Көньяҡ төбәккә ҡеүәт21.02.2012
Көньяҡ төбәккә ҡеүәтУҡыу йортоноң директоры Роза Бикбова әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарына инә, улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербургтағы белем усаҡтарын һайлаусылар ҙа бар.
Гимназияла белем алыусылар ҡала, республика, Рәсәй буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа, ғилми конференцияларҙа призлы урындар яулай. Бында БДУ-ның Сибай институты, Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусылары лекциялар үткәрә, уҡыусылар үҙҙәре лә унда ойошторолған сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Гимназия-интернат быйылғы уҡыу йылында республиканың мәғариф учреждениеһы статусын алды. Тимәк, коллективҡа яңы талаптар, бурыстар өҫтәлде. Белем усағының төп проблемаларының береһе — яңы интернат төҙөү ҙә хәл ителер, тип ышана мәктәп коллективы.
Берҙәм, татыу, үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәрҙәр тупланған бында. “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ла Сибай ҡалаһында тәүгеләрҙән булып ҡушылды улар.
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад