Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡ ине. Бер көн райондың “Йондоҙ” гәзитендә “Мағаш тауышы” исемле әҙәби түңәрәк асылыуы тураһында хәбәр баҫылып сыҡты. Үҙем дә шиғриәт менән мауыҡҡан кеше булараҡ, күңелдә ҡанаттар үҫкәндәй булды. Тора-бара мине лә түңәрәк ултырышына саҡырып яҙған хат килеп төштө. Осоп барҙым. Исемдәрен гәзиттә баҫылған әҫәрҙәре аша ғына белгән районыбыҙҙың шағирҙары менән таныштым.Киләсәгем дә шунда хәл ителгәндер тип уйлайым хәҙер, сөнки “Мағаш тауышы” әҙәбиәт донъяһына әйҙәне. Әлбиттә, бер мине генә түгел, түңәрәктең ойоштороусыһы һәм етәксеһе, ул саҡтағы “Йондоҙ” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, шағир Нияз Сәлимов күптәргә моң иленең юлын күрһәтте.
Ҡайнап торҙо әҙәби түңәрәк: районда үткән төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ; Өфөнән, Стәрлетамаҡтан килгән шағир-яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙек; ҡулъяҙмалар тикшерҙек; гәзиттә шиғырҙарыбыҙ, хикәйәләребеҙ баҫылды...
Нияз Булатбай улы Сәлимов Өфөгә эшкә күскәндән һуң, үкенескә ҡаршы, “Мағаш тауышы”ның моңо тынып ҡалды.
Быйыл иһә районыбыҙҙың “Табын” гәзитенән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө: “Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр “Мағаш тауышы”н тергеҙеү маҡсатында редакцияла һөйләшеүгә йыйылды”, – тиелә унда. Түңәрәктең етәксеһе итеп уҡытыусы-шағирә Рәмзиә Монасипова һайланған. Бик мәслихәт! Уға беҙ ижади уңыштар теләп, “Мағаш тауышы”ның моңо алыҫтарға яңғырар тип өмөтләнәбеҙ.
Тағы бер шатлыҡлы ваҡиға күңелгә йылы өрҙө: күптән түгел әҙәби берекмә ағзаларының әҫәрҙәре тупланған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Унда Әминә Йәрмиева, Фәйез Садиҡов, Фәниә Сыңғыҙова, Әлфиә Исҡужина, Фәриҙә Бохарова, Миңтимер Кәримов, Саимә Игелекова, Рәмзиә Монасипова, Разия Зәйнуллина, Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғри шәлкемдәре менән уртаҡлаша. Донъяға үҙ ҡарашы, фәлсәфәүи уй-фекерҙәре булған ҡәләм эйәләренең әҫәрҙәре күңелегеҙгә хуш килер, моғайын.