Яҙыусының һүҙе ҡеүәтлеме?03.07.2015
Ҡайҙалыр уҡығайным мин был риүәйәтте. Имеш, Ер шарында кешеләр бик күбәйгәс, уларҙың хис-тойғолары сыуалышын күҙәтеп барыуы ауырлашҡас, Аллаһ Тәғәлә яуызлыҡ менән яманлыҡты аңлатыр өсөн бәндәләренә Һүҙ ҡөҙрәте тигән талант биргән һәм уның орлоҡтарын тупраҡҡа сәскән. Шунан шытып сыҡҡан емеште ауыҙ иткәндәр талантлы ҡәләм оҫтаһы булып киткән.

Бөгөн бик күптәребеҙ, шул емеш­те ауыҙ иткәндәй, ижад менән мәш­ғүл. Әммә шул уҡ ваҡытта мәшһүр башҡорт эпосы “Урал батыр”ҙа әйтеп ҡалдырылғанса әҙәбиәттең, һүҙ сән­ғә­тенең төп маҡсатын онотоп ебәр­гәндәй. Эйе, әҙәбиәт төрлө булырға тейеш, ул ҡалыптар менән сикләнә алмай, әммә төп миссияһы – кеше рухиәтен байытыу, яҡшылыҡҡа хеҙ­мәт итеү, хатта ҡараңғылыҡ аша бул­һа ла, яҡтылыҡты табырға ынтылыу.
Нимә әйтеү генә түгел, нисек әй­теү ҙә мөһим бит! Дина Рубинаның киң билдәле романдарының бере­һендә шундай риүәйәт бар. Был хәл ХХ быуат башында була. Бруклин күперендә бер хәйерсе “Һуҡырға өлөш сығарығыҙ инде!” тигән яҙма тотоп ултыра. Уның янына йәш яҙыусы килә һәм:
– Көнөнә күпме сыға инде? – тип һорай.
– Ике-өс доллар тирәһе, – ти хәйерсе моңһоу ғына итеп.
– Ҡана, бир әле ҡатырғаңды! – ти ҙә йәш яҙыусы, һуҡырҙың ҡулынан яҙмаһын алып, уның икенсе яғына нимәлер яҙа.
– Хәҙер бына ошоно тотоп ултыр! – ти шунан.
Бер нисә ай үтә. Йәш яҙыусы йәнә был тирәнән үтеп барғанда таны­шының хәлен белергә була һәм шул уҡ һорауын бирә:
– Көнөнә күпме сыға инде?
Меҫкен һуҡыр таныш тауышты танып ҡала һәм шатлығынан уның ҡулдарынан тотоп:
– Ҡарале, тыңла мине, зинһар! Хәҙер миңә көнөнә 20-30 доллар аҡса килеп тора! Нимә яҙҙың һуң һин унда? – тип һорай.
– Бөтәһе лә ябай ғына, – ти бындай гонорарҙар хаҡында хыяллана ла алмаған йәш яҙыусы. – Мин унда “Яҙ киләсәк, ә мин уны күр­мә­йәсәкмен...” тип сыймаҡлағайным...
Тәү ҡарашҡа әллә нимә лә түгел, әммә... Ана шул-шул, нимә әйтеү генә түгел, нисек итеп еткереү ҙә бик мөһим.


Вернуться назад