Мин – тәбиғәт балаһы03.07.2015
Баҙыҡ имән шикелле
Ергенәмә ерегеп,
Ҡан тамырҙарым менән
Йәнтөйәккә берегеп;

Атайсалда үҫтем мин
Шифалы һауа һулап,
Күк тауҙарҙа талпынған
Бөркөт саңҡыуын тыңлап.
Хайран ҡалдырҙы мине
Ул офоҡ,
ул арауыҡ...
Ирәндекте шаңғыратып,
Таштан-ташҡа һикереп
Шарлап аҡҡан шарлауыҡ!
Яҙ етһә,
әүәҫләнеп,
Урмандарҙа уҡ юндым,
Үкһеҙ йәтим саҡтарҙа
Үләнде түшәк итеп,
Болот-юрған ябынып,
Юл саттарында ҡундым.
Аяҡҡайым талсығып,
Кибеп барғанда елек,
“Бөгөлмә, дуҫ!” тигәндәй,
Хәл белергә ашҡынып,
Эргәмә килде илек!
Сылтыр-сылтыр сылтырап,
Сорлап аҡҡан инешем,
Йырҙарымды нағышлап,
Бөрктө сихри көмөшөн.
Йәмле Һаҡмар буйында
Мине һәр күргән һайын
Шундай ихлас йылмайҙы
Һипкелле һылыу ҡайын.
Үҙем белгертмәһәм дә,
Хәсрәтемде һиҙенеп,
Таҡыябашлы йор ҡурай,
Аҡ бәхет юрай-юрай,
Көй көйләне өҙөлөп.
Тау һыртына артылһам,
Шыбыр тирҙәргә батып,
Йәнгә ҡөҙрәт биргәндәй,
Сусаҡ ҡаяға баҫып
Ҡаршылай ине мине
Ҡырпау тояҡ ҡоралай.
Сатаҡ мөгөҙҙәрендә,
Гүйә, балҡый торғайны
Берсә йондоҙ,
берсә Ай!
Күңелде әйҙәй һаман
Ҡоралайҙар ҡаяһы,
Йәнем-тәнем менән бит
Тау моңон,
күк тауышын,
Аҡ томандар һағышын,
Йөрәгемә һеңдергән
Мин — тәбиғәт балаһы!
Мин — тәбиғәт балаһы!

Баҙыҡ имән шикелле,
Ергенәмә ерегеп,
Ҡан тамырҙарым менән
Йәнтөйәккә берегеп;
Атайсалда үҫтем мин,
Йыр ынйылары йыйып,
Үлемесле яуҙарҙа
Илен-телен һаҡлаған
Сая рухлы халҡымдың
Күңел йылыһын тойоп!
Ифрат та аяулы
Еремдең һәр биҙәге,
Ай, ҡояшты,
сәләмде
Мәңгегә ғашиҡ иткән
Ата-бабам төйәге!
Ата-бабам төйәге —
Минең алтын бишегем,
Киң донъяға сығарған
Оло оңғол ишегем.
Данлы Урал батырҙың
Буйлап килгән һуҡмағын
Күрәйем тип,
нисә ҡат
Мин сәфәргә уҡталдым;
Уҡталдым...
Һәм ҡыҙырып,
Айҡап сыҡтым Уралды.
Урау-урау юлдарым
Шиғри таҫмалар булып
Яҙмышыма уралды.
Милләтем тип ут йоттом,
Йәшәмәнем вайымһыҙ,
Ил арбаһын тартҡанда,
Гүйә, йөк аты һымаҡ,
Һәр саҡ булдым талымһыҙ!
Хәләл тирҙәрем тамды,
Йәйҙәрен дә,
ҡышын да,
Хыялдарға бирелеп,
Хис гөлөнән таж үреп,
Ҡош һайраттым сымда!
Ҡылған изге эшемдең
Илгә булһын һауабы,
Йәнем-тәнем менән бит
Таң нурын,
гөл наҙҙарын,
Йәшел япраҡ шауҙарын
Йөрәгемә һеңдергән
Мин — тәбиғәт балаһы!
Мин — тәбиғәт балаһы!

