“Әҙәби нағыш” – Мәләүездә!08.07.2015
“Әҙәби нағыш” – Мәләүездә! Мәләүез районы әҙәбиәтебеҙгә Булат Рафиҡов, Динис Бүләков, Ғәлим Дәүләди, Фәнил Күзбәков, Мәрйәм Күсмәева кеүек ҡәләм оҫталарын биргән. Булат Рафиҡовтың “Сал ҡылған”, “Ҡараһаҡал”, “Ахырзаман көткәндә”, Динис Бүләковтың “Килмешәк”, “Ғүмер бер генә” романдарын әле лә яратып уҡыйҙар.
Олпат әҙиптәрҙән ҡалған ижади усаҡ һүрелмәй Мәләүездә. Киләсәктә лә әҙәбиәт һөйөүселәр уларҙың моңон ишетеп ҡыуаныр тип өмөтләнәбеҙ.


АУЫЛ ҠЫҘЫ

Мин бит ауыл ҡыҙы, шунда тыуып,
Шунда тәпәй баҫып үҫкәнмен.
Таң әтәстәренә уянғанмын,
Шишмәһенең һыуын эскәнмен.

Йәйге кистә гармун моңо тыңлап,
Йыйылышып ҡапҡа төбөнә,
Күмәкләшеп ҡушылып йырлар инек
Һәр кем белгән ауыл көйөнә.

Йондоҙҙар ҙа миңә яҡыныраҡ
Кеүек ине ауыл күгендә.
Йондоҙ атылғанын ҡарап торған
Саҡтар иҫкә төшә бөгөн дә.

Иң бәхетле сағым үткән икән
Тыуған ауылҡайым Еректә.
Шул саҡтарға ҡайтып ҡына булмай,
Бөтә байлыҡтарың биреп тә.

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.

АТТА САПҠАН БЕР МАЛАЙ

Миңә бөгөн етмеш тулған тиеп,
Йыйылғандар дуҫтар ҡотларға.
Үткән йылдарымды иҫкә алып,
Киләсәккә ҡараш ташларға…

Юҡ, булмаҫтыр, ниндәй етмеш?!
Миңә әле бары егерме!
Тал сыбығын менеп сапҡандарым
Кисә генә булды түгелме?

Мәктәп юлы, ашҡыныулы йәшлек,
Ауылымдың сихри кистәре...
Йылдар йөгө беҙҙе баҫтымы ни?
Юҡ! Булмаҫтыр, юҡтыр, китсәле!

Беләм, тормош, ташҡын һыуҙай,
Туҡтап тормай гелән ағаһың.
Берсә ярһыу, берсә талғын ғына
Ярҙарыңа йырлап ҡағаһың.

Үтеп китте инде байтаҡ ғүмер,
Мин йәшәйем йылдар һанамай.
Торам кеүек юлдың саттарында
Ҡапҡа асып әле мин – малай.

Тик сәстәргә генә бәҫтәр ҡунған,
Йылдар бит ул шулай аямай.
Етмеш тиҙәр. Ниндәй етмеш?!
Атта сапҡан мин бит бер малай!

Юнир АҘНАҒОЛОВ.

ЙӘШӘ, ИЛЕМ!

Тамырҙарың Урал итәгендә,
Башҡортостан – ғәзиз төйәгем.
Гүзәлерәк ерҙәр күргәнем юҡ,
Илкәйемдә – йырлы йөрәгем.

Һулап һауаларын туйып булмай,
Иркенәйә күкрәк һулышы.
Ер аҫтынан шишмәң урғып ята,
Туҡтамаһын ғүмер ағышы.

Башҡортостан – иң ҡәҙерле төйәк,
Гөлдәй йәмле тыуыр таңдарың.
Тыныс күкте иңләп ҡоштар осһа,
Миндә тыуа шатлыҡ йырҙары.
Илем йәшәй икән, беҙ ҙә тере,
Осар ҡоштай азат, ирекле.
Илде һаҡлар бары белемлеләр –
Эшсән, берҙәм, батыр йөрәкле.

Рәсимә ҒАЙСИНА.

ТЫУҒАН ЕР МАТУРЛЫҒЫ

Яҙҙар етһә, ҡояш нурын һибер,
Ер сығарыр төрлө гөлдәрен.
Һандуғастар сут-сут һайрашырҙар,
Егет көтөр өҙөлөп һөйгәнен.

Илдәр генә һәр саҡ имен торһон,
Күк көмбәҙен утҡа төрмәһен.
Матур гөлдәр хуш еҫтәрен бөркһөн,
Шишмәләрҙә һыуҙар гөрләһен.

Тыуған ерҙә йәшәү рәхәтлеген
Кемдәр генә белмәй, дуҫтарым!
Иҙел ярындағы ауылҡайым,
Һәр саҡ һиндә минең уйҙарым!

Фәрзәнә ИМАНҒОЛОВА.

ШАҒИРЛЫҠ

Шағирлыҡ – ул ялҡын аша атлау,
Дөрөҫлөктө генә яратыу.
Дошманыңдың ауыр ҡарашынан
Күңелеңде телеү, ҡанатыу.

Шағирҙарҙың һүҙе алдан йөрөй,
Башҡасараҡ тибә йөрәге.
Һөйә икән, йәнен биреп һөйә,
Матурыраҡ әйтер теләге.

Шағир булыу – үҙ-үҙеңде үртәү
Хаҡһыҙлыҡтар сәнскән ҡаяуҙан.
Тик юғары һаман шағир күңеле
Нахаҡ һүҙҙән, бармаҡ янауҙан.

Хозурлыҡты ғына яҙһа ла ул,
Халҡым, тиеп йөрәге ярыла.
Шағир йыры мәңге йәшәһә лә,
Үлгәс кенә үҙе таныла.

Нәзирә ИШҠОЛОВА.


Вернуться назад