәтерләһәң дә, әйтеп бөтөрә алмаҫһың кеүек, күңелдә ҡәҙерләп кенә һаҡлаған, башҡаларға һөйләргә теләмәгән иҫтәлектәр ҙә була. Һүҙҙәр нимә инде, бөгөн әйтәһең дә, иртәгә яҙаһың да, онотолған кеүек, әйткәндән һуң хатта әһәмиәтен юғалтҡандай. Шул уҡ ваҡытта ташҡа баҫылған яҙма-хәтирә бер мәл килеп ҙур көскә эйә булыуы ла аңлашыла. Әммә һис кенә лә яҡын дуҫым, ағайым, рухташым Ғилман Ишкинин тураһында ошондай юҫыҡтағы мәҡәлә яҙып ултырырмын тигән уй башыма инеп тә сыҡҡаны булманы. Нисектер уның кеүек тормошто яратҡан, аралашыуҙың, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән кеше йәшәр ҙә йәшәр төҫлө ине... Нимә тип әйтергә лә белеп булмай, көрһөнөп йөрөй торғас, бер йыл да үтеп киткән икән уның беҙҙең менән хушлашыуына.

Егетлек

Беренсе тапҡыр әлеге лә баяғы БДУ-ның данлыҡлы 1-се ятағында осраштыҡ. Киләһе дөйөм йыйынтыҡта китаптарыбыҙ бергә нәшер ителергә тейеш. “Шаңдау”ыбыҙ баҫылып сыҡҡас, аптырашта ҡалдым. Бәй, бөтә йыйынтыҡ тип әйтерлек рифмаһыҙ шиғырҙарҙан торамы икән ни, тигән уй үтте баштан. Ш. Анаҡтың шундайыраҡтарын уҡығаным булһа ла, ғәжәпһенеп ҡарап сыҡҡаным хәтерҙә. Образдар, фекерҙәр ҡыҙыҡлы тойолһа ла, бер ни тиклем ҡабул итмәнем хатта китабын. Тәүге осрашыу әллә ни әһәмиәтле булып хәтерҙә лә ҡалмаған. Тора-бара башҡорт баҫмаларында эш башлау менән аралашыуҙар, әңгәмәләр, бәхәстәр йышайҙы. Ул һәр ваҡыттағыса берәүҙең дә башына килмәҫтәй фекер әйтә, шаярта, көлдөрә, һүҙ уйнатыу дауам итә. Үҙ-ара ғына түгел, өлкәнерәк яҙыусылар менән дә, етәкселәр булһынмы, ул тураһын әйтеп һөйләште. Тура әйткән — туғанына ярамаған тигәндәй, кемгә оҡшаһын инде ундай холоҡ. Хәйер, ул үҙе лә күпселек көндәлек проблемаларын үҙенә үҙе тыуҙырыуын белә ине: өндәшмәй ҡалып булманы инде, шағирлыҡ юлын һайлағанһың икән, ҡасып ятыу килешмәҫ, тиер ине...
Ярарға тырышманы, ярамһаҡланманы, үҙе ярҙам һорағанын да хәтерләмәйем. Ә дуҫтарына, ҡәләмдәштәренә ул иҫ киткес ярҙамсыл булды. Хатта һис таныш булмаған кеше мөрәжәғәт итһә лә, ул бәләгә тарыусыны урап үтмәне. Ижади яҡтан аралашыу бер булһа, шәхсән ағайҙарса ярҙамын күп күрҙем уның. Ваҡытында әйткән һүҙе, кәңәше һис онотолмаҫ. Башҡортостан матбуғатының журналистары йәшәгән Әй урамындағы ятаҡты йүнәтә-йүнәтә күптәрҙең ҡулы ғына түгел, күңеле талып бөткәндер. Беҙгә был осраҡта Ғилман ағай ярҙамға килә: серегән тәҙрәләр, емерек ишектәр, ҡойолоп барған стеналарҙы рәткә килтереште үҙе, йә иһә ул етәкселек иткән төҙөлөш бригадаһының ҡайһы бер оҫталары.
