Йыр булып ҡайтты...03.07.2015
Инйәрҙә йәшәгән шағирә Рәсимә Сәйетғәлина Учалы шағиры, 62 йәшендә мәрхүм булып ҡалған Алик Әхмәҙуллиндың “Ҡайтырмын мин бер саҡ йыр булып” тигән китабын башҡортсаға тәржемә итте. Баҫманың исем туйы ҙур байрамға әүерелде.
Рәсимә Рамазан ҡыҙын ҡотларға күрше ауылдарҙан, Учалынан, Магнитогорск ҡалаһынан бихисап кеше килде. Араларында Алик Әхмәҙуллиндың улы Вадим, ике туған һеңлеһе Әлфиә Ҡасимова ла бар ине.
Сараны Инйәр ауылы китапханаһынан Галина Никулина, Роза Оморҙаҡова, 2-се мәктәп-интернат тәрбиәсеһе Әлмира Мөстәҡимова йәнле, мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Улар Алик Әхмәҙуллиндың һәм Рәсимә Сәйетғәлинаның ижадына арналған күргәҙмә лә ойошторғайны. Сығыш яһағандарҙан Учалы яҙыусылар берекмәһе рәйесе Әҡлимә Сафина Рәсимә Сәйетғәлинаға грамота һәм бүләк тапшырһа, әҙибәнең элекке хеҙмәттәштәре, ауыл ағинәйҙәре дәртле йыр-бейеүе менән һөйөндөрҙө. Ә Алик Әхмәҙуллиндың улы, туғандары яҡын кешеһенең ижад емештәрен башҡортсаға тәржемә итеп, уларҙы тағы ла киңерәк даирәгә сығарған шағирәгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.