“Әҙәби нағыш” – Көйөргәҙелә!30.06.2015
Көйөргәҙе – башҡорт әҙәбиәтенә иң күп таланттар биргән төбәктәрҙең береһе. Баязит Бикбай, Илшат Йомағолов, Рәшит Солтангәрәев, Тамара Ғәниева кеүек ҡәләм оҫталарының исемдәре генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Мул емешле баҡса орлоҡһоҙ ҡалмаҫ тигәндәй, бәрәкәтле Көйөргәҙе ерендә ижади ҡомар һүрелмәй. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уларҙың шиғри күстәнәсен тәмләтәбеҙ.

Күңел сере

Күк көмбәҙе асылдымы?
Үҙгәрҙе күңел күгем.
Аңлай алмайым үҙемде,
Әллә мин үҙем түгел?!
Йөҙәм хыял диңгеҙендә,
Уйҙар тулҡынын йырып.
Йөрәк төпкөлөнән урғый
Күңелдәге моң-йырым.
Кинәт кенә ҡәләм алып,
Теҙәм уйҙар теҙмәһен.
Йәшерәм ҡуйын дәфтәрен –
Кемдер уҡып көлмәһен…

Рәмилә ҠУЖАҠОВА.

Әсәй

Беҙҙең әсәй бик моңайһа,
Бара Ҡыҙҙар тауына.
Барыбер шунда атлай ул
Ҡарамай арыуына.
Берәүҙе лә көтөп тормай,
Ҡарамай яҡ-яғына.
Ултыра ла тау башына
Бата ул уйҙарына.
Һиҙмәй иҫкән талғын елде,
Ҡойоп яуған ямғырын.
Ниҙәр генә уйлай икән?
Көйләй ник бойоҡ йырын?
Әллә туғайҙа йөрөгән
Һыйыр малдарын һанай?
Әллә үткән ғүмеренә
Тау баштарынан ҡарай?
Әллә шул бейек тауҙарҙан
Йәшәү көсө аламы?
Әллә тик бер миҙгел генә
Йәшлегендә ҡаламы?
Бик тә моңайһа, әсәйҙең
Беләм тауға бараһын.
Ниҙәр менән баҫты икән
Йөрәгенең яраһын?..

Гүзәлиә СӘЛИХОВА.

* * *
Яңы китап
Астым.
Йыһандан төшкән
Китап.
Май шәмен һүндереп,
Ҡараңғы төштө...
Татытып,
Алиһәм.
Минең китап,
Тәү бите аҡ,
Нисә битлек?
Белмәйем.
Беләм
Һәр битенә
Яҙмышым хаҡ.

Гөлназ ИСКӘНДӘРОВА.

Яҙ һаман килмәй

Әхмәт тәҙрәгә баҡҡан:
Ҡасан ҡар иреп бөтә?
Гөрләүектәр йүгергәнен
Түҙемһеҙләнеп көтә.
Кәмәһен тотоп ҡулға,
Әхмәт сығыр урамға.
Гөрләүектәр буйлап кәмә
Ағыр оло йылғаға.

Таһир БИКМӘЕВ.

Йәштәргә

Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел,
Үткәрмә уны бушҡа.
Йәшнәп йәшәүҙәр яҡлы мин,
Йәшлек килмәй ул башҡа.

Хәмерҙе лә, шарапты ла
Элек башҡорт белмәгән.
Улар донъяны шаулатып,
Данлы ғүмер кисергән.

Заман афәте арбай,
Ябырыла йән-яҡтан.
Тамырҙарыңа йәбеш тә
Ҡәүемең менән һаҡлан!

Алһыу АҠСУРИНА.


Вернуться назад