Һуңғы йылдарҙа ул төҙөлөштә эшләне бит. Унда ла хәлдәр мандый алырлыҡ түгел ине. Башҡорт егеттәрен йыйып алып, республика төбәктәрендә төрлө объекттар төҙөнөләр. Беҙҙекеләрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ: бер аҡса алғансы ғына йөрөйҙәр ҙә унан эсә башлайҙар. Шуларға түҙемлеге етеп, йыйып эшкә өйрәтте бит ул. Араларында элегерәк иркенән мәхрүм ителгәндәр ҙә байтаҡ ине. Үҙе эсмәгәс, оҙайлы эскеселәрҙе ипкә килтереү еңел дә булмағандыр, ә ул быға фәйләсүфтәрсә ҡараны — мин дә ярҙам итмәгәс, кем? Тора-бара үҙенә кәрәкле йүнсел егеттәрҙән бригада төҙөп, шулар менән эшләне. Эшләү бер, төп башына ултыртыусылар ҙа етерлек булды. Бер мәл мәсет һалып бөттөләр, ә заказсы аҡсаһын түләмәне лә ҡуйҙы. 500 мең һум тирәһе бурыс уның елкәһенә ятты. Быларҙы әле иҫемә төшөрөп, уға нисек ауыр булыуын, бик уңайһыҙ хәлгә тарыуын аңлайым, ә бит ул мәлдә ни тиклем етди проблема икәнен тоймағанмындыр ҙа. Сөнки һәр ваҡыттағыса “Хәлдәр нисек?” тигән һорауға ул егеттәре һәм үҙе аҡсаһыҙ ҡалыуын көлә-көлә һөйләй, хатта һөйләшеү тонына ҡарап, уның бер нисә тапҡыр эш хаҡы ала алмайынса, ярыҡ ялғаш янында ҡалыуын төшөнөп тә бөтмәгәнмен.
Ул башҡалар иңенә бәлә һалманы, тип әйтергә теләйем был юлдар менән. Ә бит үҙенең шул тиклем ярҙамға мохтаж саҡтары булған. “Аҡсаһыҙлыҡ” шиғыры шул үҙенең хәлдәре хаҡында инде. Исмаһам, дуҫтары күмәкләшеп йыйылышып 45-ен дә үткәрә алманыҡ бит! Алда йылдар бар төҫлө ине, үҙе лә шулай тип ышандырҙы: ғүмер оҙаҡ булһа, йыл йыраҡ. Һис ҡасан зарланманы, барына ҡәнәғәт булып, яңы юлдар эҙләп, хәләл тормош менән йәшәне. Егеттәрсә: эшләп, йылмайып-көлөп, һыр бирмәй, ҡурҡмайынса, йырлап, баш бирмәйенсә.
Егеттәрсә тигәндән, бер шағирәнең һөйләгәне иҫкә төштө. Яҙыусылар съезы бара. Шағирәгә шылтыратып, уның фатирында милиционерҙарҙың тентеү үткәреүен әйткәндәр. Милиция тигәс, бөтәһе лә ҡото осоп, ҡурҡып ҡала бит инде. Ғилман ағай ғына шағирә менән бергә уларҙың йортона юллана. Ә унан милиционерҙар сығып киткән, әммә тентеү эҙҙәре булып фатир уртаһында өйөлгән әйберҙәр ята. Бер кем бер нимә аңлата алмай, беренсе ҡатта ултырған консьерж да телен йотҡан: имеш, милиционерҙар документын күрһәтте, тик фамилияларын ғына ҡарарға онотҡан. Ғилман ағайға ят түгел ситлектәге тормош, әммә, һис ҡурҡып тормайынса, яңынан погонлылар менән “осрашыу”ға юлланыуы уның егетлеге, башҡалар хаҡына үҙен ҡорбан итергә әҙер булыуы хаҡында һөйләй! Консьержға ла үҙ хоҡуҡтарын аңлатып китә ул. Һәр хәлдә был осраҡтан һуң йортҡа “саҡырылмаған ҡунаҡтар”ҙы индермәйҙәр, етмәһә, документһыҙ килеш...
Йылдар үткәс, уның мәрхәмәтен, бөтөнләй ҡурҡыу белмәҫ йән булыуын дәлилләгән миҫалдар килтереп, күләмлерәк нәмә лә яҙылыр. Әммә бөгөн тоҡто төбөнән тотоп ҡойоп булмай, кәрәкмәй ҙә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, ҡартайғандай булайыҡ әле бер аҙ... Һылыуым, тип өҙөлөп әйтеүҙәре генә ҡолаҡта сыңлап торор. Бер туғандары булмаған миңә уның шул тиклем яҡын күреп, үҙ итеүе бигерәк ҡәҙерле ине шул...
Ғилман ағай ҙа бик күптәр кеүек хәл-ваҡиғаларға ҡаршы бармай йәшәй алыр ине, әммә ул Ул булмаҫ ине. Уны Ғилман Ишкинин иткән сифаттар ҙа тап ана шул буранлы холҡонда. Ерләгәс яҙған шиғырымдағы юлдарҙы тағы ла бер иҫкә алып китәм:

Бурандан микән яҙмышың?
Асылың микән буран?
Ниңә кеше менән тулған
Ишек алдығыҙ? Урам?