Баҙыҡ имән шикелле,
Ергенәмә ерегеп,
Ҡан тамырҙарым менән
Йәнтөйәккә берегеп;
Атайсалда үҫтем мин
Дәрт осҡоно уйнатып,
Талыу белмәҫ йәшлектең
Сағыу сыңын сыңлатып.
Хаҡлыҡ булды маяғым,
Иман булды йәнемдә,
Мөхәббәт гөлөмдө лә
Таптым мин үҙ мәлендә!
Ҡай саҡ хәтәр миҙгелдәр
Йоҡомдо йолҡоп алды,
Бәғерем парәһенә
Һис ҡасан төҙәлмәҫлек
Тәрән йөйҙәрен һалды.
Тормош һеңгәҙәтһә лә,
Бирешмәнем мин үҙем,
Ғәжәп сабыр холоҡло,
Мәрхәмәтле еремдәй
Һәр ваҡыт булдым түҙем!
О, ғәзиз ер,
мине гел
Игелеккә өйрәтте...
Бабаларым ҡабыҙған
Тәү төйәгем усағын
Күкрәгемдә дөрләтте!
Ошо серле усаҡтың
Гөлтләп янған күмерен
Хисем наҙлаған һайын,
Күңелем сихәтләнеп,
Оҙайғандай ғүмерем!
Ятһам-торһам, уйымда —
Илкәйҙең тау, далаһы...
Йәнем-тәнем менән бит
Буранын, ҡар-һыуҙарын,
Сал тупраҡтың ҡурҙарын
Йөрәгемә һеңдергән
Мин — тәбиғәт балаһы!
Мин — тәбиғәт балаһы!

Баҙыҡ имән шикелле,
Ергенәмә ерегеп,
Ҡан тамырҙарым менән
Йәнтөйәккә берегеп;
Атайсалда үҫтем мин,
Ер-һыуым тип йән атып,
Йән атыуҙан ни файҙа?
Аһ... Көндәрем үтә шул
Бәғеремде ҡанатып!
Зәңгәр Димдең,
Иҙелдең
Ҡото китте бөтөнләй,
Өфө тауы өҫтөндә
Тирә-яҡты һөрөмләп,
Тут торбалар төтөнләй!
Ашҡаҙар аҡҡоштары
Әллә ҡайҙа олаҡҡан?
Субырлап йәш тамғандай
Һәр ҡамыш,
һәр ҡыуаҡтан.
Гөлдәр үбеп,
бал йыйып,
Илен балға туйҙырған
Бал ҡорттарын
зәһәр көс
Күс-күсенән айырып,
Пыран-заран туҙҙырған!
Ирәндек битләүендә
Болоҡһойҙар сәскәләр,
Башы һыйыр юлаҡтан
Әүәлгесә елдереп
Килеп сыҡмай йәтсәләр*.
Һайрар ҡошон юҡһынып
Зар илайҙар сәхрәләр!
Екән һулый,
күл ҡорой,
Эсер һыуҙар ыулана,
Гүйә, хәүеф һиҙенеп,
Быуаттар төпкөлөнән
Боронғо мәмерйәләр,
Арҡайымдар шомлана.
Шомлана ер,
ағастар
Ҡуя ҡапыл дерелдәп.
Әйтерһең, бар
Тереклек,
Бәндәнән ярҙам һорап,
Ҡарай кеүек мөлдөрәп.
Көн бөтмәһә,
ай бөтмәҫ,
Ай бөтмәһә,
йыл бөтмәҫ...
Алла бойорһа, тимен,
Урал тәбиғәтенең
Ҡанһыраған яраһын
Йәһәтерәк бәйләргә
Кешелекле, шәфҡәтле,
Миһырбанлы ҡул бөтмәҫ!
Эй, мөҡәддәс Уралым —
Ике күҙем алмаһы,
Хәтеремә уйылған
Тарихыңдың тамғаһы;
Их, танһыҡтар ҡанғансы
Йөҙҙәреңә бағаһы,
Йәнем-тәнем менән бит
Ҡыш күркен,
йәй йәмдәрен,
Әсе әрем тәмдәрен,
Ер-Әсәнең ғәмдәрен
Йөрәгемә һеңдергән
Мин — тәбиғәт балаһы!
Мин — тәбиғәт балаһы!
1995 йыл.
–––––––––––––––––––
*Йәтсә — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй генә нәҙек оҙон йәнлек.


Вернуться назад