Алмағасың аҡ кейемдә —
Ҡар булып сәскә атҡан.
Әсәйеңдең, яҡындарҙың
Йөҙҙәре тәрән батҡан.

Һуҙылыптырып яттыңмы?
Түбәтәй кеймәнеңме?
Һылыуыңдың алһыу йөҙөн
Һыр баҫыр тимәнеңме?

Образдар сағыулығы, фекер үткерлеге

Шағирҙарҙа күрәҙәселек барлығын ижадтарын өйрәнеүсе күп ғалимдар раҫлай. Ғилман ағайҙың моңһоу лирикаһын уҡыйһың да быға тағы ла бер тапҡыр инанаһың:

Бөгөн яуған беренсе ҡар кеүек
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде.
Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә
Ҡар болото кеүек ауғым килде...

...Был ҡышы ла үтеп китер,
Үтеп китер был йылы ла.
Ҡабатланмаҫ кеүек үтер
Балҡышы ла, байыуы ла
Минең һүрән генә Ҡояштың...

...Мин, бәлки, урап та килмәҫмен,
Мин, бәлки, килеп тә сығырмын.
Иртәгә төшөңә инермен,
Һағындың дамы ни, тиермен...

...Аңламаны ҡан-ҡәрҙәшем,
Яҡындарым, туғандарым.
Үҙем киттем һаубуллашмай,
көтмәйенсә ҡыуғандарын.
Сәйер китеү.
Әсәй, әсәй, иҫеңдәме
имләгәйнең һин бер бетеү...

— Аҡтан кейенмә, тиһең, —
өлгөрөрһөң,
аҡҡа ҡара һәләт яғыла.
Мин ҡарышам:
Йыртыҡ ямай-ямай
үтеп бара ғүмер яҙы ла.
Өлгөрөрмөн
аҡҡа төрөлгәндә
нисәнсе ҡыш, ғинуар селләһе;
йыйынырмын ашыҡ-бошоҡ ҡына,
бәлки, ҡапыл
үҙең беләһең...
Һәм шул ваҡыт,
эй килешер беҙгә:
миңә ағы, һиңә ҡараһы.
Баш осомда ҡайын
ултыртырһың,
олономдо йыуыр ҡар һыуы.
Хәйер, миҫалдар бик күп килтерергә була. 2007 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан беренсе айырым һәм һуңғы йыйынтығының байтағы ана шундай моңһоу, әммә, әйтерһең, күҙгә күренеп килгән ысынбарлыҡты тойоуҙан тора. Элек тә уҡыған бар ине бит ул шиғырҙарҙы, тик улай әсенеп иғтибар ителмәгән. Йәшәйеш хаҡында һөйләшкәндә, ул әллә ни ҙур ваҡиға һымаҡ ҡараманы үлемгә. Кеше тыуа тора, китә тора: тормош шулай дауам итә. Кем ҡайҙа, ҡасан, ниндәй сүрәттә яҡты донъя менән хушлашырын белмәй шул... Әммә һиҙемләүе ихтимал икән: ана бит Ғилман ағай ҡышҡы буранда тыуған яғына ҡайтып ауырын һиҙгән. Ерләргә барғанда Ейәнсураның баш ҡаланан шул тиклем йыраҡ булыуына тәү тапҡыр иғтибар иттем: бигерәк алыҫ бит! Ә ул тота ла әсәйҙең хәлен белеп киләйем әле, тип ҡайтып китә. Был юлы ла Абзания инәйҙең хәлен белешергә юл тотҡан сағы. Бурандай холоҡло Ғилман ағай буранлы юлда һәләк булды. Йәштәр үлеменең барыбер үкенесе бар — етмәһә, яңы һулыш алып йәшәргә тырышып ятҡан сағында...
Алда әйткәнемсә, тәүҙә уҡығанда Ғилман ағайҙың шиғырҙарын ҡабул итеңкерәмәнем. Ниңә шундай образға кәрәкле рифма тапманы икән, тип аптырай инем. Тора-бара уның ижадын аңлай, баһалай башланым. Профессиональ яҙыусылар араһында ла уның яҙғанын ҡабул итмәүселәр бар, әммә шиғриәт төрлө булырға тейеш, шуның менән ул ҡыҙыҡлы ла. Уның афоризм кеүек шиғырҙары — заманса яңғыраш (әйтәйек, һайлауҙарҙан һайлауҙарға тиклем; Алдауҙарҙан Алйыуҙарға... унан Тағы айныуҙарға...), мәҡәлдәрҙәгесә тапҡырлыҡ (Бер аяҡҡа атлағанда күмәк — Емерелә күпер — мәғәнә), сағыу образлылыҡ (Миндә ғәмһеҙ, тыныс тормошомдоң Иҫәрҙәрсә һәләк булған сағы...) өлгөһө.
Уның бер шиғырына ғына нигеҙләнеп, диссертация яҙырға була, заманға диагноз ҡуйырға мөмкин. Ғилман ағай күп яҙманы, матбуғатта күренеп барырға ашыҡманы. Шәлкемдәрен һорап ала торғайным: тағы ниндәй ҡыҙыҡлы фекер менән аптыратыр!? Күп яҙмаһа ла, күп уҡыны. Уның тәҡдиме буйынса беҙгә, ҡәләмдәштәренә, бик күп китап уҡырға насип булды. Арҡыры аҫып йөрөткән сумкаһында мотлаҡ яңы китап йәки иҫке авторҙың баҫылмаған әҫәре булыр ине. Япон шиғриәте, татарҙарҙың Рауил Фәйзуллины менән мауығыуы ла — үҙенең күңел талабы. Үҙе лә шул стилдә яҙҙы бит.
Һөйләшкәндә ҡайһы берҙә уның хистәренең ҡайнарлығы, фекерҙәренең тәрәнлеге үҙемә таныш түгел, минең өсөн яуланмаған үр икәнен тойған мәлдәр ҙә булды. Бер мәл Яҙыусылар союзында беҙҙең, башлап яҙыусыларҙың, яҙғандарын тикшергәндән һуң, шиғырҙарыңа бер ни тиклем әрем тәме етмәй, тигәйне. Йылдар үтә торҙо, тормош бер алдын, бер артын күрһәтә, тигәндәй. “Их, һылыуым, әрем тәме саманан тыш күбәйеп китте түгелме һуң!? Ярар, иң мөһиме — бирешмә”, — тигән саҡтары ла иҫемдә...
Һуңғы йылда бигерәк аҙ яҙҙы. Шәлкемен һорайһың, юҡ, ти, берәй нәмә яҙҙыңмы, тиһең, хәҙер юҡтыр, тойғолар янып бөттө, тигән булды. Шулай ҙа алып килде. “Башҡортостан”да күләмле генә шәлкеме донъя күрҙе. Тик шуныһына иғтибар иттем: яҙғанынан ҡәнәғәтлек кисереү генә түгел, битарафлыҡ ине үҙендә. Һис бер нәмәгә аптыраманы, ҡыуанманы, ҡайғырманы — әйтерһең, ул хис йылғаһының икенсе ярына сыҡҡайны. Юҡ, был төңөлөү генә түгел, ә әллә ниндәй тойғоларҙың таныш булмаған синтезы ине.
Һуңғы көнөнә тиклем аралашып, шылтыратышып торҙоҡ. Күрешмәгәнгә бер нисә ай булып китһә лә, телефон бәйләнеше өҙөлмәне. Һуңғы арала тауышында өмөт сатҡылары ҡабынды. Тик оҙаҡҡа булманы был ҡыуаныс: февраль бураны алып ҡасты үҙенең аҙашын.
Ваҡыт үтә. Барыһына күнәһең. Башҡа сара юҡ. Аҡылым менән барыһын аңлайым, доғалар уҡытып, хәйер биреп, йәнде тынысландырам... Тик бына әленән-әле юҡһыныу тойғоһо биләп алған күңелде генә нимә тип йыуатырға?!
Лариса АБДУЛЛИНА.


Вернуться назад